Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң мөһиме: зыян итмә!
Илдә “Сәләмәтлек” милли проектын тормошҡа ашыра башлау менән тармаҡҡа бығаса күҙәтелмәгән ифрат ҙур күләмдә финанс ағымы йүнәлтелде. Үҙгәрештәрҙең маҡсаты ла һәр кемгә асыҡ, хуплауға лайыҡ ине: медицина ярҙамын сифатлы һәм файҙалана алырлыҡ итеү.
Тик әлегә, ни өсөндөр, тармаҡҡа йәлеп ителгән миллиардтарҙың һөҙөмтәһе ябай халыҡтың тормош сифатында ла, сәләмәтлегендә лә әллә ни һиҙелмәй. Ауырыуҙар һаман да табипҡа ваҡытында эләгә һәм дауалана алмай йонсой. “Берҙәм телефон” идеяһы ла, нигеҙҙә, табиптарҙың хәлен еңеләйтеүгә генә йүнәлтелгәндәй. Хатта ҡала халҡы ла белгескә күренеү өсөн ике-өс аҙна көтөргә мәжбүр! Көс-хәл менән ҡабул итеүгә эләккәс тә, ультратауыш, компьютер томографияһы һәм башҡа медицина тикшеренеүҙәрен үтеү өсөн йәнә айлап ваҡыт талап ителә.
Иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе — медицина кадрҙары менән тәьмин итеүҙең тейешле кимәлгә етмәүе. Белгестәргә ҡытлыҡтың ҡасан да булһа хәл ителеренә өмөт бармы? “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тормош сифаты” проекты рәйестәше, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән әңгәмә ошо хаҡта.



– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә кадрҙар сәйәсәтенә ҡағылған мәсьәләләр һуңғы өс йылда ғына ныҡлап күтәрелә башланы. “Ауыл табибы” программаһы ярҙамында ауыл-ҡасабаларға 2012 йылда — 8 мең, 2013 йылда 6 меңгә яҡын табипты йәлеп итеү мөмкин булды. Былтыр ҙа медицина учреждениелары шул сама белгес менән тулыландырылды. Әммә был һандар ифрат бәләкәй, бөгөндән тармаҡҡа 40 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре талап ителә. Программа төбәктәр менән бергәләп финанслау нигеҙендә эшләй, шуға күрә республика һәм өлкәләрҙең тармаҡты үҫтереүгә өҫтәмә аҡса табыуы мөһим. Әле проектҡа һәр төбәк уртаса 25 миллион һум бүлә, эш артабан да ошолай барһа, проблема 18 йыл дауамында ла тулыһынса хәл ителмәйәсәк. Ә бит был йәһәттән өлгө булырлыҡ тө­бәктәр, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫте­реүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләп, өҫтәмә финанслауға аҡса таба алған етәкселәр етер­лек. Миҫалға Волгоград өл­кәһе, Татарстан Рес­пуб­ли­каһының эш тәжри­бәһен килтерер инем. Йыл да күрше тө­бәккә эшкә килгән 200 табип 500 мең һум күләмендә аҡса ала (торлаҡ менән тәьмин итеүгә бирелгән федераль дотациянан тыш). Ә эшләп йө­рөгән һәр профилле бел­­гес­тең эш хаҡына төбәк бюджетынан өҫтәмә аҡса күсерелә.
– “Ауыл табибы” про­грам­маһына быйыл үҙгә­рештәр индерелеүе ха­­ҡын- да ишеттек. Сәбәбе ниҙә?
– 2015 йылдың бюджетында программаны үҫтереүгә 3,2 миллиард һум аҡса ҡаралған. Ҙур ҡалаларҙан ситтә эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә 1 миллион һум күләмендә аҡса бирелеүе тор­лаҡ менән тәьмин итеүҙе еңелләштерә. Өҫтәүенә быйыл программала ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренең йәше 45-кә тиклем арттырылды. Кадрҙарға ҡытлыҡтың төп сәбәбе — тармаҡҡа йәш белгестәрҙең элеккесә ағылмауы. Әгәр ҙә диплом алған һәр ҡыҙ һәм егет үҙ һөнәре буйынса эшләһә, бындай ауыр хәлгә юлыҡмаҫ та инек.
Социологик тикшеренеү һөҙөмтәһе лә һөйөндөрмәй: студенттарҙың 11 проценты уҡыу барышында уҡ медицинала эшләүҙе планлаштырмай, 25 проценты коммерция ойошмаларына урынлашырға хыяллана. Тимәк, беҙ буласаҡ абитуриенттар менән профессиональ йүнәлеш эшенә тейешле дәрәжәлә иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Әлеге шарттарҙа тармаҡты әҙерлекле кадрҙар менән тулылан­дырыуҙың төп сараһы булып маҡсатлы ҡабул итеү һәм маҡсатлы белем биреү тора. Һөҙөмтә бар: былтыр маҡсатлы ҡабул итеү күләме 50 процентҡа етте (2013 йылда — 38,3 процент).
– Табиптарҙы хеҙмәткә түләүҙә ҙур үҙгәрештәр көтә, тип белдерҙегеҙ. Ошо хаҡта ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Кадрҙар мәсьәләһен эш хаҡын күтәрмәй тороп хәл итеп булмай. Социологик тикшеренеүҙәрҙән күре­не­үенсә, табиптарҙың ни бары 14 проценты эшенән ҡәнәғәтлек кисерә, ә 47 проценты балаларының медицина юлын һайлауын теләмәй. Өҫтәүенә медиктар “армияһы” ҡартая: 30 проценты — пенсионер йәки пенсияға сығыу йәшендә.
Медицина йәмәғәтселеге менән осра­шыуҙар барышында хеҙмәткә түләү сис­темаһының ҙур ҡәнәғәт­һеҙлек тыу­ҙы­рыуын тойҙоҡ. Үткән быуаттың 80-се йылдарында нығынған ҡағиҙәләрҙең хәҙерге шарттарға бөтөнләй яуап бирмәүе, иҫкереүе асыҡ­ланды. Ошоға тиклем хеҙмәткәрҙең нигеҙ оклады эш хаҡының ни бары 40 процентын тәшкил итте. Ҡалған 60 проценты — компенсация һәм дәрт­ләндереүсе түләү­ҙәр. Ә уларҙың күләме дауахана йәки поликлиника етәкселәренең ғәҙеллегенән, “йомарт­лығынан” сығып билдәләнде, йәғни ябай хеҙмәткәрҙең эш хаҡы баш табиптың профессионаллегенә, намыҫына бәйле.
Әле хеҙмәткә түләүҙең яңы тәртибен булдырыу өсөн норматив-хоҡуҡи нигеҙ әҙерләнгән. Бик ҡатмарлы, ауыр эш булып сыҡты ул. Уны тормошҡа ашырыу, хеҙмәткә түләүҙе камиллаштырыу 2018 йылға тиклем дауам итәсәк. Маҡсат — эш хаҡының нигеҙ өлөшө булған тотороҡло күләмде 60-70 процентҡа еткереү. Ә ҡалған 30 процентын компенсация һәм дәртләндереү түләүҙәре тәшкил итергә тейеш.
“Росстат” мәғлүмәттәренән күрене­үенсә, илдә табиптарҙың уртаса эш хаҡы күтәрелә бара. Мәҫәлән, былтыр ул 45,2 мең һум тәшкил иткән. Урта медицина хеҙмәткәрҙәренеке — 26,1 мең һум. Тәү ҡарауға үпкәләргә һис тә урын юҡ кеүек. Әммә ғәмәлдә табип был аҡсаны ике-өс ставкала эшләп кенә таба ала. Өҫтәмә дежур итеүҙәр, ял сәғәттәре иҫәбенә ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә мәжбүр ул. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө эш хаҡы юғарыраҡ, ә кө­сөр­гәнеш аҙыраҡ, яйлыраҡ шәхси кли­ни­ка­ларға күсеү яғын ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡ халатлыларҙың протест акция­һына ҡушылып, урамға сығыуы ла яңы­лыҡ түгел. Рәсәй Президентының май указ­дарына ярашлы, кадрҙар буйынса төбәк программаларының эш башлауы мәсьәләнең айышына төшөнөргә, урын­дарҙа медицина ярҙамы сифатын ка­миллаштырырға ярҙам итер тигән өмөт бар. Воронеж, Псков өлкәләре һәм Краснодар крайы тәүгеләрҙән булып эш хаҡын яңыса ғәҙел түләүгә күсте. Күптән көтөп алынған заманса иҫәп-хисап системаһы табиптың социаль яҡланғанлығын һәм яҡшыраҡ эшләү теләген көсәйтергә тейеш.
– Тармаҡтағы ҡулайлаштырыу процесына ҡағылған дәғүәләр менән һеҙгә йыш осрашырға тура килә. Халыҡтың ышанысын нисек ҡайта­рырға?
– Медицина өлкәһендә уйланылмай яһалған аҙымдар, ашығыс ҡарарҙар — ғәфү ителмәҫлек хәл. Федераль министр­лыҡ етәксеһе Вероника Скворцова медициналағы “Зыян итмә!” тигән принципты юҡҡа ғына йыш иҫкә төшөрөп, иҫкәртеп тормай бит. Учреж­дениеларҙы ҡулайлаштырғанда төбәктең үҙенсәлек­тәрен, демографик күрһәткес­тәрҙе, халыҡтың урын­лашыу тығыҙлығын, тораҡтарҙың дауаханаларҙан алыҫлығын мотлаҡ иҫәпкә алыр кәрәк.
Һайлаусыларҙың тәүге медицина ярҙамына дәғүәләре етерлек, айырыуса ауыл ерендә. ФАП-тарҙың һәм дауаха­наларҙың ябылыуына халыҡ риза түгел, медицина ярҙамынан ҡолаҡ ҡағыу айырыуса өлкәндәрҙе борсоуға һала.
Әлегә республика халыҡты һаҡлау күрһәткестәре буйынса илдең башҡа төбәктәренән байтаҡҡа ҡалыша. Яҡшы йыһазландырылған махсус үҙәктәр, юғары квалификациялы кадрҙар булыуына, финанс инвестициялары бермә-бер арттырылыуына ҡарамаҫтан, уртаса ғүмер оҙайлығы 69,7 йыл тәшкил итә (Рәсәй буйынса — 71 йыл). Үлем күрһәткесе юғары.
Тәүге медицина ярҙамына ихтыяжды ҡәнәғәт­лән­дермәй, кадрҙар ҡытлығын кәметмәй тороп, алға китеп булмаҫы билдәле. Былтыр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявкаһына ярашлы, йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә федераль бюджеттан 25 миллион һум аҡса бүленде. Республика ҡаҙнаһынан да шунса күләмдә аҡса йүнәлтеү һөҙөмтәһендә ауылдарға 50 белгес ҡайтарылды. Ә табиптарға ихтыяж бик ҙур — 900-гә яҡын хеҙмәткәр талап ителә. Быйыл федераль средстволар алыуға бирелгән заявканың, ысынбарлыҡтан, ихтыяждан сығып, байтаҡҡа арттырылырына ышанам.
Медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген тәьмин итеү — дәүләт сәйәсәтенең төп бурысы ғына түгел, ә халыҡтың власҡа ышаныс күр­һәткесе лә. Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен айырым контролдә тотоуы, тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмауы, комплекслы хәл итеү юлдарын эҙләүе алда торған тауҙай бурыстарҙың тормошҡа ашасағына ышанысты арттыра.
Һәр төбәк үҙенең төпкөл ауылдарын, нисә медицина учреждениеһы хеҙмәтләндереүен, транспорт менән тәьмин ителешен, юлдар сифатын, күпме халыҡ йәшәүен яҡшы белә. Ошо мәғлүмәттәрҙән сығып, медицина ярҙамы күләмен иҫәпләргә, күсмә бригада ойоштороу, дауахана автобустарын ауырыуҙарҙы илтеү өсөн файҙаланыу, диспансерлаштырыу мәсьә­ләләрен ыңғай хәл итергә мөмкин. Кемдең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр ауырыуҙы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү — беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Бөгөн Рәсәй ауылдарында 37 миллиондан ашыу кеше йәшәүен, (дөйөм халыҡтың 26 проценты), сәләмәтлек күрһәткестәре ҡаланыҡылар менән сағыштырғанда байтаҡҡа ҡайтышыраҡ икәнен дә иҫтә тотайыҡ.
– Һеҙҙең, партияның бик мөһим “Тормош сифаты. Сәләмәтлек” проекты етәксеһе булараҡ, коллегаларығыҙҙың һаулығын хәстәрләү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн янып-көйөүегеҙ аңлашыла. Тик изге ынтылышығыҙҙы ҡабул итмәүселәр, хупламаусылар булыуы ла ихтимал бит әле.
– Тотороҡло, тәжрибәле, абруйлы кадрҙары, мәктә­бе, дауаханаһы, клубы, китапханаһы булған ауылдарҙа тормоштоң ҡайнап торғанын күҙәткәнегеҙ барҙыр. Йәштәр ҙә бында тыуған төбәгенән айырылырға тырышмай. Торлаҡ, Интернет, яҡшы юлдар, ял үҙәктәре, балалар баҡсаһы кеүек уңайлыҡтар бер табипҡа йәки фельдшерға ғына кәрәкме ни, тип әйтеүселәр ҙә булыр.
Килешәм. Әммә шуныһы бар: социаль яҡлау тоймаған, матди яҡтан тәьмин ителмәгән белгестең төпкөлдә ерегеүе бик икеле. Медицина хеҙмәткәрен юҡҡа ғына донъяла иң ҡиммәтле сығанаҡ иҫәбенә индермәйҙәр, квалификациялы белгес әҙерләү өсөн сығым да күберәк талап ителә. Ваҡыт уҙыу менән тәжрибәлерәк, профессионаллерәк була барған хеҙмәткәрҙең баһаһы ла арта ғына. Һаулыҡ һаҡлауҙағы ҡырҡыу мәсьәләләр һәм үҙгәрештәр аңлайышлы, үтә күренмәле булһын өсөн йәмәғәтселектең аңлатыу эше алып барыуы мөһим.
“Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” лозунгыһы, ҡо­ро­лош­тар алмашыныуға ҡарамаҫтан, һаман да көнүҙәклеген юғалтмай. Тармаҡта юғары вазифаларға дәғүә итеүселәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыу, шул иҫәптән табиптарҙы ла, ә ваҡыт уҙыу менән уларҙы аттестациялау зарурлығы ла үҙен ныҡ һиҙҙерә бөгөн. Һәр хәлдә тармаҡтағы үҙгәрештәр пациент файҙаһына, медицина ярҙамының сифатын бермә-бер арттырыуға йүнәлтелергә тейеш.

Динә АРЫҪЛАНОВА
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885