Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сифатына күрә – баһаһы
Республика предприятиелары һәм ойошмалары етештергән иң яҡшы продукция өлгөләрен билдәләү, уларҙы халыҡҡа күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу... Тап шул маҡсатта йыл да үткәрелгән “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” тигән конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
Тәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин хеҙмәт ҡаҙаныштары менән бүтәндәргә өлгө булған­дарҙы тәбрикләне. Уның әйтеүенсә, әлеге сара 1998 йылдан “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып тора. Мәртәбәле ярышта республика етеште­реүселәре йыл да ҙур уңыш ҡаҙана. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан предприятиеларының 89 төр продукцияһы, 46 предприятиеһы лауреат, дипломант булды.
Артабан Башҡортостандағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар дәүләт төбәк үҙәге директоры Амран Моратшин “Башҡорт­остандың иң яҡшы тауары-2015” конкурсының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Бөгөн, үҙебеҙҙекен етештереү хаҡында һүҙ барғанда, бәйгелә иҡтисадтың һәр тармағында өлгөлө тауарҙар булыуы ҡыуандырҙы. Нефтекама автозаводының янғын һүндереү машиналары, “Салауатнефтемаш” йәмғиәтенең торба һалыу өсөн ҡоҙоҡтары, Белорет металлургия комбинаты, Мәләүез тимер-бетон конструкциялары заводы һәм башҡа тиҫтәләгән ойошма заманса ҡорамалдары менән үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәткән. Аҙыҡ-түлек етештереү буйынса Мәләүез һөт-консерва, Бәләбәй һөт комбинаттары ла маҡтаулы урында. Йәнә “Рощинский” совхозының колбасалары, ҡаймағы – халыҡтың яратып алған аҙығы.
“Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү” номинацияһында бүләкләнгән “Янғантау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Яҡтыкүл” шифаханалары заман менән бергә атлай. Мәҫәлән, “Йәшел сауҡалыҡ”та буласаҡ әсәләр өсөн аквааэробика, эстетик медицина һәм косметология үҙәге, диетик туҡланыу, дауалау юғары кимәлдә ойошторола. Күмертауҙағы психоневрологик интернатта йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреш шарттарына ҙур иғтибар бирелә...
Иң яҡшы тауарҙар араһында З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән баҫмаларҙың, шул иҫәптән танылған журналист Фәрит Вахитовтың “Кешеләр ҡаһарманлығы”, Мостай Кәримдең ике телдә сыҡҡан “Беҙҙең өйҙөң йәме” китаптары кеүек рухи аҙыҡ биргән тауарҙарҙың урын алыуы ла ҡыуаныслы. Был аңлашыла: бары рухи йәһәттән бай, мәҙәниәтле, зиһенле кешеләр генә бүтәндәр һоҡлана алырлыҡ матур эштәр башҡарырға һәләтле.



Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә