Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Игелеклелек байрам бүләге генә түгел
Ошо мәҡәләне әҙерләгәндә Татарстандың халыҡ шағиры, Татарстан Дәүләт Советы депутаты, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында-аҙағында тел, милли мәҙәниәттең көнкүрешенә ҡағы­лышлы байтаҡ сығыштарын йәнә уҡып ултыр­ҙым. Дәлилле лә, ярһыу ҙа фекерҙәр, әлбиттә, татар теле, татар мәҙәниәтенә ҡағылһа ла, мәсьәләләрҙең концептуаль ҡуйылышы Баш­ҡор­тостан өсөн дә көнүҙәк. Роберт Мөғәллим улының: “Телле халыҡ ҡына бөйөк була ала, телле халыҡ ҡына донъя баҙарында үҙен иркен һиҙә. Тел — аҡса түгел. Уны башҡа халыҡтан бурысҡа алып тороп булмай”, — тигән һүҙҙәрен теләһә ниндәй башҡорт та имзаһы менән нығытыр ине.
Юғарыла әйтелгән Закон ҡабул ителгәс, республикала тормошобоҙҙа ғәҙәтләнгән бер елкенеү булып алды. Чиновниктар, депутаттар — барыһы ла дәртләнеп китеп телде ҡулланыу даирәһе, уның сафлығы, дөрөҫ ҡулланылышы тураһында хәстәрлеккә тотондо. Республика лингвистик үҙәге ойошторолоп, уның бурысы Өфөләге, башҡа ҡала, райондарҙағы һәр төрлө күргәҙмә яҙмаларҙың башҡорт телендә дөрөҫ булыуын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡалды, һәр төрлө комиссиялар, әлеге Закондың үтәлешен тикшереп, әленән-әле йөрөп торҙо, кәңәшмәләр үткәрҙе. Бындай дәртлелектә һис хилаф юҡ, әлбиттә. Унан һуң, документ, бер яҡтан, дөйөм халыҡ мәҙәниәтенә ҡағылышлы башҡа күп мәсьәләләрҙе лә күтәрә. Икенсенән, Закон Баш­ҡортостанда йәшәгән барса халыҡтар телдәре тураһында. Минең ҡарашҡа, уны ғәмәлгә ашырыуҙы башҡорт теле тураһындағы хәстәр­леккә баҫым яһап алып барыу телебеҙҙең икенсе дәүләт теле статусын алыуы менән бәйлелер. Ләкин рус булмаған телдең милли республикала ла функциональ мөмкинлектәре сикле. Ошо йәһәттән Роберт Миңнуллиндың Татарстан Дәүләт Советы сессияһында 1997 йылда яһаған сығышынан ҙур ғына өҙөк кил­терергә булдым, сөнки мәсьәләнең ҡуйылышы Татарстан һәм татар теле менән генә сикләнмәй.
“Телле халыҡ ҡына илле халыҡ, йәғни телле халыҡ ҡына үҙенең дәүләтен торғоҙа ала. Татар теле әүәлгесә даһи шиғырҙар, йырҙар яҙыуға ярай, закондар яҙыуға ярамай. Татар теле урамда һөйләшеүгә, тартҡы­лашыуға, үҙ-ара ыҙғышыуға ярай, дипломатия телендә һөйләшеүгә ярамай. Татар теле шәхси хаттар яҙыуға ярай, етди документтар яҙыуға ярамай. Татар теле эстрада йә иһә театр сәхнә­ләрендә яңғырай, дәүләт күләмендә уҙғарыла торған форумдарҙа яңғырай алмай”. Артабан шағир һәм депутат, мәсьәләнең киңлегенә ишара яһап, былай тип тә өҫтәй: “Унан тел проблемаһы бер Татарстанда ғыналыр тип уйлаһаҡ та, бик ныҡ яңылышабыҙ, һәр республиканың үҙ ауырлыҡ­тары. Башҡортостанда ла, Сыуашстанда ла шул уҡ проблемалар”.
