Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өҫтәлдәрҙә муллыҡ булһын
Өҫтәлдәрҙә муллыҡ булһын Май айындағы оҙайлы шифалы ямғырҙар ерҙе дымға туйындырғас, донъя йәм-йәшел төҫкә мансылды. Һыйырҙар йәйләүҙә һутлы үләнгә туйына, ҡолондар йәшел хәтфә болонда уйнаҡлай. Бураҙнаға алтын орлоҡтар ята. Өмөт орлоҡтары. Илдә санкциялар иғлан ителгән мәлдә өҫтәлебеҙҙә үҙ икмәгебеҙ, үҙ һөтөбөҙ булырға тейеш.

Яҡшембәт ауылындағы “Искра” ауыл хужалығы кооперативы яҙғы сәсеү эшен ҡыҙыу алып барҙы. Беҙ, журналистар, гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, халҡына матбуғат һүҙен еткереүҙә даими ярҙам күрһәткән етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре Рәмил Мостафин менән осрашыуға ашығабыҙ. Тыуған төбәгенең һәр ташын, һәр үләнен яҡшы белгән Рәмил Ғиниәт улының был хужалыҡта етәкселек итеүенә лә сирек быуаттан ашыу икән. Хәстәрлекле етәксе, оҫта ойоштороусы игенселек, малсылыҡ тармағын биш бармағы кеүек белгәнгә күрә, хужалыҡ районда ғына түгел, республика кимәлендә лә киң билдәле. 16 мең гектарҙан ашыу сәсеүлектең бер мөйөшө лә сәселмәй ҡалмай!
Өҫтәлдәрҙә муллыҡ булһынТәжрибәле баш агроном Өлфәт Исхаҡовҡа таяна Рәмил Мостафин. Өлфәт Япар улының фиҙакәр хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған: Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ул.
— Ун сәсеү агрегаты орлоҡто тәүлегенә бер мең гектар тирәһе ерҙә бураҙнаға һалып, эште теүәлләргә ашыға. Бөтәһе 12 төр ашлыҡ сәсәбеҙ: арпа, арыш, бойҙай, тары... Техника үҙебеҙҙеке, сәсеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, — ти ул. Биш миллион һумға төшкән “Кензе-3600” сәскесе өсөн һөйөнөп бөтә алмайҙар. Биш мең гектарҙа көнбағыш, ике мең гектарҙа кукуруз баҫыуҙарын иңләгән заманса ҡорамал бер юлы 16 рәткә орлоҡ һалыу мөмкинлегенә эйә. Уны механизатор Айҙар Ямансаров “йүгәнләгән”.
– Быйыл беренсе тапҡыр гәрсис сәсергә булдыҡ. Ни тиһәң дә, көнбағыш, етен, гәрсис “бизнес культура”ға ҡарай. Йәғни уларҙан май һығып алалар, ихтыяж ҙур, төп килем сығанағы ла ул, — тине Рәмил Ғиниәт улы ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Артабан Түбәнге Баба бригадаһының йәйлә­үенә юл тотабыҙ. Хужалыҡ бөтәһе биш меңдән ашыу мал аҫраһа, 740 һауын һыйыры бар. Һөт йылғаһы мул булмаҡсы. Ошо көндәрҙә тәүлегенә 14,5 тонна һөт тапшырыла. Уны Ырымбурҙан килеп алалар. Фер­ма мөдире Илнур Исхаҡов йәмле Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан йәйге лагерҙа һауынсылар менән таныштыра. Ул оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән Гөлсәсәк Хәлитова, Гөлсәсәк Исхаҡова, Зәлифә Мөхәмәтйәрова, Сәлимә Ишмөхә­мәтова, Рәзилә Искәндәрова, Вилиә Искәндәрова, мал ҡараусылар Сәлмән Ишмөхәмәтов, Азат Ишкининды маҡтап телгә алды. Гөлсәсәк Хәлитова иһә былтырғы эш йомғаҡтары буйынса райондың Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов исемендәге премияһы лауреаты булған.
Хужалыҡҡа 12 ауыл ҡарай, Яҡшембәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле, күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә бирә, һатып аҡсаға ла әйләндерә.
– Яңыраҡ ҡаланан өс балалы ғаилә килеп, мәш­ғүллек, торлаҡ белеште. Ғаилә башлығы эшһеҙ ҡалған, ҡатыны балалар тәрбиәләй. Мин уларға буш торған йортто күрһәттем. Ерҙә йәшелсә-картуф үҫтереп, яйлап мал, ҡош-ҡорт тота башлаһалар, барыһы ла яҡшы булыр. Беҙгә механизаторҙар, ремонтсылар кәрәк. Эй, ауыл тормошоноң ҡәҙерен генә белмәй йәштәр! — тине Рәмил Ғиниәт улы әсенеп.
Яҙлау ауылына һуғылабыҙ. Бында 251 баш йылҡы малы аҫрала. Сарсап килгән юлсыларҙы ҡымыҙ бешкән ҡыҙҙар шифалы эсемлек менән һыйланы. Ул ашханаға, эшсәндәргә оҙатыла икән. Тиҙҙән ауыл һабантуйы үткәреләсәк, унда ла ҡымыҙ төп эсемлек булмаҡсы.
Әйткәндәй, “Искра” ауыл хужалығы кооперативы базаһын республика кимәлендәге сараларҙы үткә­реү урыны итеп тә һайлайҙар. Ай аҙаҡтарында яһалма аталандырыу белгестәренең республика ярышы тап Яҡ­шем­бәттә уҙасаҡ, әле әҙерлек эштәре бара.
460 кешегә эш урыны биргән кооператив эшсән­дәре тиҙҙән һабантуйҙа күңел асасаҡ. Өмөт орлоҡ­тары өмөттәрҙе аҡлаһын ғына...


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә