“Европласт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостанда иң эре ойошмаларҙың береһе, ул хатта Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яуланы. Бында йорт өсөн төрлө мөһим әйбер – тәҙрә, ишек, шулай уҡ жалюзи, роллет һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештерәләр. 600-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырған предприятие, бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” номинацияһында еңеү яуланы, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсында ла тәүге урынды алды. Шулай уҡ төҙөлөштә өр-яңы технологиялар индергәне өсөн диплом менән бүләкләнде.
“Европласт” йәмғиәте директоры, Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек НАСИБУЛЛИН менән булған әңгәмәне иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.– Илдәге иҡтисади хәл эшмәкәрлегегеҙгә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Көрсөктө еңеп сығыу йәки еңел үткәреп ебәреү буйынса стратегик план эшләндеме?
– Хәҙер “көрсөк” һүҙен биләүҙә ятҡан сабый ғына белмәйҙер. Беҙгә, мәҫәлән, ул ҡаты ҡағылды, тип әйтә алмайым. Киреһенсә, үткән кәңәшмәлә заказдарҙың күплегенә һөйөнөп ултырҙыҡ. Тимәк, “Европласт”ы беләләр, клиенттарҙың ышанысын аҡлайбыҙ.
Бөлгөнлөк, тиһәләр ҙә, төҙөлөштөң йылдам үҫеүе ҡыуандыра. Хәҙер бит кеше йортто ныҡ һәм күркәм итеп төҙөй, балаларыма ғына түгел, ә ейәндәремә лә ҡалһын тигән маҡсат ҡуя. Минеңсә, ул шулай булырға тейеш тә.
– Әйткәндәй, һеҙ бер нисә йыл элек йорттар төҙөй башланығыҙ. Был – заман талабымы әллә бүтән берәй сере бармы?
– Өр-яңы йүнәлешкә тотоноп, эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйттек. Иптәшемдең киң юлдан атларға кәрәк тигән фекере оҡшаны. “Гут-хаус” ысулын уңышлы ҡулланабыҙ, Германияла күп йылдар һыналған, алдынғы технология ул. Мәҫәлән, бер ғаилә беҙҙең менән килешеү төҙөй, шуның нигеҙендә уға йорт һалып бирәбеҙ. Үҙебеҙ ер участкаһын алып та, үҙҙәренең еренә лә. Иң бәләкәй өйҙөң майҙаны – 84 квадрат метр. Башта эште Октябрьский ҡалаһы янында ғына башлағайныҡ, унан инде тотош республика буйынса йәйелдерҙек. Мәскәү янында ла тир түгә хеҙмәткәрҙәр, яңыраҡ Киров өлкәһенә оҫталар юлланды, унда ике йортҡа заказ ҡабул иттек. Ошо көндәрҙә Германиянан бәйләнешкә инделәр, немец дуҫтарға ла заманса өй кәрәк. “Эйе” тип аныҡ ҡына яуап бирмәнем, уйларбыҙ, тинем. Ғөмүмән, йылына 30-лап тирәһе кешене мөйөшлө итәбеҙ.
– Башҡортостанда туризмды үҫтерергә була. Ошо тармаҡҡа тотонорға уйығыҙ юҡмы?
– Әйтерһең дә, һеҙ минең уйымды уҡыйһығыҙ. Бынан алыҫ түгел бер урында, Туймазы районында, тау саңғыһы базаһын ойошторҙоҡ. Туристар өсөн унлаған өй бар. Йәштәр күп ағыла ял итергә, ғаиләләр, һуңғы ваҡытта өлкәндәр ҙә күренгеләй башланы. Байрам көндәрен мауыҡтырғыс итеп уҙғарһындар өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың ихтыяжын һәм үтенесен иҫәпкә алып, киләсәктә ошо йүнәлеште лә үҫтерәсәкбеҙ.
– Ирек Мөхлис улы, күптән түгел ауыл хужалығы тармағына ла тотонғанһығыҙ. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәһегеҙ?
– “Ашыҡма, әммә өлгөр бул” тигән әйтемде өлкәндәрҙән ишетеп үҫтем. Әгәр ҙә ҡулымдан килә һәм мөмкинлегем бар икән, ниңә тотонмаҫҡа?
Тыуған ауылыма йәм-ҡот индереү ниәтендә элекке хужалыҡты йәмғиәттең ҡанаты аҫтына алдым. Иген сәсер өсөн ике мең гектарҙан ашыу еребеҙ бар. Шулай уҡ һыйыр малын үрсетеү ҙә күҙ уңында тотола. Әлегә улар 400 баш. Ҡайһы башҡорт ат яратмаһын, йылҡы һанын да арттырасаҡбыҙ. Быға тиклем, бәлки, мәшәҡәт күп тигән һылтау менән Уяҙытамағыма (Туймазы районы. – Автор) һирәк ҡайтылһа, хәҙер, киреһенсә, унда эш бар тип, йышыраҡ барасаҡмын.
– Ҡоролтай етәксеһе булараҡ ни әйтер инегеҙ?
– Берәй сара уҙғарыла тип өндәшеүем була, фекерҙәштәрем тиҙ йыйыла. Ҡала башҡорттарын нимә борсой, шул турала һөйләшәбеҙ, ниндәйҙер байрам йәки иҫтәлекле көн уңайынан да осрашабыҙ. Шул уҡ мәғариф, эшҡыуарлыҡ темаларын тикшерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, милләттәштәрем менән ҡыҙыу бәхәскә инәбеҙ, фекер алышыу файҙаға ғына. Ҡайҙалыр тарҡаулыҡ тураһында һүҙ алып баралар, ә беҙҙә берҙәмлек көслө.
– Ирек Мөхлис улы, эшегеҙ күп булһа ла, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә кешеләрҙе йортло һәм эшле итеп, шатландырып йәшәргә яҙһын!
Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.