Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшләһәң, көрсөк ҡурҡыныс түгел
Эшләһәң, көрсөк ҡурҡыныс түгел “Европласт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостанда иң эре ойошмаларҙың береһе, ул хатта Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яуланы. Бында йорт өсөн төрлө мөһим әйбер – тәҙрә, ишек, шулай уҡ жалюзи, роллет һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештерәләр. 600-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырған предприятие, бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” номинацияһында еңеү яуланы, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсында ла тәүге урынды алды. Шулай уҡ төҙөлөштә өр-яңы технологиялар индергәне өсөн диплом менән бүләкләнде.
“Европласт” йәмғиәте директоры, Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек НАСИБУЛЛИН менән булған әңгәмәне иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.


– Илдәге иҡтисади хәл эшмәкәрлегегеҙгә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Көрсөктө еңеп сығыу йәки еңел үткәреп ебәреү буйынса стратегик план эшләндеме?
Эшләһәң, көрсөк ҡурҡыныс түгел– Хәҙер “көрсөк” һүҙен биләүҙә ятҡан сабый ғына белмәйҙер. Беҙгә, мәҫәлән, ул ҡаты ҡағыл­ды, тип әйтә алмайым. Киреһенсә, үткән кәңәш­мә­лә заказдарҙың күплегенә һөйөнөп ултырҙыҡ. Тимәк, “Европласт”ы беләләр, кли­ент­тарҙың ышанысын аҡлайбыҙ.
Бөлгөнлөк, тиһәләр ҙә, төҙөлөштөң йылдам үҫе­үе ҡыуандыра. Хәҙер бит кеше йортто ныҡ һәм күркәм итеп төҙөй, балаларыма ғына түгел, ә ейәндәремә лә ҡалһын тигән маҡсат ҡуя. Минеңсә, ул шулай булырға тейеш тә.
Эшләһәң, көрсөк ҡурҡыныс түгел– Әйткәндәй, һеҙ бер нисә йыл элек йорттар төҙөй башланығыҙ. Был – заман талабымы әллә бүтән берәй сере бармы?
– Өр-яңы йүнәлешкә тотоноп, эшмәкәрле­ге­беҙҙе киңәйттек. Иптәшемдең киң юлдан ат­ларға кәрәк тигән фекере оҡшаны. “Гут-хаус” ысулын уңышлы ҡулланабыҙ, Германияла күп йылдар һыналған, алдынғы технология ул. Мәҫәлән, бер ғаилә беҙҙең менән килешеү төҙөй, шуның нигеҙендә уға йорт һалып бирәбеҙ. Үҙе­беҙ ер участкаһын алып та, үҙҙәренең еренә лә. Иң бәләкәй өйҙөң майҙаны – 84 квадрат метр. Башта эште Октябрьский ҡалаһы янында ғына башлағайныҡ, унан инде тотош республика буйынса йәйелдерҙек. Мәскәү янында ла тир түгә хеҙмәткәрҙәр, яңыраҡ Киров өлкәһенә оҫталар юлланды, унда ике йортҡа заказ ҡабул иттек. Ошо көндәрҙә Германиянан бәйләнешкә инде­ләр, немец дуҫтарға ла заманса өй кәрәк. “Эйе” тип аныҡ ҡына яуап бирмәнем, уйларбыҙ, тинем. Ғөмүмән, йылына 30-лап тирәһе кешене мөйөш­лө итәбеҙ.
– Башҡортостанда туризмды үҫтерергә бу­ла. Ошо тармаҡҡа тотонорға уйығыҙ юҡ­мы?
– Әйтерһең дә, һеҙ минең уйымды уҡыйһығыҙ. Бынан алыҫ түгел бер урында, Туймазы райо­нында, тау саңғыһы базаһын ойошторҙоҡ. Турис­тар өсөн унлаған өй бар. Йәштәр күп ағыла ял итергә, ғаиләләр, һуңғы ваҡытта өлкәндәр ҙә күренгеләй башланы. Байрам көндәрен мауыҡтырғыс итеп уҙғарһындар өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың ихтыяжын һәм үтенесен иҫәпкә алып, киләсәктә ошо йүнәлеште лә үҫтерәсәкбеҙ.
– Ирек Мөхлис улы, күптән түгел ауыл хужа­лығы тармағына ла тотонғанһығыҙ. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәһегеҙ?
– “Ашыҡма, әммә өлгөр бул” тигән әйтемде өлкәндәрҙән ишетеп үҫтем. Әгәр ҙә ҡулымдан килә һәм мөмкинлегем бар икән, ниңә тотонмаҫҡа?
Тыуған ауылыма йәм-ҡот индереү ниәтендә элекке хужалыҡты йәмғиәттең ҡанаты аҫтына алдым. Иген сәсер өсөн ике мең гектарҙан ашыу еребеҙ бар. Шулай уҡ һыйыр малын үрсетеү ҙә күҙ уңында тотола. Әлегә улар 400 баш. Ҡайһы башҡорт ат яратмаһын, йылҡы һанын да арттырасаҡбыҙ. Быға тиклем, бәлки, мәшәҡәт күп тигән һылтау менән Уяҙытамағыма (Туймазы районы. – Автор) һирәк ҡайтылһа, хәҙер, кире­һенсә, унда эш бар тип, йышыраҡ барасаҡмын.
– Ҡоролтай етәксеһе булараҡ ни әйтер инегеҙ?
– Берәй сара уҙғарыла тип өндәшеүем була, фекерҙәштәрем тиҙ йыйыла. Ҡала башҡорттарын нимә борсой, шул турала һөйләшәбеҙ, ниндәйҙер байрам йәки иҫтәлекле көн уңайынан да осрашабыҙ. Шул уҡ мәғариф, эшҡыуарлыҡ темаларын тикшерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, милләттәштәрем менән ҡыҙыу бәхәскә инәбеҙ, фекер алышыу файҙаға ғына. Ҡайҙалыр тарҡаулыҡ тураһында һүҙ алып баралар, ә беҙҙә берҙәмлек көслө.
– Ирек Мөхлис улы, эшегеҙ күп булһа ла, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә кешеләрҙе йортло һәм эшле итеп, шатландырып йәшәргә яҙһын!

Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.


Район: Октябрьский ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә