Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асыштар һәм яңы фекерҙәр йыйылмаһы
Асыштар һәм яңы фекерҙәр йыйылмаһы Рухи тормошобоҙҙо байытҡан һәр яңы күренеш, ҡайһы өлкәгә ҡағылмаһын, тарихҡа инеп ҡала. Күптән түгел донъя күргән “XIX — XX быуат башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” китабын уҡып сыҡҡас, йәнә бер тапҡыр үҙемсә шундай һығымта яһаным. Ошо уҡ авторҙың бынан күп йылдар элек нәшерләнгән “Йәдкәр” исемле китабын битләгәндә лә шундай уҡ фекергә килгәйнем. Танылған мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың был китабы үҙ халҡының ХIХ быуаттағы рухи-мәҙәни тормошона күҙен асты, шул дәүерҙең ҡиммәтле ҡомартҡыларының береһенә әүерелде. Ул уҡыусыға үҙ телендә ғалимдың ижады менән танышыу мөмкинлеге бирһә, башта телгә алынған фундаменталь хеҙмәт иһә шул дәүерҙәге әҙәби хәрәкәтте тотош бер бөтөн итеп күҙ алдына килтереп баҫтыра.


Әле шуға өҫтәп, был “ХIХ — ХХ быуат башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” исемле монографияның, һуңғы йылдарҙа донъя күргән хеҙмәттәрҙән айырмалы, ҙур күләмле (43 баҫма табаҡ) итеп һәм ҙур тираж менән (1000 дана) сығарылыуы хаҡында ла әйтеп китеү артыҡ булмаҫ. Хәҙер инде авторҙың үҙенә килгәндә, уның бөгөнгө совет осорона тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы буйынса әҙәбиәтебеҙҙең төп ғалимы — филология докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Ҡунафин — икәнлеген дә әйтеп китеү кәрәктер. Уның исеме инде республикала киң билдәле. Ғ.С. Ҡунафин әҙәбиәт белгесе Ә.Х. Вилданов менән берлектә 1981 йылда Мәскәүҙәге “Наука” ғилми нәшриә­тендә сыҡҡан “Башкирские просветители ХIХ века” монографияһы аша ла күп милләтле совет уҡыусыһына ла шундай уҡ билдәлелек тапҡайны һәм үҙен өмөтлө ғалим итеп танытҡайны. Бөгөн уның төрлө телдәрҙә 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 30 монографияһы, юғары, урта махсус уҡыу йорттары һәм мәктәп дәреслектәре, әсбаптары донъя күреүе үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Ғиниәт Сафиулла улы әҙәбиәтебеҙ тарихы һәм теорияһы буйынса төп белгес булараҡ, айырыуса совет осорона тиклемге рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү, уны төрлө ғилми сараларҙа — конференцияларҙа, симпо­зиумдарҙа, семинарҙарҙа — ҡатнашып пропагандалау буйынса баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы һәм әле лә дауам итә. Ғиниәтулла Сафиулла улының күп кенә монографик эштәрен, мәҡә­ләләрен урыҫ телендә баҫтырып сығарыуы халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын киң йә­мәғәт­селеккә еткереү ниәтенә бәйле икәнлеген күрмәү мөмкин түгел. Ә был иһә ғалимдан оло яуаплылыҡ, төплө әҙерлек, фекер-күҙәтеү­ҙәренең киң ҡарашлы, объектив һәм дәлилле булыуын талап иткәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Был йәһәттән дә Ғ.С. Ҡунафин – күптәргә өлгө.
Әйтергә кәрәк, ғалимдың әле беҙ һүҙ башлап торған сираттағы хеҙмәте лә киң ҡоласлы, системалы фекер-ҡараштарға, фактик материалдарға, үткән замандарҙағы рухи ҡомартҡыбыҙға әҙәбиәт ғилеменең бөгөнгө ҡаҙаныштары юғарылығынан сығып яһалған яҡынса күҙәтеүҙәргә бай булыуы, тарихи объективлығы менән айырылып тора. Ул халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫы, яҙма мәҙәниәте тарихы хаҡындағы ғилемдең методологик, фәнни-теоретик һәм ғәмәли базаһын күпкә байыта, тип һис тартынмайынса раҫлау артыҡ булмаҫтыр. Унда ХIХ—ХХ быуат башындағы башҡорт һүҙ сәнғәтенең үҫеш ҡанундары милли традициялар ерлегендә лә, көнсығыш һәм көнбайыш (айырыуса рус) әҙәбиәттәре традициялары контекстарында ла, тип әйтергә кәрәктер.
Әлбиттә, өс ҙур киҫәктән, тиҫтәләгән бүлектән торған күп яҡлы хеҙмәт хаҡында бер ултырыуҙа йыйып ҡына һүҙ әйтеү еңел түгел. Беҙҙеңсә, унда әҙәбиәтебеҙҙәге традициялар күсәгилешлелеге мәсьәләһе тәүге урындарҙың береһен алып торорға тейештер. Ошо йәһәттән монографияның беренсе киҫәгендәге “Фольклор, ауыҙ-тел һәм яҙма әҙәбиәттәр синтезы күренештәре” тигән бүлек үҙенә иғтибарҙы нығыраҡ тартҡандай. Унда фольклор менән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең яҙма әҙәбиәт тарихында традициялар күсәгилеш­лелегендә тотҡан урыны үҙәктә тора.
Әйткәндәй, Ғ.С. Ҡунафин монографияһының беренсе киҫәгендә рухи-әҙәби мираҫыбыҙҙы өйрәнеү тарихында белгестәребеҙ бығаса ныҡлап иғтибар итмәгән күренештәргә башлап күҙәтеү яһай һәм ХIХ быуаттың тәүге ярты­һындағы башҡорт ижтимағи-мәҙәни хәрәкәте, әҙәбиәттең үҫеш тенденциялары һәм бәйләнеш­тәре мәсьәләләренә ҡағылышлы ҡиммәтле асыштарға юлыға, шуның менән концептуаль характерҙағы мөһим ҡараштарҙы нигеҙләй.
Монографияға шулай уҡ ХIХ быуаттың икенсе яртыһындағы ижтимағи-мәҙәни хәрәкәт, әҙәби бәйләнештәрҙең торошо, милли әҙәбиәттең төп үҫеш тенденциялары, ижад принциптары, әҙәби төрҙәрҙең һәм жанрҙарҙың үҫеше, уларҙағы үҙгәрештәр киң яҡтыртылыу тапҡан. Унда мәғрифәтселек идеяларының халыҡтың рухи-мәҙәни тормошо асылын билдәләүсе идеологик күренешкә әүерелеүе, художестволы әҙәбиәттең иһә был йәһәттән төп көс булыуы аныҡ миҫалдар аша бирелә. М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәх­ретдинов, Х. Жданов, Ә. Диваев, К. Шәһимәр­ҙәнов кеүек талант эйәләренең тотҡан юлы ошо прогресты билдәләй. Автор шунан алдағы бүлектәрҙә Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Ә. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Ш. Зәки кеүек суфый шағирҙарҙың ижады башҡорт халҡының кантонлыҡ системаһы дәүерендә, хәрби-феодаль тәртип хөкөм һөргән шарттарҙа формалашыуын, уның идеалистик, мистик ҡараштар, романтизм принциптары ҡыҫаһында ҡалыплашыуын нисек тәрән һәм үҙ заманына бәйле уҡыусыға еткерә алһа, мәғрифәтселек идеяһының юл башында торған, ХIХ быуаттың икенсе яртыһы — ХХ быуат баштарында әҙәби хәрәкәттең йөҙөн билдәләгән әҙиптәрҙең ижадын да шундай уҡ кимәлдә асып биреүгә өлгәшә алған.
Әле ошоға өҫтәп шуны ла әйтеп китеү мотлаҡтыр: был ХIХ быуаттың һуңғы сирегендә әҙәбиәтебеҙҙең драма төрө формалаша башлауына, традицион поэтик төр менән бер ҡатарҙан яңы типтағы, мәғрифәтселек реализмы йүнәлешендәге прозаның әүҙемләшеүенә ҡайтып ҡала. Ғалим быны Ә. Диваев, К. Шәһимәрҙәнов, Я. Илсебай, Х. Үтәки, айырыуса Р. Фәхретдинов ижадына таянып нигеҙләй. Шул саҡ беҙ әҙәбиәт тарихын жанр күҙлегенән өйрәнеүҙә бик ҡыҙыҡлы, фәнни нигеҙҙә яҡынса күҙәтеүҙәргә һәм фекерҙәргә тап булабыҙ. Улар күпмелер дәрәжәлә проза һәм драматургия жанрына ҡағылышлы булһа, төп өлөшө шиғриәт өлкәһендәге үҫеш тенденцияларына бәйле.
Һис шикһеҙ, ғалимдың ХIХ быуаттың икенсе яртыһында, айырыуса һуңғы сирегендә, һәм ХХ быуат башында, мәғрифәтселек сәскә атҡан, революцион-демократик идеялар көсәйә барған осорҙа, шиғриәттең медитатив характерҙағы ғәҙел, робағи, хикмәт (парса), мәдхиә, мәрҫиә ише жанрҙарынан бигерәк йыр тибындағы, айырыуса манифестацион-публицистик һәм нарратив типтағы жанрҙары әүҙемләшә тигән фекере — ғәмәлдә иһә яңы һүҙ. Ғалим быны башҡорт шиғриәтендә мәғрифәтселек һәм революцион-демократик идеялар билдәле бер идеологик күренешкә әүерелгән дәүерҙә кеше шәхесенә иғтибар артыуға, уның тарихи әһәмиәте көсәйә барыуҙа күрә. М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш. Бабич, С. Яҡшығоловтан алып Д. Юлтый, Ш. Әминев-Тамъяни кеүек шағирҙарға ҡәҙәр арауыҡтағы әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен анализлау аша шундай һығымта яһай ул. Авторҙың фекеренсә, капиталистик мөнәсәбәттәр тор­мош­ҡа ныҡлап үтә барған яңы шарттарҙа шиғриәттә, ғөмүмән, әҙәбиәттә, эпик башланғыс бермә-бер көсәйә. Ғиниәт Ҡунафин әҙәбиәттә хикәйә, повесть, драма, скетч, комедия кеүек жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәрҙең күпләп күренә башлауын шулай дәлилләй. Хәҙер инде Алла ҡоло (бәндә) урынына алмашҡа ижтимағи зат, тәрбиә емеше итеп ҡаралған герой килә әҙәбиәткә.
Авторға хеҙмәтендә “һәр милли әҙәбиәт донъя әҙәбиәте процесында урын алырға, йөҙөн күр­һәтергә тырыша, ә быға үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап өлгәшеү мөмкин түгел”, “халыҡ мәҙәниәтлерәк була барған һайын, уның башҡа ҡәүемдәр менән төрлө яҡлы аралашыуы киңәйә, шул иҫәптән рухи-мәҙәни һәм әҙәби бәйләнеше әүҙемерәк һәм йөкмәткелерәк була бара” тигән тезистарҙы эҙмә-эҙлекле үткәреүе башҡорт әҙәбиәтенең донъя әҙәбиәте йөҙөндәге сағыу панорамаһын тыуҙырыуға юл асҡан. Ғалим бының урыҫ әҙәбиәтенә бәйле идея-художество­лы ҡаҙаныштарҙы ижади үҙләштереү йүнәле­шендә генә түгел, күп яҡлы бәйләнештәрҙең ике әҙәбиәттә халыҡсан-демократик идеяларҙың, реалистик ижад принциптарының йылдам нығыныуы юҫығында барыуын да раҫлай.
Йомғаҡлап әйткәндә, Ғ.С. Ҡунафиндың фундаменталь хеҙмәтендә башҡорт әҙәбиәте яңы дәүерҙә, капиталистик мөнәсәбәттәр нығыныу осоронда кисергән үҙенсәлекле күренештәр яңыса ҡараш тапҡан. Ғалим әҙәбиәттең айырым күренештәрен, төрҙәрен һәм жанрҙарын, айырым әҙиптәр ижадын тәрәндән өйрәнеү нигеҙендә тарихи-әҙәби һәм теоретик дөйөмләштереүҙәр яһай. Шул уҡ ваҡытта ул поэтика, художестволы өҫтөнлөк мәсьәләләрен һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота.
Ошолай үҙ халҡының ХIХ—ХХ быуат баш­тарындағы әҙәби мираҫын күнегелгәнсә уның йөкмәткеһе, жанр-стиль тәбиғәте, структур байлығы күҙлегенән генә өйрәнеү менән сикләнеп ҡалмайынса, киң ҡоласлы, системалы итеп тикшереү ғалимға өйрәнелгән дәүерҙең өс осорондағы һүҙ сәнғәтенең эволюцияһы закон­лылыҡтарын асыҡлау мөмкинлеге бирә. Шуның менән ул ғәмәлдә уның идея-эстетик, жанр-стиль системаларының, ижади ысулдарҙың, әҙәби йүнәлештәрҙең һәм мәктәптәрҙең алмашы­ныуының бер бөтөн һәм төҙөк процесын аяҡҡа баҫтыра.
Беҙ быны үҙебеҙҙең йәһәттән совет осорона тиклемге башҡорт әҙәбиәтенең теоретик тарихын нигеҙләү факты рәүешендә баһалауҙан да тартынмаҫ инек, сөнки күренекле ғалимдың ошо өлкәләге күп йыллыҡ тикшеренеүҙәре һәм күп һанлы хеҙмәттәре уны әҙәбиәт белгесе булараҡ шул юлда үҫтерҙе һәм бер көн килеп үҙенә шундай яуаплылыҡ алыуға әҙерләне. “ХIХ—ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” исемле фундаменталь хеҙмәт билдәле ғалим Ғиниәт Ҡунафин өсөн генә түгел, башҡорт әҙәбиәте ғилеме үҫешендә лә тотош бер этапҡа тиң ҡаҙаныш булды тип баһалау хаҡ булыр.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы, профессор,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872