Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт
Республиканың баш ҡалаһында “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһына 25 йыл тулыуға арналған “Йылъяҙма. Башҡортостан. 25” тип аталған фотокүргәҙмә асылды. Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған был сара, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарынан тыш, билдәле шәхестәрҙе лә йыйҙы.

– Был эш башланғанда тәбиғәтте фотоға төшөрөргә яратҡан бер төркөм йыйылып, экспедицияларға сыға ине. Улар республиканың бөтөн матур урындарын йөрөп сыҡҡандыр. Бөгөн беҙ ошо 25 йыл эсендә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Әлбиттә, күргәҙмәгә сығарылған фотоһүрәттәр әллә ни күп түгел, ә бына төшөрөлгән кадрҙар меңәрләп иҫәпләнә.
Бөгөн халыҡ менән аралашҡанда, фотоаппараттар, телекамералар тоҫҡа­уына ғына эләгеп ҡалмайһың, бер ыңғай тиҫтәләгән кеҫә телефондарына ла төшөрөп өлгөрәләр. Заманса технологиялар ярҙамында фотография киң таралды һәм мәҙәниәттең бер төрөнә әйләнде.
Беҙҙең республика бигерәк матур. Ҡарарлыҡ, һоҡланырлыҡ урындар бихисап. ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан бөтөн ерҙе төҙөкләндерергә тыры­шабыҙ. Төбәккә килгән һәр кем ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтыр, – тип билдәләне төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, күргәҙмәне асып.
Экспозицияла Башҡортостанда һуңғы бер нисә тиҫтә йылда төшөрөлгән йөҙҙән ашыу фото тәҡдим ителде. Уларҙың авторҙары – Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле фоторәссамдар, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС берләшмәһенә ҡараған ил вәкилдәре. Был эштәр Башҡорт­остандағы үҙгәрештәр, ер, кешеләр, сағыу ваҡиғалар тураһындағы фотоочерк кеүек ҡабул ителә. Рәсәйҙең Фоторәссамдар союзы рәйесе, летчик-космонавт, Рәсәй Геройы Юрий Батурин эштәрҙе юғары баһаланы.
– Әлеге акцияны һаҡлап, матур йолаға әүерелдереп үткәреүегеҙгә һоҡ­ланам. Башҡортостанда фотография мәктәбе бик көслө, юғары кимәлдәге оҫталар эшләй, йыш ҡына күргәҙмәләр ойошторола. Миңә ҡалһа, яҡын киләсәктә Фотография йорто булдырыу һәйбәт булыр ине, – тине ҡунаҡ үҙ сығышында.
– 25 йыл элек Бөрйән районын һыу баҫты. Хәл ҡот осмалы ине. Беҙ йы­йыл­дыҡ та Башҡортостандың Юғары Советының Экология һәм тәбиғәт ресурс­тарын һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса комиссия рәйесе Рөстәм Хәмитовҡа барҙыҡ. Ул шунда уҡ: “Һөйләштек. Йыйындыҡ та киттек”, – тип команда бирҙе. Ул ваҡытта төрлө ойоштороу эштәрен атҡарып сығарыу бик ауыр ине. Бихисап кәртәләргә ҡарамай, Рөстәм Зәки улы беҙҙе Бөрйәнгә алып барҙы. Шул ваҡытта ошо акцияны үткәреү башланғысы менән сыҡты ул. Бер тапҡыр ойоштороу комитеты рәйесе булырға ла ризалыҡ бирҙе һәм бына инде 25 йыл буйына ошо вазифаны үтәй, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рәсәй Фоторәссамдар союзы ағзаһы, “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2015” акцияһы кураторы, республикалағы билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтов.
Был акция, шулай итеп, республикала 1990 йылдан үткәрелә. Ул Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә, экологик мәсьәләләргә мониторинг яһауға, ойошторолған туризм һәм экотуризм тәртибен индереүгә, милли парктарҙың, ҡурсаулыҡтарҙың, тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларҙың баһаһын арттырыуға, халыҡ ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, матди булмаған мираҫты һаҡлауға, республиканың милли брендтарын киң танытыуға, шулай уҡ Башҡортостанды ил һәм донъя күләмендә ыңғай яҡтан күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Фоторәссамдар ике көндө Өфөлә үткәргәндән һуң бер аҙна дауамында республика буйлап сәйәхәт итәсәк, Баҡалы, Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Шаран райондарында һәм Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында яңы һүрәттәр төшөрәсәк, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә