Керамик плитәләр элек-электән төҙөлөштә киң ҡулланылған. Хатта бынан бер нисә быуат элек үк төҙөлгән йорттарҙағы иҙәндәр бөгөнгөләй һаҡлана.Бының сере бик ябай: цемент йәки тимер-бетонға ҡарағанда улар 10 – 20 тапҡырға ныҡлыраҡ. Уларҙың тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: йылынһа ла, ағыулы матдәләрҙе бүлеп сығармай, төрлө механик йоғонтоға бирешмәй. Шуға керамика бөгөн дә киң ҡулланыла.
Белгестәр кәңәш итеүенсә, плитәләрҙе һайлағанда ялтырауыҡтарға, шымаларға өҫтөнлөк бирмәҫкә кәрәк, сөнки шымалары тайғаҡ була, ә ванна, йыуыныу бүлмәһенең еүешләнеүен, парланыуын иҫәпкә алһаҡ, был шиктең икеләтә артып, хәүефкә әйләнеүе мөмкин.
Тағы бер кәңәш: плитә мөйөштәренең дөрөҫ, тигеҙ булыуына иғтибар итегеҙ. Йәйер алдынан төҙөлөш материалын иҙәнегеҙҙең ҙурлығына ҡарап һайлағыҙ. Майҙан ҙурыраҡ булһа, бик бәләкәй плитәләр матур күренмәй, бәләкәй иҙәнгә, киреһенсә, ҙурҙары бармай.
Быяла тишеүБының өсөн, кәрәкле ҡорамалдан бигерәк, күҙегеҙҙе һаҡлау тураһында уйларға кәңәш итәбеҙ. Тимәк, күҙлек кейеү мотлаҡ тигән һүҙ. Был турала һис оноторға ярамай.
Йоҡа быяланың тишеге — ситенән кәм тигәндә 13, ә ҡалын, йәғни ҡаты, быяланыҡы 22 миллиметр аралыҡта булырға тейеш. Юғиһә, материал ярылып, барлыҡ эшегеҙ юҡҡа сығыр.
Эш өсөн осо ныҡлы махсус бырау ҡулланыла. Уның да ҡул көсөнә яйлап эшләгәне йәки аҙ (минутына 350 тапҡыр) әйләнгән электр дреле кәрәк.
Быяла тигеҙ, ныҡлы яйланмаға һалына. Тишек яһау урыны билдәләнә. Замазка йәки пластилин менән уны уратып түңәрәк яһала һәм быялаға ныҡлап йәбештерелә. Яһалған түңәрәк эсенә аш һеркәһе (уксус) йәки скипидар һалына. Һуңынан дрелде бик батырмай ғына яйлап әйләндерәләр. Уртаһына тиклем тишкәс, икенсе яғын әйләндереп, ошо туранан тағы әлегесә эш итәләр.