Көньяҡ Африка РеспубликаһыБаш ҡалаһы: Претория (1,5 миллион самаһы кеше йәшәй).
Халҡы: 51,8 миллион (донъяла 25-се урынды биләй).
Майҙаны: 1,22 миллион кв.км. (донъяла 24-се урында).
Дәүләт башлығы: Президент. КАР Парламентының Милли ассамблеяһы һәм уның ағзалары тарафынан биш йылға һайлана. Бер үк ваҡытта Хөкүмәт башлығы һәм Милли Ҡораллы Көстәрҙең баш командующийы булып та тора.
Рәсми валюта: ранд.
Көньяҡ Африка Республикаһы – ғәжәп матур һәм һоҡландырғыс ил. Бында бихисап ҡырағай хайуандар тереклек итә. Африканың иң ҙур бесәйҙәре арыҫлан, леопард, гепард, фил, мөгөҙморон, бегемот әлегә ҡәҙәр иркенләп йәшәй. Илдең барлыҡ туғыҙ провинцияһында ла милли парктар, ҡурсаулыҡтар бар. Шуларҙың иң танылғанының – Крюгер исемендәгеһенең майҙаны ҙур булмаған дәүләттәрҙекенә тиң.
Иҡтисады тотороҡло
КАР файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Донъялағы платиноид запасының 87, марганецтың – 80, хромдың – 72,4, ванадийҙың – 44, алтындың – 40, алмастың 20 проценты самаһы бында тупланған. Илдең көньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрендә ҙур булмаған нефть, газ ятҡылыҡтары асылған.
Сәнәғәт йүнәлешенең төп нигеҙе – эшкәртеү. Ҡара металлургия, төҫлө металдар етештереү тармағы үҫешкән. “САБ-Миллер” һыра компанияһы 11 илгә, шул иҫәптән Рәсәйгә үҙенең тауарын сығарыу буйынса донъя баҙарында тәүге урындарҙы биләй.
Туҡыу, тегеү, күн, аяҡ кейеме етештереү алға бара. Ҡағыҙ, ҡатырға, целлюлоза, цемент эшләү көйгә һалынған.
КАР – минераль ресурстарға иң бай дәүләттәрҙең береһе. Алтын табыу буйынса ул әлегә ҡәҙәр донъяла беренсе урынды биләй.
“БМВ”, “Мерседес”, “Мазда”, “Форд” автомобилдәре йыйыла бында.
Ауыл хужалығы юғары кимәлдә үҫешкән, иҡтисадҡа тышҡы бәйләнештәрҙең нығыуы ҙур йоғонто яһай. Импорт менән экспорт күләме бер кимәлдә һаҡлана. Ил Германия, АҠШ, Ҡытай, Япония, Бөйөк Британия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Нидерландтар, Франция, Ирандан машиналар, нефть, аҙыҡ-түлек, химия тауарҙары алһа, үҙе байтаҡ илдәргә минераль сеймал (башлыса алмас, платина, алтын), ҡорамалдар, автомобилдәр, эсемлектәр һата. Республиканың автотранспорт тармағы камиллашҡан.
Ун өс йәштән – кейәүгә Көньяҡ Африка һәр ваҡыт үҙенең күп төрлө мәҙәниәте, шулай уҡ бында йәшәгән халыҡтарҙың йолалары менән дан тота. Урындағылар ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә ҙур әһәмиәт бирә. Илдә күп ҡатынлылыҡ рәсми рәүештә рөхсәт ителгән. Кейәү өйләнгәндә кәләштең ата-әсәһенә мәһәр түләргә бурыслы. Һыйыр бирергә лә мөмкин. Ҡыҙҙарҙы кейәүгә иртә – ун өс йәштән – оҙатыу рөхсәт ителә. Был осраҡта никахҡа инеүгә рөхсәтте ҡәбиләнең башлығы бирә, ата-әсәнең ризалығы кәрәк түгел. Ғаиләлә барлыҡ нәмәне ир хәл итә. Урындағы халыҡ ниндәй генә динде тотмаһын, дөйөм һыҙат хас: бөтәһе лә тәбиғәттең илаһи, бөйөк көсөнә һәм йәндең күсеүенә ышана. Легендалар буйынса, имеш, кешеләрҙең нәҫел ебе балыҡтарға барып тоташа. Шуға ла уларҙы һәм барлыҡ диңгеҙ йәнлектәрен ашау хәүефле һанала.
Йолаларға тоғролар Көньяҡ Африка Республикаһында тормош ҡапма-ҡаршылыҡлы. Был ҡала менән ауыл халҡы араһында айырыуса ныҡ күҙгә салына. Ауылдыҡылар бөтә нәмәлә йолаларға ышана, уларҙы ныҡ һаҡлай, ысынбарлыҡты әллә ни аңлап бөтмәй. Улар өсөн иң мөһиме – ғаилә хаҡында хәстәрлек. Ҡаланыҡылар киңерәк ҡарашлы, улар матди ҡиммәттәрҙе, ижтимағи тормошто өҫтөнөрәк күрә. Был айырыуса Йоханнесбург халҡына хас.
Көньяҡ Африкала ирекле мөхит, кейем, холоҡ йәки тышҡы күренеш буйынса дөйөм ҡағиҙәләр юҡ. Теүәллек – аборигендарҙың төп һыҙаты. Бында һуңлау насар ғәҙәт һәм тәрбиәһеҙлек, кешене хөрмәт итмәү тип һанала.
Күп милләтлелек хасКөньяҡ Африкала илле миллион самаһы халыҡ йәшәй. Кешеләрҙе расаға һәм милләтенә бүләләр. Африкандар илдең һикһән процентын тәшкил итә. КАР континенттың башҡа дәүләттәренән европалыларҙың күп булыуы менән айырыла. Улар башлыса Йоханнесбург, Кейптаун, Дурбанда йәшәй. Бынан тыш, ҡытайҙар, һиндтар ҙа байтаҡ ҡына.
Илдең төп проблемаларының береһе – үлем күрһәткесенең юғары булыуы. Ауырыуҙарҙың күплеге һәм илгә аҡ тәнлеләрҙең ағылыуы арҡаһында енәйәтселектең артыуы һөҙөмтәһе был. Республикаға йыл һайын күрше дәүләттәрҙән иммигранттар күпләп килә. Һуңғы йылдарҙа африкандарҙың ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек артты – 49 йәш. Әммә был бик аҙ. Шуныһы ғәжәп: башҡа илдәрҙән айырмалы, ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй.
Илдә ун бер тел рәсми булараҡ ҡабул ителгән. Был уның халҡы күп милләтле булыуы менән бәйле. Шулай ҙа африка теле күпселекте биләй, ул голланд һәм инглиз телдәренән барлыҡҡа килгән. Урындағы халыҡтың күпселеге бер нисә тел белә. Инглизсә өйрәнгән туристарға бында рәхәтләнеп һөйләшеп йөрөргә мөмкин.
Христиан дине өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ мосолмандар, индустар ҙа бар, йәһүдтәр бөтөнләй аҙ. Халыҡтың һиҙелерлек өлөшө үҙен атеист тип иҫәпләй. Ҡайһы бер африкандар тәбиғи көстәргә табына. Хөкүмәт бөтә төр конфессияға ла бер төрлө ҡарай, эштәренә ҡыҫылмай.
Мосафирға белеү кәрәкКАР – күп милләтле дәүләт, шуға ла бында аяҡ баҫасаҡ туристарға дөйөм кәңәш биреү ҡатмарлы. Әммә урындағы хәлгә ҡарап кейенә белеү мөһим. Мәҫәлән, урманға ял итергә бараһығыҙ икән, шорты менән майка кейергә кәрәк буласаҡ. Эшлекле сәфәр булһа, ирҙәргә – костюм, галстук, ҡатындарға иһә күлдәк, костюм кейеү кәңәш ителә. Иҫәнләшкәндә ир-ат ҡул ҡыҫыша, гүзәл зат сикәләренән үбешә.
Ҡунаҡҡа барғанда үҙең менән ҙур булмаған бүләк килтереү йолаһы бар – был хужабикәгә сәскә йәки шарап булыуы ихтимал. Шулай уҡ тыуған ерҙән иҫтәлеккә сувенир йәки сигарет та тәҡдим итергә ярай. Бүләк хаҡы 50 долларҙан артырға тейеш түгел.
Хужалар һеҙгә ниндәйҙер бүләк бирә икән, шунда уҡ асып ҡарарға, матур итеп йылмайырға кәрәк. Әммә уны уң йәки ике ҡул менән бергә алырға кәңәш ителә, һулы менән ярамай. Был аҡылһыҙлыҡ тип иҫәпләнә.
Байрамдары
1 ғинуар – Яңы йыл
21 март – Кеше хоҡуҡтары көнө
16 апрель – Көлкө көнө
27 апрель – КАР-ҙың бойондороҡһоҙлоҡ көнө
1 май – Хеҙмәт көнө
16 июнь – Йәштәр көнө
9 август – Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнө
24 сентябрь – Мираҫ көнө
16 декабрь –Теләктәшлек көнө
25 декабрь – Раштыуа
26 декабрь – Мәрхәмәтлелек көнө.
Белем алыуға – өҫтөнлөк
Илдә белем алыу әҙерлек класынан башлана. Мотлаҡ булмаһа ла, уның баланың үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайҙар.
Беренсегә 5,5-6 йәштә төшәләр. Мотлаҡ башланғыс белем – 9 йыл. Ул өс баҫҡысҡа бүленеп, һәр ҡайһыһы өсәр йыл тәшкил итә. Һәр баҫҡыстан һуң уҡыусыларҙың белемен билдәләү өсөн дөйөм тест үткәрелә. Уҡыу башлыса инглиз телендә алып барылһа ла, илдә рәсми булған 11 телдә лә дәреслектәр нәшер ителә.
Туғыҙҙан һуң урта мәктәптә тәбиғи фәндәрҙе һәм сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнәләр. Урта мәктәп колледж һәм махсус белем алыу кеүек төрҙәргә бүленә. Ун икенсе класта, 17-18 йәштәрҙә, сығарылыш уҡыусылары урта белем тураһында аттестат алыуға имтихан тапшыра. Ул юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғы бирә.
Әлбиттә, илдә шәхси мәктәптәр ҙә бар, әммә улар 10 – 15 проценттан артмай. Уҡыуға, мәғарифҡа ҙур күләмдә аҡса бүленһә лә, белем алыу бөтөнләй үк түләүһеҙ түгел – ата-әсә ниндәйҙер суммала өлөш индерә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер мәктәптәрҙә аҡса йыйыу закон тарафынан тыйыла.
Уҡыу йылы ғинуар уртаһында башланып, ноябрь аҙаҡтарына йәки декабрь баштарына ҡәҙәр дауам итә.
Йылтыр таштан башланған тарих
1866 йылда бәләкәй ҡыҙыҡай йылға буйында йылтыр таш табып ала ла әсәһенә, Джекобс ханымға, алып ҡайтып бирә. Уларҙың ҡунағы сауҙагәр Ван Никерк ташты, алмас түгелме икән тип, Кейптаунға тикшереүгә ебәрә. Бер ваҡыт губернаторҙан яуап урынына: “Ташты 500 фунт стерлингка һатып алам”, – тигән тәҡдим килә. Аҡсаны Джекобс менән Ван Никерк бүлешеп ала.
Йылтыр таш тигән нәмә алмас булып сыға – илдә тарихта күренмәгән алмас биҙгәге башлана. Уны хатта Аляскалағы, Джек Лондон иҫе китеп яҙған АҠШ-тың Алыҫ Көнсығышындағы алтын биҙгәге менән дә сағыштырып булмай.
Меңәрләгән кеше, бөтә нәмәһен ташлап, әлеге биләмәләге йылғалар буйына китә. Моряктар – караптан, һалдаттар армиянан ҡаса. Сауҙагәрҙәр – магазиндарын, фермерҙар көтөүҙәрен ташлап, алмас сыҡҡан ергә ашыға. Ул саҡта бында юлдар булмай, шуға ла йәйәү баралар. Кимберли ҡасабаһы ситтән килгәндәр менән тула. Хатта бер эшсе тәмәке тартып ултырғанда стенаның балсығында ҙур алмас киҫәген күреп, уны соҡоп ала.
Флитвуд Раусторнға ла көтмәгәндә бәхет ҡабағы асыла. Ул 1871 йылда бәләкәй генә майҙансыҡта ер соҡой башлай. Һуңынан был урында донъялағы ҡул көсө менән ҡаҙылған иң ҙур шахта барлыҡҡа килә. Уның диаметры 500, тәрәнлеге – 854 метр. Әлеге көндә шахта һыу менән тултырылған һәм кәртәләп алынған.
Бер аҙҙан йәнә Трансвааль провинцияһында донъялағы иң бай алтын ятҡылыҡтарының береһе табыла. Африканың көньяғы зыҡ ҡуба. Тимер юлдар һалына башлай, ҡалалар үҫә.
Әммә байлыҡ менән илгә бәхетһеҙлек тә килә. Бөйөк Британия бөтөн алмас, алтын ятҡылыҡтарына хужа булырға теләп, африкандарға ҡаршы һуғыш аса. Яу өс йылға һуҙылып, 1902 йылда инглиздәр уларҙы баҫып ала. Һөҙөмтәлә материктың сәйәси картаһында Көньяҡ Африка Союзы барлыҡҡа килә.
Оҙайлы һуғыштарҙан һуң африкандарға аҡ тәнлелер менән бер тигеҙ хоҡуҡтар бирелә.
Былар ҡыҙыҡлы lКАР 1961 йылдың 31 майында Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
lКАР – ядро ҡоралынан баш тартҡан илдәрҙең береһе.
lКАР – бер урамда Нобель премияһының өс лауреаты йәшәгән берҙән-бер дәүләт. Соуэто ҡалаһының Вилакази урамы хаҡында белмәгән кеше юҡ был тарафта.
lКөньяҡ Африка донъя баҙарына экспортҡа емеш-еләк оҙатыу буйынса икенсе урынды биләй.
lКрандан аҡҡан һыуҙың сифаты буйынса донъяла өсөнсө урында.
lИң арзан электр энергияһы ла бында.
lКөньяҡ Африка биләмәһендә һыуға батҡан ике меңдән ашыу карап бар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә – 500 йыл!
lИлдә донъялағы иң ҙур ағас – баобаб – үҫә. Ул 5 мең йыл самаһы йәшәй һәм олононоң диаметры 25 метрға ҡәҙәр етә. Ашарға яраҡлы емешен “маймыл икмәге” тип йөрөтәләр.
lКөньяҡ Африка үҙенең континентында 2010 йылда беренселәрҙән булып футбол буйынса донъя чемпионатын үткәрҙе.
lИлдә бөтәһе 280 мең ел тирмәне эшләй.
lДәүләт ҡаҙнаһының 11 проценттан ашыуы һаулыҡ һаҡлауға китә. Был – ярайһы күп аҡса тотонолған тармаҡ.
lЙөрәкте күсереп ултыртыу буйынса тәүге операция 1967 йылда Көньяҡ Африкала яһала. Уны хирург Крис Барнард башҡара.
lДонъяла биологик төрлөлөк буйынса Көньяҡ Африка өсөнсө урынды биләй.
lКАР юлдарының яҡшылығына һоҡланырлыҡ. Юл саттарында “гаишник”тарҙы күрмәҫһең. Бер-бер хәл булһа, уларға аҡса төртөү тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Тәртип ҡаты. Ил халҡының 99, 9 процентында водитель танытмаһы бар. Күпселек афроамерикандар уны “ҡара баҙар”ҙа һатып ала. КАР-ҙа танытмалы булыу ҡыйын түгел – ул ни бары 600 ранд йәки 60 доллар тора. Был осраҡта биш йыл һайын түләүһеҙ аттестация үтергә тейеш булаһың. Водителдәр һәр кешегә яҡшы мөнәсәбәттә, хатта бер үҙе генә булғанда ла улар светофорҙың ҡыҙыл төҫө янып торғанда китмәйәсәк.
lСигареттар Европалағына ҡарағанда ҡыйбатыраҡ. Мәҫәлән, бер ҡап “Мальборо” өсөн 40 – 45 ранд сығарып бирергә тура киләсәк.
lКАР – күмерҙән бензин уйлап тапҡан беренсе ил. Алмас шахталарының тәрәнлеге буйынса ла уларға тиңләшеүсе юҡ, хатта ҡайһы берҙәренең тәрәнлеге 6 километрға ҡәҙәр барып етә.
lТорлаҡҡа кредит 4 – 5 проценттан артмай. Океан янында 100 мең долларға ике ҡатлы йорт һатып алырға мөмкин.
lКлимат үтә йылылығы менән уңайлы. Йәйге миҙгел декабрҙән – февралгә, ҡышҡыһы июндән авгусҡа тиклем дауам итә.
lАрыҫлан аулау африка һунарсыһы өсөн иң ҙур ҡаҙаныш һанала. Ә иң ҡурҡыныс һунар – буйволға. Был хайуанды эләктереү өсөн бары иң оҫталар, профессионалдар сыға, сөнки тәүге атыуҙа уҡ үлтерә алмаһаң, үҙең уның ҡорбаны булыуың ихтимал. Буйвол сәғәтенә 50 километр тиҙлек менән йүгерә ала, шуға иң етеҙ аусы ла унан ҡасып ҡотола алмай.