Яңыраҡ Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм “Рисәләт-Послание” гәзите редакцияһы менән берлектә конкурс ойоштороп, балалар араһынан изге Ҡөрьәнде яттан һөйләүселәрҙең иң-иңдәрен асыҡланы. Унда ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙың төрлө тарафынан йыйылдылар. Бындай саралар уҙыуы хаҡында йыш ҡына белмәй ҡалам, шуға Ҡөрьән уҡыусыларҙың нисек ярышыуын күҙ алдына килтерә алмай инем. Әлегеһенә лә Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән барып эләктем, йома кис дин юлында ғилем туплаусы бер танышымдың: “Иртәгә ауылдан бер туған ҡустым килергә тейеш, сүрәләр уҡыу байрамына”, – тигәнен ишеткәс. Төрлө кешенән һорашһаҡ та, конкурста ҡатнашыу өсөн иртәнге сәғәт 9-ға мәҙрәсә янына йыйылырға кәрәклегенән башҡаны белә алманыҡ. Кис бит, ҡайҙан ниндәй мәғлүмәт табаһың инде...
Өйгә ҡайтҡас, өлкән малайҙың ҡылын тартҡылап ҡарайым. “Барам!” – тине ул, йөҙө кинәт яҡтырып. Бәләкәйе ҡала буламы – уныһы ла әҙерләнә башланы. Тик үҙем уйға баттым: ҡатнаштыралармы беҙҙе конкурста, юҡмы? Саҡырылмаған ҡунаҡ кеүек бит инде. “Барығыҙ. Алмаһалар ни, кире ҡайтырһығыҙ”, – тине әсәләре.
Мәктәпкә йыйынғанда оҙаҡ уятырға тура килһә лә, Вилдан мәҙрәсәгә бараһы көндө үҙе торҙо. Иҙел, ғәҙәттәгесә, уғаса аяғөҫтө ине инде. Иркенләп йөрөп әҙерләндек тә, сүрәләрҙе ҡабатлау өсөн “Һәфтиәк шәриф”те ҡыҫтырып алып, ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Көнө шундай матур – изге ниәттәге сараға Аллаһ тарафынан инселәнгән тиерһең!
Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә, дөрөҫөрәге, колледжда, беҙҙе бик ҙур ҡунаҡтай ҡаршы алдылар, йәш шәкерттәр, “Әс-сәләмү-ғәләйкүм!” тип сәләм биреп, башҡортса һүҙ ҡушып, конкурста ҡатнашыусыларҙы теркәү урынына оҙатып уҡ ҡуйҙы. Иҙелде 7 йәшкә тиклемгеләр төркөмөнә яҙҙылар, уларҙан “Әл-Фил”дән “Ән-Нәс”кә тиклемге сүрәләрҙе ятлатырға тейештәр. Вилданға 7-нән 12 йәшкә саҡлылар араһында “Әл-Фәджр”ҙән аҙаҡҡыларын һөйләргә тура киләсәк.
Бер аҙ ваҡытығыҙ бар, тигәстәр, Мостай Кәрим урамы буйлап йөрөп алдыҡ. Шундай күркәм урын булғандыр ул элек тә: быуаттан ашыу тарих һаҡлаған йорттарҙың, мәсет, мәҙрәсә биналарының зауыҡ менән төҙөлгәнлеге һоҡландыра. Барыһы ла әле яңыртылыу өҫтөндә. “Их, ошо тирәне мосолман кварталы иткәндә...” – тип хыялланып та ҡуйҙыҡ, конкурсҡа йыйылыусы балаларҙың күплеген күреүҙән күңелебеҙ елкенеп.
Сара изге Ҡөрьәнде уҡыуҙан башланды. Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар хәҙрәт Малахов, барыһын да тәбрикләп, рухи тәрбиә, әхлаҡ нигеҙҙәренең бала күңелен бәләкәй саҡтан уҡ биләргә тейешлеген билдәләне. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов, йыйылыусыларға мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың сәләмен еткергәс: “Ҡөрьәнде өйрәтеү – кешегә ата-әсәһенән бирелгән иң ҙур мираҫ”, – тине. Артабан Ҡаһирәләге “Әл-Әзһәр” университетынан Өфө мәҙрәсәһендә белем биреү маҡсатында килгән шәйехтәр телмәр тотто. Әйткәндәй, был остаздарҙың ҡайһы берҙәре 15 йәшендә Ҡөрьән-хафиз булған, бәғзеләре – унан да иртәрәк! Изге китап, Ислам дине тураһында һөйләгәндәрендә шәйехтәрҙе, телен аңламаһаң да, сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин. “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығыраҡ сафлана. Ундайҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, – тине Илдар хәҙрәт Малахов.
Бына ҡатнашыусыларҙы, автобусҡа ултыртып, ЮХХДИ машинаһы оҙатыуында Дуҫлыҡ монументына табан алып киттеләр. “ПАЗ”ға һыймағандар үҙ автомобилендә юлланды. Беҙ ҙә тығылышманыҡ, яныбыҙға бер шәкертте лә ултыртып алдыҡ. Тажикстандан икән ул. Урыҫса насар белһә лә, һүҙгә әүәҫ. “Икенсе йыл уҡыйым был мәҙрәсәлә, – ти. – Барыһы ла оҡшай. Тик ҡалала мосолмандарҙың аҙлығына аптырайым. Беҙҙә кеше бәләкәйҙән үк динде өйрәнә, әхлаҡлы мөхиттә үҫә, ә бында күптәр матди ҡиммәттәрҙе төп урынға ҡуя. Ауылдарығыҙҙа, моғайын, хәл яҡшыраҡтыр, халыҡ динлелер...”
Конкурс теплоходта барасаҡ икән. Бына һиңә сюрприз! Ошоғаса балаларымдың түгел, үҙемдең дә һыу транспортына ултырғаным юҡ ине. Ҡөрьән сүрәләрен өйрәнеүҙең бәрәкәте, тип ҡабул иттек.
Баштан уҡ шуға иғтибар иткәйнем: бында йыйылғандарҙың бөтәһе лә – кесеһенән олоһона тиклем – шундай ихлас, итәғәтле, сабыр. Берәү ҙә башҡаларҙан алдараҡ барырға, күберәкте күрергә, яҡшыраҡ урын алып ҡалырға тырышмай. Икенсе ҡатҡа менгәйнек, әллә нисәмә кеше үҙенең ултырғысын тәҡдим итте беҙгә. Берәүҙәр янына килеп ҡунаҡланыҡ та танышып киттек: Белорет районы балалары икән.
– Бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ Өфөләге конкурста, – тине уларҙы алып килгән өлкәндәрҙең береһе. – Әле утыҙ кешебеҙ, Көҙйылғанан, Татлынан, Уҫманғәле менән Исмаҡайҙан. Бишенсе йыл инде Исмаҡайҙа ла үҙебеҙ ошондай уҡ ярыш ойошторабыҙ...
– Һеҙ Фәтих хәҙрәтме әллә? – тип һорап ҡуйҙым.
– Ҡайҙан беләһегеҙ?
– Исемегеҙҙе йыш ишетәм, гел ололап һөйләйҙәр.
Фәтих Фәтҡуллин тыумышы менән Исмаҡайҙыҡы, Межгорьела оҙаҡ йылдар эшләп, шунда төпләнгән. Әле шул ҡалала имам-хатип булып тора. Дин тураһында урыҫса ла, башҡортса ла шиғырҙар яҙа үҙе, китабы баҫылып сыҡҡан.
– Шиғри һүҙ кеше күңеленә нығыраҡ тәьҫир итә, шуға динде аңлатҡанда фекерҙәремде рифмаға һалам, – ти Фәтих хәҙрәт. – Бына был конкурсты ла теплоходта үткәреүҙәре юҡтан түгел: белеүегеҙсә, һыу үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. Тимәк, ошонда яңғыраған аяттар Ағиҙелгә “һеңеп”, аҙаҡ пар рәүешендә күккә күтәрелеп, Башҡортостаныбыҙға изгелек булып яуасаҡ...
Уҫманғәленән килгән Фәтих исемле 10 йәшлек малай менән һөйләшеп киттек. “Беҙ, Рәфис хәҙрәттең улдары Билал менән мин, икәүләп килдек ярышҡа, – тине ул. – Дүрт йәшемдән бирле уҡыйым аяттарҙы, хәҙер инде 32 сүрәне беләм. Конкурста тәүге ҡатнашҡанымда бер ниндәй ҙә урын алмағайным, унан һуңғыларында беренсе, икенсе дәрәжә дипломдарға өлгәштем”. Унан Вилдандан һорап ҡуйҙы:
– Һиңә нисә йәш? Нисә сүрәне беләһең?
– Туғыҙ йәш миңә. Ун икене ятлағанмын.
– Мин һинең һымаҡ саҡта 24-те белә инем. Ике тапҡырға күберәк. Тырышырға кәрәк!
Бөрйәндән Байназар ауылының имам-хатибы Данияр хәҙрәт ике малай менән бер ҡыҙҙы алып килгән. Ғафури районының Һабай һәм Ҡауарҙы ауылдарынан, Салауат районы үҙәге Малаяҙҙан да өмөтлө балалар менән таныштыҡ. Дүртөйлөнән, Туймазынан, Благоварҙан, Стәрлетамаҡтан да бар инеләр. Ике баланың ғәрәпсә китаптан аяттар уҡып ултырғанын күргәс, нисек өйрәнгәндәрен һорашҡайным, атайҙары: “Улар бит Ҡаһирәлә үҫте, – тине. – Шундағы университетта белем алғайным”.
Ҡөрьәнде яҡшыраҡ белгәндәрҙе осратҡан һайын күңелдә сәм арта ғына. Бәләкәстәрҙең уңышы айырыуса ҡыуандыра.
Балалар имтихан үткән бүлмәгә этеш-төртөшһөҙ генә инә торҙо, белгәндәрен тыныс ҡына һөйләп бирә торҙо. Уларҙың береһенең дә йөҙөндә еңеүгә, башҡаларҙы уҙҙырыуға ынтылыш күрмәнем. Үҙҙәренең көсөн һынау ғына мөһим кеүек ине барыһына ла. Иҙел ағаһынан алдараҡ инеп, һигеҙ сүрәне ятлап сыҡты. Вилданға иһә тәүҙә белмәгәне тура килде, аҙаҡ икәүҙе һөйләттеләр. Баһалама ағзалары диҡҡәт менән тыңлай, өҫтәмә һорауҙар биргеләй.
Өс сәғәт буйы теплоходта йөҙөп, өйлә намаҙы ваҡытына ғына мәҙрәсәгә кире ҡайттыҡ. Унда балаларҙы тәмле былау, шәрбәттәр һәм, әлбиттә, еңеүселәрҙе бүләктәр көтә ине. Беренсе урын алғандарға ноутбук бирһәләр, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн велосипед, кеҫә телефоны, спорт ҡорамалы һымаҡ ҡиммәтле әйберҙәр тапшырылды.
– Атай, ниңә беҙгә бер нәмә лә юҡ? – тип һораны кинйә улым, ҡайтырға сыҡҡас. Мин ни тиергә белмәй торғанда ағаһы яуапланы:
– Теплоходта йөрөү бүләк түгелме һиңә? Етмәһә, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирәсәк. Киләһе йыл ҡатнашыу өсөн ярыштың тәртибен дә белдек...
Балалар мәғәнәһен аңлағас, ярышты ойоштороусылар маҡсатына өлгәшкәндер, тип һығымта яһаным үҙемсә.