Медицина нормаһына ярашлы, һәр кеше йылына 120-140 килограмм йәшелсә ашарға тейеш. Ә беҙҙең төбәктә ул етерлек кимәлдә етештерелмәй. Һөҙөмтәлә йыл һайын йәшелсә дефициты 160 мең тонна тәшкил итә. Шуға ла республикабыҙҙа был тармаҡты үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был хаҡта кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ла белдергәйне.Ошондай шарттарҙа уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙан өлгө алыу, уларҙың тәжрибәһен үҙләштереү тармаҡтың үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Балаҡатай районы крәҫтиәне Әнүәр Ғәлиәкбәров (һүрәттә) инде күптән ҡыяр үҫтереү менән мәшғүл. Уңған хужа 70 сутый ерҙән йылына 60-70 тонна уңыш йыйыуға өлгәшә.
– Шөкөр, халыҡ беҙҙең тауарҙы теләп ала, – ти Әнүәр Жәләл улы. – Ҡыярҙы башлыса күрше райондарға, Силәбе, Свердловск өлкәләренә һатыуға сығарабыҙ. Хаҡы миҙгеленә ҡарап үҙгәреп тора. Мартта килограмы 180 һум торһа, хәҙер дүрт тапҡырға осһоҙораҡ.
Район хакимиәтендә крәҫтиәндең исемен хөрмәтләп телгә алдылар. Ни тиһәң дә, биш бала атаһы Әнүәр Ғәлиәкбәров был өлкәлә 45 йылдан ашыу эшләй. Хужалыҡ булдырылғас, бәләкәй генә Кәркәй ауылына йән кереп ҡалғандай була. Урындағы халыҡҡа эш урыны ла табыла.
Әгәр тырышһаң, йәшелсәселектән арыу ғына килем алырға була. Әммә йүнсел өлгәшкән уңыштары менән генә сикләнергә уйламай. Быйыл ул буш ятҡан баҫыуҙа кәбеҫтә ултыртҡан.
– Әле малсылыҡта ла көсөмдө һынап ҡарарға булдым, – ти уҙаман. – Төҙөкләндерелгән һарайға 200 баш һарыҡ килтереп ҡуйҙым. Ә ниңә тотмаҫҡа ти? Малға йөрөргә урын иркен, сабынлыҡтар икһеҙ-сикһеҙ...
Беҙ килер алдынан ғына фермер һөйөнсө ишетеп ҡыуанған. Баҡтиһәң, хужалыҡты үҫтереү өсөн 2 миллион 400 мең һум күләмендә грант отҡан икән. Ана бит, йүнселдәргә яйы ла табылып тора! Бары тырышлыҡ ҡына кәрәк.