Әлбиттә, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡ­тарҙың телен һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәтләү йөҙөнән ифрат күп эшләнә. Әммә рус теленән башҡа телдәрҙең функциональ мөмкинлектәре сикле булған хәлдә лә, уларҙы ҡулланыу мәҙәниәтен күтәреүгә һис кенә ҡамасауламай. Законға таяныптыр инде, Хөкүмәт ҡарары менән урамдар, учреждениелар, ойошмалар, предприятиелар һ.б. исемдәре башҡортсаға ла әйләндерелде. Был тауарҙар, ризыҡ, аш-һыу, транспорт маршруттарына, ғөмү­мән, аҙым һайын осрап торған бихисап нәмәләргә ҡағылды. Шуныһы сәйер: комиссиялар эшләп торһа ла, Өфөлә лә, башҡа район-ҡалаларҙа ла телде ҡулланыу мәҙәниәте яҡшырмай.
Шуны ла өҫтәп әйтке килә: кемдер шул милләт балаһы булып тыуған өсөн ғәйеплелек хисе менән йәшәргә тейеш түгел. Кешенең йөрәген иң уҫал тырнаған нәмә — үҙеңде кәм күреү. Ә әҙәм балаһының мәртәбәһен күтәреп ебәреү өсөн бәләкәй генә сәбәп тә етә. Бына һин, мәҫәлән, удмурт ауылына етәһең икән, әйҙә, уның исеме ике дәүләт телендә һәм удмурт телендә лә яҙылһын. Украин, белорус халыҡтары йәшәгән ауылдарҙа шул телдәрҙә яҙмалар ҙа күренһә, донъя тараймай, йәмләнә генә бит. Милли әҙәплелек дөйөм халыҡҡа хөрмәт, мәҙәни юғарылыҡ булып үҫеп китә.
“Тел насар йәки яҡшы була алмай... Сөнки тел — көҙгө генә. Ҡарап, үпкәләү мәғәнәһеҙ булған көҙгө”. Яҡташыбыҙ, яҙыусы һәм журналист Сергей Довлатов бының менән нимәгә ишара яһаны икән?
“Һөйөү нимә?” — тип һораным ир кешенән. “Ҡатын өсөн тамуҡ үтеү”, — тип яҙған Мостай ағайыбыҙ. Шулайҙыр ҙа ул. Әкиәт-легендаларҙа, элекке китаптарҙа ҡатын-ҡыҙ намыҫы хаҡына йәнен дә аямаған ир-егет тураһында уҡый торғайныҡ. Таһирҙың – Зөһрәһе, Йософтың — Зөләйхаһы, Мәжнүндең Ләйләһе булған бит. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә наҙ менән бергә сафлыҡ, мосолман халыҡтарына хас әҙәплелек иң алда йөрөгән. Мөхәббәт ике кеше кисерергә тейешле хис булып ҡына түгел, бәлки әхлаҡтың юғары кәүҙәләнеше рәүешендә йәшәгән.
Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәттәр — үтә лә сетерекле даирә һәм шуға күрә ул сит күҙгә салынып барһа ла, ниндәйҙер тикшеренеүҙәр һәм һығымта яһауҙар объекты ла була алмайҙыр. Шәхси мөнәсәбәт­тәр йәһәтенән йә мөхәббәт буйынса ниндәйҙер белгес булыу мөмкинме икән? Хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе үлсәр бизмәндәр бармы һуң? Һәр кем был донъяға үҙе генә булып килә һәм үҙенә хас шәхес булып йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһендә үҙен белгес һана­ған яҙыусылар уларҙы мәңге сиселеп бөтмә­йәсәк йомаҡ тип раҫлай. Ҡатын-ҡыҙ феноменын социологтар, психологтар үҙҙәре төҫмөрләгәнсә аңлатырға маташа. Миңә ҡалһа, әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ тураһында үҙебеҙ белмәйбеҙме? Әсәйемдең мин тын алышына йә күҙ ҡарашына ғына түгел, бәлки атлап килеүенә, кәүҙә торошона ҡарап та ниндәй кәйефтә булыуын һиҙемләй торғайным. Шикләнмәйем, ул да мине шулай үтәнән-үтә күргәндер.
