Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйҙең дә ҡотолдоң
Йәйҙең дә ҡотолдоң Керамик плитәләр элек-электән төҙөлөштә киң ҡулланылған. Хатта бынан бер нисә быуат элек үк төҙөлгән йорттарҙағы иҙәндәр бөгөнгөләй һаҡлана.

Бының сере бик ябай: цемент йәки тимер-бетонға ҡа­рағанда улар 10 – 20 тапҡырға ныҡлыраҡ. Уларҙың тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: йылынһа ла, ағыулы матдәләрҙе бүлеп сығармай, төрлө механик йоғонтоға бирешмәй. Шуға керамика бөгөн дә киң ҡулланыла.
Белгестәр кәңәш итеүенсә, плитәләрҙе һайлағанда ялтырауыҡтарға, шымаларға өҫтөнлөк бирмәҫкә кәрәк, сөнки шымалары тайғаҡ була, ә ванна, йыуыныу бүлмә­һенең еүешләнеүен, парланыуын иҫәпкә алһаҡ, был шиктең икеләтә артып, хәүефкә әйләнеүе мөмкин.
Тағы бер кәңәш: плитә мөйөштәренең дөрөҫ, тигеҙ булыуына иғтибар итегеҙ. Йәйер алдынан төҙөлөш материалын иҙәнегеҙҙең ҙурлығына ҡарап һайлағыҙ. Майҙан ҙурыраҡ булһа, бик бәләкәй плитәләр матур күренмәй, бәләкәй иҙәнгә, киреһенсә, ҙурҙары бармай.

Быяла тишеү

Бының өсөн, кәрәкле ҡорамалдан бигерәк, күҙегеҙҙе һаҡлау тураһында уйларға кәңәш итәбеҙ. Тимәк, күҙлек кейеү мотлаҡ тигән һүҙ. Был турала һис оноторға ярамай.

Йоҡа быяланың тишеге — ситенән кәм тигәндә 13, ә ҡалын, йәғни ҡаты, быяланыҡы 22 миллиметр аралыҡта булырға тейеш. Юғиһә, материал ярылып, барлыҡ эшегеҙ юҡҡа сығыр.
Эш өсөн осо ныҡлы махсус бырау ҡулланыла. Уның да ҡул көсөнә яйлап эшләгәне йәки аҙ (минутына 350 тапҡыр) әйләнгән электр дреле кәрәк.
Быяла тигеҙ, ныҡлы яйланмаға һалына. Тишек яһау урыны билдәләнә. Замазка йәки пластилин менән уны уратып түңәрәк яһала һәм быялаға ныҡлап йәбештерелә. Яһалған түңәрәк эсенә аш һеркәһе (уксус) йәки скипидар һалына. Һуңынан дрелде бик батырмай ғына яйлап әйләндерәләр. Уртаһына тиклем тишкәс, икенсе яғын әйләндереп, ошо туранан тағы әлегесә эш итәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә