Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡса күп бүленһә лә, ҡәнәғәтһеҙлек көсәйә
Аҡса күп бүленһә лә, ҡәнәғәтһеҙлек көсәйә Уҡыу йорттарында туҡланыуҙы ойоштороу иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Уны төрлөсә яйға һалырға тырышыу аныҡ һөҙөмтә бирмәй. Редакцияға килгән хаттар араһында ла мәктәптә туҡланыу мәсьәләһенә бәйлеләре күп.


Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән яҙ­ма­ла шундай юлдар бар: “Балаларым мәктәп­тән күп осраҡта асығып ҡайтып инә. “Ниңә ашаманығыҙ һуң?” тигән һорауыма: “Тәмһеҙ”, – тип яуап бирәләр. Өҫтәүенә, әйтеү­ҙәренсә, төшкөһөн бирелгән ҡайнар аш һыуыҡ була, компоттың таты юҡ, икмәк ҡаты. Мәктәптә көноҙоно ас йөрөгән­лек­тән­дер, ике балам да эсе ауыртыуына зар­лана башланы. Хәҙер гастроэнтерологта дауала­набыҙ. Мәктәптәге хәлде контролдә тоталармы икән? Сифатһыҙ аҙыҡ өсөн ниңә хаҡты ла күтәрҙеләр һуң? Мәҫәлән, беҙ башланғыс класта уҡыған ҡыҙыбыҙ өсөн көнөнә 100 һумға яҡын аҡса түләйбеҙ. Айына ике мең һумдан ашып китә. Шулай булғас, ниңә сифатҡа иғтибар артмай?”
Икенсе бер хатта: “Балаларҙың сәләмәт­леген нығытыуға иғтибар бүлеү кәрәк, тиһә­ләр ҙә, уҡыу йорттары туҡланыуҙы икенсе си­ратҡа ҡуя. Ә бит ул да – һаулыҡты һаҡ­лауҙың мөһим өлөшө. Белемле, әммә сирле ке­ше йәмғиәт өсөн хеҙмәт итә алырмы?” – тиелгән.
Рәсәй Президентының 2012 йылғы май указдарында 2020 йылға тиклем халыҡты дөрөҫ туҡландырыу өлкәһендә дәүләт федераль сәйә­сә­тенең нигеҙҙәрен тормошҡа ашырыу йәһә­тенән саралар планын раҫлау, граждандарҙың сәләмәт тормош рәүешен, шул иҫәптән дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен әүҙемләштереүҙе тәьмин итеү бурыстары ҡуйылды. Уларҙың үтәлешен күҙәтеү ниәтендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты­ның Башҡортостан төбәк штабы ағзалары мәктәптәрҙә һәм дауаханаларҙа туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, социаль өлкә учреждениеларына дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаның һөҙөмтәле файҙаланылыуы даими тикшерелеп барасаҡ.
– Былтыр республиканың ҡаҙна һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарынан социаль туҡланыу өсөн 4,5 миллиард һум бүленгән, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова. – Был тармаҡҡа аҡса йылдан-йыл күберәк бирелеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ араһында туҡланыуҙың сифаты менән ҡәнәғәт булғандар кәмей бара.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан белгестәрҙең фекеренсә, бының төп сәбәбе – уҡыу йорттарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән ойошмаларҙың эшен тейешле кимәлдә башҡармауы. Ә улары был хеҙмәттең табыш килтермәүен, аҙым һайын тикшереү органдары аша үтеү, бихисап документ тултырыу кәрәклеген билдәләне. Шул сәбәпле мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ булып бара. Мәсьәләне яйға һалыу өсөн туҡланыуҙы аутсорсингка биреү кәрәк тигән фекер яңғыраны “түңәрәк өҫтәл”дә. Был алым әле байтаҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа башланғысҡа ҡараш һаман да бер төрлө генә түгел. Бер яