Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Урал Фәләх улы Ҡолошов 1965 йылдың 1 майында Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Тәгеш ауылында тыуа. Силәбе ҡалаһының 73-сө училищеһында рәссам-декоратор һөнәрен үҙләштерә. 1984 — 1986 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһының художество бүлеген тамамлағас, Сосновка районының Долгодеревенское ҡасабаһындағы сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 2002 йылдан — үҙ районының «У камина» исемле әҙәби берекмәһе етәксеһе. М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәлә урыҫ секцияһын етәкләй. Шиғырҙары һәм хикәйәләре «У камина», «Знакомство», «От Урала до Невы», «Силәбе шишмәләре», «Һөйөнсө», «Силәбе башҡорттарының әҙәбиәт антологияһы», «Дуҫлыҡ тирмәһендә», «Берез уральских шум» исемле әҙәби йыйынтыҡтарға ингән.
2006 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә авторҙың «Рәхмәт көсө» исемле тәүге хикәйә­ләр китабы донъя күргәйне. «Брызги солнечных лучей» тигән икенсе китабы 2010 йылда Силәбелә нәшер ителде. «Күңел йылыһы» исемлеһен автор 50 йәшлек юбилейы айҡанлы Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡарамағына әҙерләп тапшырған.

Борон-борон заманда, әле бер ерҙә лә күл булмағанда, ауылдар ҙа юҡ саҡта, шау килеп торған урманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың өс улы булған. Бабай бик изге күңелле кеше икән. Ул йәнлектәр телен аңлаған, ҡоштар уның өсөн генә баш осонда һайраған, ти, хатта атлап үткәнендә сәскәләр ҙә уға һонолоп үҫеп китә, имеш. Әммә ваҡыт үтеп торған, бабайға ла Аллаһ Тәғәлә янына юл алырға көндәр һанаулы ғына ҡалған. Уландарын янына саҡырып алып, тәбиғәткә күрһәтеп, былай тигән бабай: “Васыят итеп һеҙгә ошо матурлыҡты ҡалдырам. Иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле ҡомартҡы ул тәбиғәт, ошо мәңгелек серле донъя менән килешеп йәшәһәгеҙ генә ысын бәхетте табырһығыҙ. Ә ҡалғанын һеҙ аҡыл, йөрәк ҡушҡанса эшләгеҙ. Юлды артабан үҙегеҙгә һайларға тура килер. Ошо мәңгелек матурлыҡты һаҡлағыҙ, быуындан быуынға ҡалдырығыҙ”.
Бабай баҡыйлыҡҡа күскән, ә улдары, аталары әйткән һүҙ­ҙәрҙең төп мәғәнәһенә төшөнөп бөт­мә­йенсә, васыятҡа ҡолаҡ һалмай, артабан үҙҙәренсә тормош көткән, ти.
Тәбиғәт аталарына алтынды ла, көмөштө лә йәлләмәй биреп торғанлыҡтан, уландар был байлыҡтың “тәмен” белеп алған булған. Бына улар зиннәт эҙләп ер ҡаҙа башлаған. Бер-береһе менән ярыша-ярыша, бөтә көстәрен биреп, бик тәрән итеп ҡаҙһалар ҙа, бер ни ҙә тапмағандар, ти. Ахыры, хәлдән тайып йоҡлап киткәндәр. Иртәгәһен ҡояш күренеү менән уянып, соҡорҙо барып ҡараһалар, унда йымылдап, ниҙер күҙҙе сағылдырып ята, ти. Оло ағалары ҡояш нурҙарына емелдәп ятҡан һыуҙы алтын-көмөш сағылыуылыр тип уйлап йүгергән.
Сағыу нурҙарҙан һуҡырайған аға­ларын ҡустылары туҡтата ла алмаған. Байлыҡ артынан сапҡан беренсе уланға ни булғандыр — бер кем дә белмәй. Бәлки, бөгөн байлыҡ тип, изгелекте, матурлыҡты күрмәй йүгереүселәр ошо кешенең тоҡомолор?.. Уны Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә.
Һыу туҡтамай ҡалҡҡандан-ҡалҡҡан, бик ҙур ерҙе биләп алған, ти. Үтә күрен­мәле, бөтә тереклекте үҙенә йәлеп иткән күлгә хайуандар, ҡоштар ылыҡҡан. Һыу йәнлектәре барлыҡҡа килгән. Ағалы-ҡустылы ошо ожмахта артабан тормош көткән. Уртансы улан хайуандарға һунар иткән, балыҡ тотҡан, ҡоштар аулаған, ағастарҙы ҡырҡып, өйҙәр һалған. Тик һыу күтәрелгәндән-күтәрелгән, һалған өйҙәрен йотоп, йыйған байлыҡтарын төбөнә алып китеп торған. Уртансы улан тәбиғәткә үс итеп, емерек өйҙәр урынына яңыларын һалған, хайуандарҙы күберәк ҡырған, әммә байый алмаған. Берҙән-бер көндә ҡомһоҙ улан бөтөнләйгә юғалған. Ҡайҙа булған ул — бары тик Хоҙай ғына белә. Бәлки, нәфсеһен тыя алмай, тәбиғәтте бысратыусы, бейек-бейек шәхси йорттар һалды­рыусы кешеләр ошо уртансы улан тоҡо­молор?
Ағалары юғалып бөткәс, кинйә ул был ерҙән йыраҡҡараҡ барып ултырған. Уның тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашына, һәр бөжәктә ниндәйҙер мөғжизә күреүенә ағалары гел көлөп ҡараған булған икән. Иң һуңғы улан, бер үҙе ҡалғас, һыуҙың йыйылып күлгә әйләнеүенә һоҡланып бөтә алмаған, ҡоштар һайрауына таң ҡалып яр ситендә ултырырға яратҡан. Ҡояштың күлдең икенсе ярында байыуы ғәжәпләндергән уны. Тәбиғәт егеткә көн дә ниндәйҙер серен асҡан. Ағаларынан ҡасып бөткән хайуандар яйлап кире килгән, унан бөтөнләй ҡурҡмай, янында йөрөй башлаған. Ағалары юҡҡа сығарған матурлыҡты ҡустылары кире ҡайтарған. Һәр таңды ул яҡтылыҡ өләшеп тыуған ҡояшты шатланып ҡаршы алған. Ҡояш үҙ ҡосағына алған бөтә тереклекте яратҡан. Көн һайын шулай ҡыуаныуынан, матурлыҡты күреүенән, атаһы ҡасандыр әйтеп ҡалдырған васыятты иҫләүенән йөрәк түрендә изге тойғолар уянған. Ҡырҡ йыл үтеп киткәс, шулай тәбиғәт менән килешеп, бәхет тигән оло хисте тойған, ти. Ә тәбиғәт уның изге йөрәге, саф уйҙары өсөн бүләк итеп, сихри көс менән һыу ташыуҙы туҡтатҡан. Әммә, кешелекте иҫкәртепме икән, ҡырҡ йыл һайын ошо күл ташып, кире ярҙарына ҡайта икән. Кесе ул, атаһының васыятына тоғро ҡалып, ер ситендә баҡса үҫтереп, өй һалып йәшәп киткән, ти.
Әлеге көндә лә ошо хозур, матур урында төрлө емеш ағастары үҫә. Халыҡ ошо күлде Ҡалды тип йөрөтә. Ысынлап та, был урын беҙгә Аллаһ Тәғәлә бүләге булып тороп ҡалған бит. Әгәр ҡустылары ла ағалары кеүек ҡомһоҙ булһа, тирә-яҡты һыу баҫыр, кешелек, матурлыҡ юғалыр ине.
Кесе ул улдарына, ейәндәренә һөйләп ҡалдырғас, ошо легенда бөгөнгәсә килеп еткән. Бәлки, беҙҙең арала тәбиғәтте аңлап, уның менән ярашып йәшәгән йомарт, изге күңелле кешеләр кесе уландың нәҫеленәндер?..
------------------------------
* Ҡалды — Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылы янындағы ғәжәйеп матур күл.


Автор: Урал Ҡолошов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә