Сифатына күрә – баһаһы05.06.2015
Республика предприятиелары һәм ойошмалары етештергән иң яҡшы продукция өлгөләрен билдәләү, уларҙы халыҡҡа күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу... Тап шул маҡсатта йыл да үткәрелгән “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” тигән конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
Тәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин хеҙмәт ҡаҙаныштары менән бүтәндәргә өлгө булғандарҙы тәбрикләне. Уның әйтеүенсә, әлеге сара 1998 йылдан “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып тора. Мәртәбәле ярышта республика етештереүселәре йыл да ҙур уңыш ҡаҙана. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан предприятиеларының 89 төр продукцияһы, 46 предприятиеһы лауреат, дипломант булды.
Артабан Башҡортостандағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар дәүләт төбәк үҙәге директоры Амран Моратшин “Башҡортостандың иң яҡшы тауары-2015” конкурсының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Бөгөн, үҙебеҙҙекен етештереү хаҡында һүҙ барғанда, бәйгелә иҡтисадтың һәр тармағында өлгөлө тауарҙар булыуы ҡыуандырҙы. Нефтекама автозаводының янғын һүндереү машиналары, “Салауатнефтемаш” йәмғиәтенең торба һалыу өсөн ҡоҙоҡтары, Белорет металлургия комбинаты, Мәләүез тимер-бетон конструкциялары заводы һәм башҡа тиҫтәләгән ойошма заманса ҡорамалдары менән үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәткән. Аҙыҡ-түлек етештереү буйынса Мәләүез һөт-консерва, Бәләбәй һөт комбинаттары ла маҡтаулы урында. Йәнә “Рощинский” совхозының колбасалары, ҡаймағы – халыҡтың яратып алған аҙығы.
“Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү” номинацияһында бүләкләнгән “Янғантау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Яҡтыкүл” шифаханалары заман менән бергә атлай. Мәҫәлән, “Йәшел сауҡалыҡ”та буласаҡ әсәләр өсөн аквааэробика, эстетик медицина һәм косметология үҙәге, диетик туҡланыу, дауалау юғары кимәлдә ойошторола. Күмертауҙағы психоневрологик интернатта йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреш шарттарына ҙур иғтибар бирелә...
Иң яҡшы тауарҙар араһында З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән баҫмаларҙың, шул иҫәптән танылған журналист Фәрит Вахитовтың “Кешеләр ҡаһарманлығы”, Мостай Кәримдең ике телдә сыҡҡан “Беҙҙең өйҙөң йәме” китаптары кеүек рухи аҙыҡ биргән тауарҙарҙың урын алыуы ла ҡыуаныслы. Был аңлашыла: бары рухи йәһәттән бай, мәҙәниәтле, зиһенле кешеләр генә бүтәндәр һоҡлана алырлыҡ матур эштәр башҡарырға һәләтле.