Май айындағы оҙайлы шифалы ямғырҙар ерҙе дымға туйындырғас, донъя йәм-йәшел төҫкә мансылды. Һыйырҙар йәйләүҙә һутлы үләнгә туйына, ҡолондар йәшел хәтфә болонда уйнаҡлай. Бураҙнаға алтын орлоҡтар ята. Өмөт орлоҡтары. Илдә санкциялар иғлан ителгән мәлдә өҫтәлебеҙҙә үҙ икмәгебеҙ, үҙ һөтөбөҙ булырға тейеш. Яҡшембәт ауылындағы “Искра” ауыл хужалығы кооперативы яҙғы сәсеү эшен ҡыҙыу алып барҙы. Беҙ, журналистар, гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, халҡына матбуғат һүҙен еткереүҙә даими ярҙам күрһәткән етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре Рәмил Мостафин менән осрашыуға ашығабыҙ. Тыуған төбәгенең һәр ташын, һәр үләнен яҡшы белгән Рәмил Ғиниәт улының был хужалыҡта етәкселек итеүенә лә сирек быуаттан ашыу икән. Хәстәрлекле етәксе, оҫта ойоштороусы игенселек, малсылыҡ тармағын биш бармағы кеүек белгәнгә күрә, хужалыҡ районда ғына түгел, республика кимәлендә лә киң билдәле. 16 мең гектарҙан ашыу сәсеүлектең бер мөйөшө лә сәселмәй ҡалмай!
Тәжрибәле баш агроном Өлфәт Исхаҡовҡа таяна Рәмил Мостафин. Өлфәт Япар улының фиҙакәр хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған: Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ул.
— Ун сәсеү агрегаты орлоҡто тәүлегенә бер мең гектар тирәһе ерҙә бураҙнаға һалып, эште теүәлләргә ашыға. Бөтәһе 12 төр ашлыҡ сәсәбеҙ: арпа, арыш, бойҙай, тары... Техника үҙебеҙҙеке, сәсеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, — ти ул. Биш миллион һумға төшкән “Кензе-3600” сәскесе өсөн һөйөнөп бөтә алмайҙар. Биш мең гектарҙа көнбағыш, ике мең гектарҙа кукуруз баҫыуҙарын иңләгән заманса ҡорамал бер юлы 16 рәткә орлоҡ һалыу мөмкинлегенә эйә. Уны механизатор Айҙар Ямансаров “йүгәнләгән”.
– Быйыл беренсе тапҡыр гәрсис сәсергә булдыҡ. Ни тиһәң дә, көнбағыш, етен, гәрсис “бизнес культура”ға ҡарай. Йәғни уларҙан май һығып алалар, ихтыяж ҙур, төп килем сығанағы ла ул, — тине Рәмил Ғиниәт улы ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Артабан Түбәнге Баба бригадаһының йәйләүенә юл тотабыҙ. Хужалыҡ бөтәһе биш меңдән ашыу мал аҫраһа, 740 һауын һыйыры бар. Һөт йылғаһы мул булмаҡсы. Ошо көндәрҙә тәүлегенә 14,5 тонна һөт тапшырыла. Уны Ырымбурҙан килеп алалар. Ферма мөдире Илнур Исхаҡов йәмле Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан йәйге лагерҙа һауынсылар менән таныштыра. Ул оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән Гөлсәсәк Хәлитова, Гөлсәсәк Исхаҡова, Зәлифә Мөхәмәтйәрова, Сәлимә Ишмөхәмәтова, Рәзилә Искәндәрова, Вилиә Искәндәрова, мал ҡараусылар Сәлмән Ишмөхәмәтов, Азат Ишкининды маҡтап телгә алды. Гөлсәсәк Хәлитова иһә былтырғы эш йомғаҡтары буйынса райондың Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов исемендәге премияһы лауреаты булған.
Хужалыҡҡа 12 ауыл ҡарай, Яҡшембәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле, күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә бирә, һатып аҡсаға ла әйләндерә.
– Яңыраҡ ҡаланан өс балалы ғаилә килеп, мәшғүллек, торлаҡ белеште. Ғаилә башлығы эшһеҙ ҡалған, ҡатыны балалар тәрбиәләй. Мин уларға буш торған йортто күрһәттем. Ерҙә йәшелсә-картуф үҫтереп, яйлап мал, ҡош-ҡорт тота башлаһалар, барыһы ла яҡшы булыр. Беҙгә механизаторҙар, ремонтсылар кәрәк. Эй, ауыл тормошоноң ҡәҙерен генә белмәй йәштәр! — тине Рәмил Ғиниәт улы әсенеп.
Яҙлау ауылына һуғылабыҙ. Бында 251 баш йылҡы малы аҫрала. Сарсап килгән юлсыларҙы ҡымыҙ бешкән ҡыҙҙар шифалы эсемлек менән һыйланы. Ул ашханаға, эшсәндәргә оҙатыла икән. Тиҙҙән ауыл һабантуйы үткәреләсәк, унда ла ҡымыҙ төп эсемлек булмаҡсы.
Әйткәндәй, “Искра” ауыл хужалығы кооперативы базаһын республика кимәлендәге сараларҙы үткәреү урыны итеп тә һайлайҙар. Ай аҙаҡтарында яһалма аталандырыу белгестәренең республика ярышы тап Яҡшембәттә уҙасаҡ, әле әҙерлек эштәре бара.
460 кешегә эш урыны биргән кооператив эшсәндәре тиҙҙән һабантуйҙа күңел асасаҡ. Өмөт орлоҡтары өмөттәрҙе аҡлаһын ғына...