Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Гонаһ шомлоғо Ҡатын, ишекте асып, дөм ҡараңғы бүлмәгә инә. Сәйер тынлыҡ күңеленә шом һала. Берәҙәк бесәйҙәрҙең сыйылдашҡан, ҡомаҡтарҙың тыптырлашып йүгерешкән тауыштары ишетелеп ҡала. Күңелен хәүеф солғай. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡан ҡатын, кире сығырға теләп, ишек тотҡаһын эҙләп һәрмәнә башлай. Тик унда тотҡаның әҫәре лә юҡ. Ҡулы ҡағылған һалҡын таш стеналар ҡатындың тынын ҡыҫа, быуа. Тәҡдирем ошолор инде тип бөгөлөп төшкәндә, ҡапыл бала илаған тауыш һиҫкәндереп ебәрә уны.

Йөрәгенең күкрәгенән сыға яҙып дарҫлап тибеүенән уянып китә Зәлифә. Бөтә тәненә тир бәреп сыҡҡан. Тағы шул уҡ бер мәхшәр һаташыу тынғылыҡ бирмәй уға. Ҡатын, ут ҡабыҙып, өҫтәл­дәге дарыуына ынтылды. Тик шешәне ятыр алдынан бушатып ҡуйғаны иҫенә төштө. Бәлки, һыуытҡыстағы “аҡбаш” ярҙам итер тип, бер стаканды “һә” тигәнсә бушатып ҡуйҙы. Их, кисә генә был ҡәһәрле эсемлекте башҡаса ауыҙыма алмайым, тип үҙенә һүҙ биргәйне бит! Әммә төн һайын йоҡоһон бүлгән бер үк һаташыуҙы шунһыҙ баҫып булмай. Һалҡынданмы, әллә ҡурҡыуҙанмы ҡалтыранған тәнен ыуа-ыуа, Зәлифә тағы түшәгенә йығылды. Ниңә был хәлгә төштө һуң ул? Үҙенә көндән-көн тынғы бирмәгән һорауға яуап эҙләгәндәй, үткәндәрен күҙ алдынан үткәрҙе. Йәшлек хатаһы, ҡәһәрле ваҡиға күҙ алдына баҫты.
...Вәсил Зәлифәнең артынан бик оҙаҡ йүгерҙе, хатта һөйгәненә күктәге йондоҙҙарҙы ла алып бирергә әҙер ине. Тәүҙә битараф булһа ла, һуңы­нан ҡыҙ егеткә эҫенде, ярата баш­лаған кеүек булды. Зәлифә йәйҙең бер айлы төнөндә Вәсилгә үҙен “бүләк итте”. Ошонан һуң егет менән ҡыҙҙың араһы тағы ла яҡынайҙы, әйтерһең дә, йөрәктәре бергә типте.
Һатыусылар курсын тамамлап, ауылда эшһеҙ ятҡан Зәлифәне ҡа­лала йәшәгән апаһы үҙенә саҡырҙы. Вәсилгә был хаҡта әйткәс, егет тә дәртләнде. Тик ул һөйгәне менән ҡалаға китеүҙе кисектереп торорға мәжбүр булды. Әсәһе ҡаты ауырып киткәйне шул.
Ҡыҙ ҡалала официант булып эшкә урынлашты. Ҡулына аҡса тотоп өйрән­мәгәнгәлер, тәүге эш хаҡын алғас, иҫе китеп ҡыуанғайны. Был хәт­лем байлыҡты ҡайҙа ғына ҡу­йырмын тигән кеүек, уныһын алыр­ғамы, быныһынмы тип аҙапланды. Бөтмәҫ кеүек тойолған аҡсаһы иһә “һә” тигәнсә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Шулай итеп, аҡса туҙҙырырға ла өйрәнеп алды Зәлифә. Хатта эш ха­ҡы етмәй кеүек тойола башланы, сөн­ки өҫ-башын бөтәйткеһе, ҡала ҡыҙ­ҙары кеүек фырт кейенгеһе килде.
Ауылға ҡайтҡан һайын Вәсил ме­нән һағынышып осраштылар, сихри төндәр үткәрҙеләр. Егеттең һөйгәнен янынан ебәргеһе килмәне, сөнки ҡайтҡан һайын үҙгәреүе тойолған ҡыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡты.
Зәлифә эшләгән ресторанға, ғәҙәт­тә, кеҫәһе ҡалын, хәлле кешеләр йөрөй. Һомғол буйлы, мөләйем официант ҡыҙ менән танышырға теләү­селәр әҙ булманы. Тәүге мәлдә Зә­лифә егетенә тоғролоҡ һаҡлап, ғорур, етди булырға тырышты. Ә бына көн һайын ошонда төшкө ашҡа килгән итәғәтле ағай менән дуҫ­лашыу нисектер тәбиғи генә килеп сыҡты. Серле ҡарашлы, сәстәре бер аҙ саллана төшкән, баһадир кәүҙәле сибәр ағай көтмәгәндә Зәлифәне ял итергә саҡырҙы. Ҡыҙ ҡаушап ҡалды. Әммә оҡшатҡан кешеһенең тәҡдименән баш тартырға ҡыйманы.
Зәлифә осрашыуға тул­ҡын­ла­нып та, ҡанатланып та бар­ҙы. Ябай ғына ауыл ҡы­ҙы­мын, шундай олпат, дәрәжәле ағай эргәһендә нисек күренермен, тип борсолдо. Ҡурҡҡан эш хәйерлегә тигәндәй, юҡҡа борсолған икән. Ҡыҙ унан да ябай, унан да ихлас, алсаҡ кеше юҡлығына инанды.
Тәүге осрашыуҙан һуң ағай кеше үҙен Нәзир тип атауҙы һораны. Осрашыуҙар көндән-көн йышайҙы, уның ҡарауы, ҡыҙҙың ауыл яғына ҡайтыуы һирәгәйҙе. Нәзир ураған һайын Зәлифәгә затлы әйберҙәр бүләк итте. Зиннәтле донъя күрмәгән ауыл ҡыҙының бындай тормоштан башы әйләнде. Үҙен әкиәттәге хан ҡыҙылай хис итте. Нисек инде һинең аяҡ аҫтыңа бар донъяны килтереп һалырҙай, устарында йыһанға мен­дерерҙәй бәһлеүән ирҙе яратмаҫҡа тип, Зәлифә башындағы барлыҡ ике­ләнеүҙәрен юйып ташланы. Шулай ҙа кеше күңелен аңлаған, йомшаҡ күңелле ҡыҙ ҡапыл Вәсилде кире ҡағырға ҡыйманы. Һуңғы тапҡыр ауылға ҡайтҡанда егет менән осрашып, күңеленән хушлашыу төнө үткәрҙе, тик Вәсилдең йөҙөнә тура ҡарап, айырылышыу хаҡында әйтә алманы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә икенсе кешене һөйөүе тураһында хат яҙып ебәрҙе.
Вәсил дә ғорур булып сыҡты. Быға тиклем өҙөлөп яратҡан, инде күптән үҙенеке иткән ҡыҙҙы кәләш итеп алырына ышанған егет оҙаҡ уйлап тормай, тотто ла күрше ауыл ҡыҙына өйләнеп тә ҡуйҙы. Зәлифә, был хаҡта ишеткәс, иламһырап та, үкенеп тә алды, әммә был тойғолар Нәзирҙе бер күреү менән юҡҡа сыҡты.
Күпмелер ваҡыттан ул үҙендә сә­йер үҙгәреш һиҙҙе. Ауырға ҡа­лыуын аңланы, тәүҙә Нәзирҙәндер тип бик шат йөрөнө ул. Хатта был хаҡта һөйөклөһөнә лә әйтеп өлгөрҙө. Ир, әгәр миңә ул йәки ҡыҙ табып бирһәң, үҙеңә өйләнәм, тип вәғәҙә бирҙе.
Зәлифәнең бала көтөүе Нәзирҙе, ысынлап та, сикһеҙ шатландырҙы, сөнки иллегә етеп барғанда, исма­һам, бер бөртөк нәҫел дауам итеүсең тыуһа икән, тип хыялланған төндәре әҙ булманы уның. Кәләше түлһеҙ булып сыҡты бит, ни балалар йортонан сабый алғыһы килмәне. Ҡатынының бесәй ҡосаҡлап, шуны бала кеүек күреп, ҡуйынынан төшөрмәй йөрөүе һуңғы ваҡытта Нәзирҙә ытырғаныу тойғоһо уята башлағайны.
Нәзир көн һайын, дауаханаға барып, табипҡа күрен, тип тылҡый торғас, Зәлифә алдан һөйләшелгән гинекологка килде. Уны УЗИ аппараты аша ҡарағас, ауырының 16 аҙналыҡ булыуын билдәләнеләр. Ваҡытында иҫәпкә тормағаны өсөн шелтәләп тә алдылар. Зәлифә, УЗИ төшөргән ҡағыҙҙа сабыйының ҡиәфәтен күреп, әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ кисерҙе. Тик табиптарҙың 16 аҙналыҡ тип әйтеүе күңеленә шом һалды. “Тимәк, бала Вәсилдеке”, тигән уй йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалғандай. Етмәһә, егет инде өйләнеп өлгөрҙө... Нәзир, әлбиттә, шикләнәсәк, сөнки сабый ике ай алдан тыуасаҡ! Һөйгәнен юғалтмауҙың бер генә сараһын күрә ҡыҙ: абортҡа барырға. Йәш бит әле, Нәзирҙең дә өмөттәрен аҡлап, малай табып бирер. Ә хәҙергә “табиптар шулай ҡушты” тиер.
Зәлифә абортҡа тип дауаханаға барған көнөн иҫләһә, әле булһа тәне зымбырлай, күңеле өшөй. Табип­тарҙың килеүен ҡото осоп оҙаҡ көттө. Йөҙөнән ҡырыҫлыҡ бәреп торған олпат ҡына ир, инергә ҡушып, башын ҡаҡты. Ҡыҙ, өҫтөндәге аҡ халатын сисеп, кресло өҫтөнә үрмәләне.
Резина бирсәткәләр кейеп, ҡулына тимер тотоп яҡынлашҡан табиптың аҡ халатындағы кибеп тә өлгөрмәгән ҡан таптары шунда уҡ ҡурҡытты Зә­лифәне. Тимер ҡорал тәненә ҡағы­лыу менән иларға, ауырты­ныуҙан сәбәләнергә кереште. Бөтә нәмәгә битараф табип тыныс ҡына үҙ эшен дауам итте. Ә Зәлифә түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан, исмаһам, наркоз тәьҫир иткәнсе туҡтап тороуын үтенде.
Шул саҡ ҡапыл ҡыҙ алдында бөтә әйберҙәр яҡтырҙы. Шул яҡтылыҡ уны билдәһеҙ лабиринт аша осороп алып китте. Ул стенаға, был стенаға барып һуғылғандай, бөтә нәмә магнит менән үҙенә тартҡандай тойолдо. Ҡатын үҙен донъяның кешелеккә билдәһеҙ яғына барып сыҡҡандай хис итте. Йыраҡта күренгән ҡара упҡын бына-бына уны үҙенә тартып алыр һымаҡ.
Көскә күҙҙәрен асты Зәлифә. Шунда уҡ ҡайҙа ятыуын аң­лай алманы. Ҡоҫҡоһо килә, түҙә алмаҫлыҡ хәлгә етеп эсе ауырта ине. Торорға итһә лә, көсһөҙ башы кире мендәргә ауҙы. Үҙенең ҙур гонаһ ҡылыуын аңлап, буҫлығып-буҫлығып иларға тотондо ҡыҙ. Был хилафлығының ғүмерлек үкенес, тормошон ағыулаусы хата булыуын аңламай ине әле.
Дауахананан сыҡҡас, Зәлифә ауылға ҡайтып китте. Бар уйы нисек итеп Нәзирҙе алдау ине. Ниһайәт, хәйләһен тапты. Ҡалаға килгәс, ҡайғылы йөҙ яһап, ауыры төшөүе хаҡында белдерҙе. Нәзир быға ышанып, һөйөклөһөн йыуатырға тырышты, хатта, бер аҙ ял итеп кил, тип шифаханаға путевка алып бирҙе. Эштең шыма ғына килеп сығыуына һөйөнгән ҡатын йәһәтләп ял итергә юлланды. Тик аборт яһаған табиптың Нәзирҙең танышы булыуын башына ла килтермәгән...
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти халыҡ. Нәзир шунда уҡ, үҙ балаһын үлтергән ҡатын менән тормошомдо бәйләргә теләмәйем, тип Зәлифәне ҡыуып сығарҙы. Хәлдең бындай боролош алырын күҙ алдына ла килтермәгән ҡатын ғәрлегенән икенсе ҡалаға сығып китте. Юғалып ҡалманы ул: эшен дә, ирен дә тапты. Әммә, ете йыл йәшәгәс, тегенеһе, түлһеҙ ҡатын менән ғүмеремде заяға уҙғарырға теләмәйем, тип бүтәнгә сығып китте. Зәлифә, дауахана юлын күпме генә тапамаһын, балаға уҙа алманы. Ғүмерлеккә түлһеҙ ҡалыуын аңлағас, тормошонан ваз кисеп, үҙ-үҙенә бикләнде.
Бына инде нисәмә йыл яңғыҙ ул. Ҡасандыр бит алмалары алһыу­ла­нып, күҙ-башы уйнап торған Зәлифә­нең йөҙөн тәрән һырҙар ҡаплаған, ҡараштары моңһоуланып, бита­рафҡа әйләнгән. Эйе, бәхетһеҙлегенә бары тик үҙе ғәйепле ул. Ошо көнгә төшөп, дүрт стенаға ҡарап, яңғыҙ ҡартайыуы, ахыры, йәшлегендәге гонаһы өсөн яуап биреүелер...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885