Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыяр бар, ит булыр...
Ҡыяр бар, ит булыр... Медицина нормаһына ярашлы, һәр кеше йылына 120-140 килограмм йәшелсә ашарға тейеш. Ә беҙҙең төбәктә ул етерлек кимәлдә етештерелмәй. Һөҙөмтәлә йыл һайын йәшелсә дефициты 160 мең тонна тәшкил итә. Шуға ла республикабыҙҙа был тармаҡты үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был хаҡта кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ла белдергәйне.
Ошондай шарттарҙа уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙан өлгө алыу, уларҙың тәжрибәһен үҙләш­тереү тармаҡтың үҫешенә булыш­лыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Балаҡатай районы крәҫтиәне Әнүәр Ғәлиәк­бәров (һүрәттә) инде күптән ҡы­яр үҫтереү менән мәшғүл. Уңған ху­жа 70 су­тый ерҙән йылына 60-70 тонна уңыш йыйыуға өлгәшә.
Ҡыяр бар, ит булыр...– Шөкөр, халыҡ беҙҙең тауарҙы теләп ала, – ти Әнүәр Жәләл улы. – Ҡыярҙы башлыса күрше райондарға, Силәбе, Свердловск өлкәләренә һатыуға сығарабыҙ. Хаҡы миҙгеленә ҡарап үҙгәреп тора. Мартта килограмы 180 һум торһа, хәҙер дүрт тапҡырға осһоҙораҡ.
Район хакимиәтендә крәҫ­тиән­дең исемен хөрмәтләп телгә алдылар. Ни тиһәң дә, биш бала атаһы Әнүәр Ғәлиәкбәров был өлкәлә 45 йылдан ашыу эшләй. Хужалыҡ булдырылғас, бәләкәй генә Кәркәй ауылына йән кереп ҡалғандай була. Урындағы халыҡҡа эш урыны ла табыла.
Әгәр тырышһаң, йәшелсәсе­лектән арыу ғына килем алырға була. Әммә йүнсел өлгәшкән уңыштары менән генә сикләнергә уйламай. Быйыл ул буш ятҡан баҫыуҙа кәбеҫтә ултыртҡан.
– Әле малсылыҡта ла көсөмдө һынап ҡарарға булдым, – ти уҙа­ман. – Төҙөкләндерелгән һарайға 200 баш һарыҡ килтереп ҡуйҙым. Ә ниңә тотмаҫҡа ти? Малға йөрөргә урын иркен, сабынлыҡтар икһеҙ-сикһеҙ...
Беҙ килер алдынан ғына фермер һөйөнсө ишетеп ҡыуанған. Баҡтиһәң, хужалыҡты үҫтереү өсөн 2 миллион 400 мең һум күләмендә грант отҡан икән. Ана бит, йүнселдәргә яйы ла табылып тора! Бары тырышлыҡ ҡына кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә