Башҡортостан Республикаһы Башлығының тәүге Инвестиция Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итәм. Унда инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү йәһәтенән республика Хөкүмәте билдәләгән төп өҫтөнлөктәрҙе, һөҙөмтәле эш мөхитен булдырыу буйынса иң мөһим аҙымдарҙы асыҡлайым.
Баҫым яһарға кәрәкле төп “үҫеш нөктәләре”н ҡыҫҡаса әйтеп үтәм.
Беренсе. Бөгөн Башҡортостан уңайлы инвестиция шарттары булдырыу йәһәтенән төбәктәр эшенә федераль стандарт талаптарының барыһына ла яуап бирә.
Инвестиция декларацияһы, 2020 йылға тиклем инвестиция йәһәтенән үҫеш стратегияһы ҡабул ителде. Ҡануниәткә инвесторҙар өсөн өҫтәмә гарантиялар индерелде. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге һәм реестры төҙөлдө. Республика Башлығы ҡарамағында инвестиция шарттарын яҡшырыу буйынса йәмәғәт советы, Инвестиция йәлеп итеү агентлығы эшләй.
Һуңғы йылдарҙа республикала күрелгән маҡсатҡа ярашлы саралар эш әүҙемлеге күрһәткестәрен яҡшыртыуға йоғонто яһай. Төп капиталға инвестициялар бишенсе йыл рәттән арта. Быйыл беренсе кварталда ул былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда туғыҙ процентҡа артҡан.
Мөһим бурыс — тулайым төбәк продуктында инвестиция өлөшөн 2019 йылға 21-ҙән 25 процентҡа тиклем арттырыу.
Икенсе. Тейешле шарттар булдырмай, иң элек инфраструктураны үҫтермәй тороп, инвестиция өлкәһендә етди алға китеү мөмкин түгел.
Кластерҙар һәм индустриаль парктар төҙөү — ғәмәлдәге ресурстарҙы туплауҙың, төбәк эсендәге үҙ-ара бәйләнештәр кимәлен күтәреүҙең, компанияларҙағы хәүефте һәм сығымдарҙы кәметеүҙең иң йоғонтоло алымдарының береһе.
Әле республикала бәләкәй тоннажлы нефть химияһы, нефть химияһы һәм нефть-газ инжинирингы, биотехнологиялар, радиоэлектроника һәм геофизика кластерҙары эшләй. Минеңсә, Башортостандың етештереү ҡеүәте, компетенциялар фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, наноматериалдар кеүек перспективалы өлкәләрҙә өр-яңы кластерҙар ойоштороу мөмкинлеген бирә.
Республикала һигеҙ майҙансыҡ индустриаль парк статусына эйә. “Сәнәғәт үҙәге”, “Өфө” парктары уңышлы эшләй, шулай уҡ “Кама буйы” — шәхси башланғыстың, ҙур производство менән бәләкәй бизнес араһындағы һөҙөмтәле кооперацияның яҡшы өлгөһө. Шулай ҙа Башҡортостан кеүек ҙур төбәк өсөн был ғына етмәй. Яңы майҙансыҡтар асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, төбәктәге үҫеш институттары ҙур әһәмиәткә эйә булырға тейеш.
Потенциаль инвесторҙар өсөн башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда яҡшыраҡ инфраструктура шарттары булдырыу зарур. Улар ҡулай ваҡыт эсендә аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға, икһеҙ-сикһеҙ яраштырыу ғәмәлдәренә, ресурстарға тоташыуға, юл һалыуға һәм башҡаларға йылдар сарыф итмәҫкә тейеш. Ҙур сәнәғәт үҙәктәре эргәһендә әҙер етештереү майҙансыҡтарын асырға, инженерлыҡ һәм юл селтәрен үҫтереүҙе күҙалларға кәрәк.
Өсөнсө. Республика Хөкүмәте, ябай булмаған иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, өҫтөнлөклө проекттарға булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итә. Инвесторҙар өсөн индерелгән бюджеттан дәртләндереү саралары, дәүләт өҫтөнлөгөн биреү гарантиялары, льготалы һалым мөмкинлектәре һаҡланып ҡала. Төбәгебеҙҙә һалым – ил буйынса иң түбәне. Ул ҙур инвесторҙарға 10 йылға тиклем бирелә. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары буйынса хупланған льготалар күләме 15 миллиард һумға етте, һәр инвестор планлаштырылған ярҙам аласаҡ.
Өҫтәүенә быйылдан башлап төп эш структуралаштырылған проекттарға өҫтәмә капитал йәлеп итеүгә бәйле буласаҡ. Республика Хөкүмәте “Внешэкономбанк”, Рәсәйҙең туранан-тура инвестициялар фонды, Проекттарҙы финанслауҙың федераль үҙәге кеүек үҫеш институттары менән яҡшы бәйләнештәр булдырҙы. Башҡортостан иҡтисадының төп секторҙарын кредитлау йәһәтенән илдең ҙур банктары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Инвестиция ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн дөйөм күләме 15 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән республика активы менән залог фонды төҙөлдө. Ул да өҫтөнлөклө проекттарға ярҙам күрһәтеүҙә файҙаланыласаҡ.
Дүртенсе. Шәхси инвесторҙарҙың хәүефен кәметеү өсөн йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын төҙөүҙә эшҡыуарлыҡ менән бәйләнеште әүҙемләштереү шарт. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре практикаһы республика һәм муниципаль кимәлдәрҙә киң ҡулланылырға тейеш. Бының өсөн республикала 300 миллион һумлыҡ Инвестиция фонды ойошторолдо. Әле 50 миллиард һум самаһы капитал йүнәлтелгән транспорт, экология һәм спорт өлкәһендәге биш проект хупланды.
Муниципалитеттарҙа, нигеҙҙә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында концессия килешеүҙәрен төҙөүҙең уңышлы тәжрибәһе бар. Өфө хакимиәте 1,5 миллиард һум күләмендәге туғыҙ проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй. Туймазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында ҡыҙыҡлы эшләнмәләр бар.
Дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарын үҫтереү йәһәтенән Башҡортостандың ҡаҙаныштары федераль кимәлдә лә танылыу тапты. Быйыл мартта Рәсәй төбәктәре рейтингында республика 11-се урынды яуланы, ә ике йыл элек кенә 51-се ине.
Бишенсе. Муниципалитеттар урындарҙа инвесторҙар менән эш системаһын оҫта итеп көйләргә, биләмәләрҙең конкурентлы йүнәлештәрен асыҡларға һәм үҫтерергә, ошо нигеҙҙә перспективалы үҫеш программаларын төҙөргә тейеш.
Был өлкәлә мөһим аҙымдар бар. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла инвестиция вәкилдәре эшләй. Өфөлә инвестиция эшмәкәрлеге өлкәһендәге стратегия, муниципаль берәмектең финанс моделе һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәр схемаһы төҙөлдө. Эш шарттарын яҡшыртыу буйынса системала ғәмәлдәрҙең структур подразделениеһы барлыҡҡа килде.
“Муниципаль практикалар атласы” нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы Рәсәйҙең төрлө төбәгендәге 24 муниципаль районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең һәм уға ярҙам күрһәтеүҙең уңышлы миҫалдарын һынай. Республикабыҙҙан был проектта Өфө районы ҡатнаша. Иң яҡшы муниципаль практикаларға йәмәғәт экспертизаһы үткәреү өсөн эксперт төркөмө төҙөлдө, уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Юл картаһы әҙерләнде.
Республика Хөкүмәте быйыл ошо эш башҡарыласаҡ тағы ла 17 район һәм ҡаланы билдәләне. 2016 йылдан барлыҡ муниципаль берәмектәрҙе йәлеп итеү күҙаллана.
Алтынсы. Илебеҙҙә һәм унан ситтә Башҡортостандың мәғлүмәттәр йәһәтенән асыҡлығын арттырыу буйынса эште дауам итергә, потенциаль инвесторҙарға республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе әүҙемерәк еткерергә кәрәк.
Ошондай бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә республика менән таныштырыу саралары, конференциялар һәм семинарҙар, эшлекле миссиялар үткәрелә, күргәҙмә-йәрминкәләр ойошторола. Баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында киңәйтелгән бизнес мәғлүмәттәре урынлаштырыла.
Һуңғы йылдарҙа абруйлы халыҡ-ара һәм төбәк-ара эксперт майҙансыҡтары төҙөлдө — “Ҙур химия”, “Евромани”, “Киләсәк инженерҙары” форумдары, Көньяҡ Урал инвестиция форумы һәм башҡалар.
Әлбиттә, Өфөлә үткәреләсәк ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының ултырышы, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы, ошо халыҡ-ара берекмәләрҙә Рәсәйҙең рәйеслегенә ярашлы уҙғарылған башҡа мөһим саралар мәғлүмәттәр күҙлегенән ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл көҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында ике дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында “Рәсәй — Ҡаҙағстан” форумы үткәрелә. Унда артабанғы иҡтисади интеграция мәсьәләләре ҡараласаҡ. Былтыр ноябрҙә Италияла Стратегик башланғыстар агентлығы Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы менән берлектә туғыҙ төбәктең, шул иҫәптән республикабыҙҙың инвестиция ҡеүәте менән таныштырыуға арналған тәүге күсмә Road Show үткәрҙе. Италия эшҡыуарҙары менән 50-гә яҡын ике яҡлы осрашыу булды. Быйыл да агентлыҡ Франция-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә ошондай уҡ сара уҙғарырға ниәтләй.
Республика мәнфәғәттәрен киңерәк сағылдырыу өсөн ошо һәм башҡа майҙансыҡтарҙың мөмкинлектәрен әүҙем файҙаланыу шарт.
Етенсе. Төбәктең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен күп йәһәттән квалификациялы кадрҙар билдәләй.
Кадрҙар составын нығытыу, уларҙың һөнәри компетенцияһын даими арттырыу йәһәтенән предприятиелар менән мәғариф ойошмаларының берлектәге эшен көсәйтеү зарур. Күҙаллауҙарға ярашлы, быйыл республиканың хеҙмәт баҙарында 87 мең квалификациялы белгескә һәм эшсегә ихтыяж булған. Яҡын арала машиналар эшләү, төҙөлөш, агросәнәғәт комплексы, биотехнологиялар, сәнәғәт экологияһы, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында етештереүҙе арттырыу өсөн предприятиеларға профилле министрлыҡтар менән берлектә һөнәри уҡыу йорттарына өҫтәмә кадрҙарға заказ бирергә кәрәк.
Эшсе профессияһының абруйын тергеҙеү, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш күрһәтеү, эш биреүселәр берекмәләре ҡатнашлығында әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек программаларын төҙөү мөһим.
Заманса белем биреү үҙәктәрендә, шул иҫәптән сит илдәгеләрҙә белгестәрҙе инвестиция эшмәкәрлеген системалы ойоштороу һәм үҫтереү йәһәтенән уҡытыу зарур.
Һигеҙенсе. Республика уңайлы инвестиция мөхите, инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һала. Ләкин төбәктән ҡулланыусы булараҡ ҡына файҙаланырға, әрәмтамаҡтарса мөнәсәбәткә юл ҡуйырға ярамай. Республикаға килгән бизнес билдәләнгән проекттарҙы ваҡытында тормошҡа ашырыу, яңы эш урындары, хеҙмәттең юғары етештереүсәнлеге, яҡшы эш хаҡы, үҙ иңенә алған социаль йөкләмәләрҙе үтәү рәүешендә файҙа булырға тейеш.
Ғәмәлдәге сәнәғәт предприятиелары был йәһәттән ҙур ҡеүәткә эйә. Улар яңы производстволар аса, эш урындары булдыра. Инвесторҙарҙың ошондай әһәмиәтле категорияһына дәүләт ярҙамы күрһәтеү дауам итәсәк.
Федераль ҡануниәткә ярашлы “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр индереләсәк. Улар хужалыҡ итеү субъекттарына ярҙам күрһәтеүҙең йоғонтоло алымдарын көсәйтеүгә, етештереү әүҙемлеген дәртләндереүҙең өр-яңы ысулдарын ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелә.
Нефть химияһын, фармацевтиканы, машиналар эшләү, био- һәм наноиндустрияны үҫтереү, төҙөлөш материалдары, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырыу тармаҡ өҫтөнлөктәре иҫәбенә инә. Республикалағы ҙур резиденттар, шулай уҡ донъяның ошо өлкәләге төп компаниялары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен яйға һалыу шарт.
Төбәк иҡтисадын үҫтереүҙең мөһим этәргесен, аҙыҡ-түлек именлегенең нигеҙен тәшкил иткән агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күләме йылдан-йыл арта. Ауылды социаль үҫтереү буйынса республика программалары тормошҡа ашырыла. Юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, клубтар, спорт комплекстары һәм майҙансыҡтары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, тормошсан мөһим башҡа объекттар һалына һәм төҙөкләндерелә.
Эксперттар раҫлауынса, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы инвестиция һалыу һәм конкуренция һәләтен артабан арттырыу өсөн ҙур ҡеүәткә эйә. Был өлкәгә ҙур инвесторҙарҙы йәлеп итеү шарт. Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу менән шөғөлләнә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра. Өфө районында теплица йәшелсәселеген (“Алексеевка” совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы), Благовар, Бүздәк һәм Шишмә районында сусҡасылыҡты (“Башҡортостан ит компанияһы”, “Өфө селекция-гибрид үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре), ҡайһы бер райондарҙа ҡошсолоҡто (“УПАГ” йәмғиәте) үҫтереү, Әлшәй һәм Мәләүез райондарында йомортҡа, ҡош ите етештереү буйынса (“Башҡорт бройлеры” йәмғиәте, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы) ҙур проекттарҙың инвестиция фазаһы этаплап тамамланып килә.
Илдә “Дамате” компаниялар төркөмөнөң һөт малсылығын үҫтереү буйынса ҙур проекты тормошҡа ашырыуға әҙерләнә. Уға ярашлы юғары технологиялы заманса комплекс, һөт малсылығын үрсетеү буйынса генетика үҙәге ойошторола. Проектты уңышлы тормошҡа ашырыу һыйыр малы һанын — алты меңгә, һөт етештереүҙе йылына 50 мең тоннаға арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Тағы ла бер нисә ҙур проектты ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Шулай ҙа республикаға башҡа динамика кәрәк — йыл һайын һигеҙ-ун самаһы ҙур, заманса етештереү комплексы сафҡа индерелергә тейеш. Агросәнәғәт комплексына йүнәлтелгән аҡса тәү сиратта селекция, яңы технологиялар өлкәһендәге агрофән ҡаҙаныштарын ғәмәлгә индереүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, тармаҡҡа юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеүгә тотонолорға тейеш.
Инвесторҙар менән аралашыуҙың практик тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бөгөн һалым ташламалары биреү генә аҙ. Бындай өҫтөнлөктәр бөтөн төбәктәрҙә лә тиерлек бар. Инвестиция проекттарын башланғыстан алып етештереү циклынан сыҡҡанға тиклем барлыҡ стадияларҙа үҫтереүҙең һөҙөмтәле моделен эшләү зарур. Инвестор объектты тиҙ арала төҙөй башлаһын һәм етештереүгә тотонһон өсөн эске административ ғәмәлдәрҙе үҙгәртеп ҡороу мөһим. Йыл аҙағына тиклем төҙөлөшкә һәм электр селтәрҙәренә тоташыуға рөхсәт биреүҙе яйға һалырға кәрәк.
Ошо эштең һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн власть органдарын, муниципалитеттарҙы, үҫеш институттарын йәлеп итеү шарт. Асыҡ һәм яйға һалынған механизм рәүешендә эшләгән осраҡта ғына инвесторҙы йәлеп итергә һәм тотоп ҡалырға мөмкин.
Эшҡыуарлыҡ берләшмәһен киң хеҙмәттәшлеккә, инвестиция әүҙемлеген арттырырға, ғәмәлдәге проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырырға һәм яңыларын тәҡдим итергә саҡырам. Минеңсә, дөйөм алғанда йүнәлеш дөрөҫ һайланған, системалы эш яйға һалынған.
Билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырып, Башҡортостан иҡтисадына капитал йүнәлтеүҙең ышаныслылығын уңышлы практикаһы менән раҫлап, республика инвестиция эшмәкәрлеген, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу, потенциаль инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште артабан да дауам итәсәк.