Һәр кем әсәһе тураһында һис туҡтамай ғүмер буйы һөйләргә әҙерҙер. Сөнки донъяның бар изгелектәре һинең әсәйеңә генә бирелгәндер ҙә, ул үҙе, ҡояшты алмаштырып, бар ғаләмгә нур һәм йылыны һибәлер төҫлө. Әсәйҙәребеҙ ҡар­тая, йәшлеккә бирелгән төҫөн юя, әммә ул үҙгә­рештәрҙе күрмәйбеҙ, сөнки әсә матурлығын төҫһөҙләндерер әмәл тәбиғәттә юҡтыр. Беҙҙе бар итеп, әсәйҙәребеҙ, әйтерһең, үҙ бала­ларының булмышына инеп юғала.
Минең йәштәге кешегә әсәһен һағынып хәтерләп ултырыу, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа. Ләкин мин, әсәйемде генә түгел, йомшаҡ тауыштары, мамыҡтай ҡулдары менән йөрәгемде наҙлаған, арҡамдан иркәләп һөйгән Ғәйнихаят, Закирә, Хәҙисә, Аусаф өләсәйҙәремде лә һағынам. Исемдәренә генә иғтибар итегеҙ: йыр һымаҡ бит! Беренсе итеп әйткән өләсәйем әсәйемдең әсәһе ине һәм, шунлыҡтан, беҙҙең бит-ҡулдарҙы ла иң беренсе ул йыуҙы. Закирә өләсәйемде яҙмыш көн яҡтыһынан мәхрүм иткәйне, әммә ғәжәп — күрмәгән күҙ, нурын юғалтмай, балҡып тора ине. Уның көйләп кенә әкиәт һөйләүҙәре, шул арала тубығында ятҡан беҙҙең баштарҙы бармаҡ осо менән генә һыйпауҙары, татлы йоҡо менән бергә, серле әкиәт донъяһына алып китә торған юл булғандыр. Үҙ ғүмеремдә беренсе мәртәбә ауыҙ иткән ысын буҙа Аусаф өләсәйемдең оло имән көрәгәһендә әсетелгәндер.
Ғүмер юлының осона сығып килгәндә лә шул юлды әсәйемдең һәм өләсәйҙәремдең һүнмәҫ нуры яҡтыртыуы үҙе оло бәхет бит. Ошо утты ҡатының, ҡыҙҙарың, ейәндәрең дә һүндермәй һаҡлаһа, ул инде бәхет тауының түбәһенә күтәрелеү менән бер.
Тураһын әйткәндә, мин сәйәси байрамдарҙы һәм кешегә изгелек-хөрмәт күрһәтеүҙе ниндәй­ҙер заттар менән бәйләүҙе өнәп еткермәйем. Ниңә, тормошобоҙға йән өрөп йәшәгән яҡын кешеләребеҙгә “Рәхмәт!” тип әйтеү өсөн Роза Люксембург менән Клара Цеткин ханымдарҙың 8 Март көнөнә төртөп күрһәтеүе кәрәк булдымы икән ни? Ҡатын-ҡыҙ азатлығы, йәнәһе, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлылығы. Сәйәсәт, ғәҙәттәгесә, мең рәүешкә инә, әммә һис ҡасан да ихлас һәм эскерһеҙ булғаны юҡ. Ҡәҙерле кешеләребеҙгә бер көн дежур хөрмәт күрһәтеүгә ҡарағанда, ғүмерлек лайыҡлы тормош булдырыуҙы мөһимерәк тип һанайым. Улар юҡсыллыҡтан йонсоп йәшәүҙән иртә китмәһен ине. Ауыр эшкә ҡатын-ҡыҙ түгел, көслө ир-ат сыҡһын. Дәүләт менән идара итеүҙә лә ихтыярлы ҡатын-ҡыҙ характеры, тәбиғәт уларға ғына биргән аҡыл һис ҡамасауламаҫ ине. Ҡатын-ҡыҙға кеше хәленә инә белеү, изгелеклелек хас. Донъя башында ҡатын-ҡыҙ торһа, кешелек һуғышһыҙ һәм йыртҡыслыҡһыҙ йәшәй ала.
Шарапты хәрәм ризыҡ тип һанамаған ирҙәр затынан булһам да, мин ҡыҙҙарыбыҙ ҡулының шешәгә, рюмкаға, тәмәкегә тартылыуын теләмәйем. Нимәгә ул әшәкелектәр һеҙгә, гүзәлдәребеҙ? Сәс­тәрегеҙҙе, кейемдәрегеҙҙе ниндәй генә сүрәткә индерһәгеҙ ҙә, аңларбыҙ, тик сабыйҙарынан ваз кискән, әсә булыу бәхетен хәмергә, тәмәке төтөнөнә алмаштырғандарҙы ғына аңлай алмаҫбыҙ.
Ауылда минең беренсе уҡытыусым төпкөл башҡорт яғына килеп донъя көткән Хафаса өләсәйем Усманова булды. Эйе, беҙ уға мәктәптә лә өләсәй тип кенә өндәштек. Егерме биш йыл уҡытҡас, үҙенә “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы бирҙеләр. Ул награда ауылыбыҙҙа уҡытыусы кеше алған тәүге бүләк ине шикелле. Үҙ ғүмеремдә минең мөғәлли­мәләрем күп булды, әммә урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиева апай йөрәгемдә айырым урын биләй. Рус теленә мөхәббәтте ул уятты. Ошо йомшаҡ һүҙле лә, ҡырыҫ та була белгән сибәр апайыбыҙға мәңгегә рәхмәтлемен.
Их, әгәр Роза апай кеүек уҡытыусы­лары­быҙҙы йәмғиәттең иң һөйкөмлө кешеләре итеп йәшәтә алһаҡ! Юҡ шул... Әллә нимә ҡамасаулай. Әллә дәүләт кеҫәһендә аҡсаның наҡыҫлығы, әллә инде рухыбыҙҙың ҡырауланыуы. Һуңғыһы дөрөҫөрәктер.
Беҙҙең мосолман халыҡтарында әсә кешегә ҡарата һәм, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға, сөсөләнеп, яратыу һүҙҙәрен аҙым һайын һибеп йөрөү ғәҙәте юҡ. Әсә лә “балам”, “бәпәйем” тигән һүҙҙәргә йөрәгенең бөтөн наҙын һала. Унда һөйөү ҙә, сабыйы хаҡына донъяның бәлә-ҡазаларына ҡаршы торорға әҙерлек тә — барыһы ла туплан­ған. Йәштәр ҙә, әсәләренән өлгө алып, хис-тойғоларын белдереүҙә тотанаҡлыраҡ булһа ине! Гөлтләп янып киткән һәр усаҡтың йылыһы булмай. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан ҡуҙ йылылыҡты ла, яҡтылыҡты ла ышаныслыраҡ һаҡлай.
Яҙ, йәй етеүҙең шауҡымылыр, ахыры. Мин дә, ғүмерҙә булмағанса, һис кем осона сыға алмаҫтай донъяға инеп киттем. Хәйер, инеш ер аҫтында урғылып-тонсоғоп ята ла бер мәл өҫкә бәреп сыға бит. Йөрәк тауышын бикләп тотма­йыҡ әле. Әйтелмәгән һүҙҙәр ваҡытында әйтелһен.



(Аҙағы. Башы 113-сө һанда).


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә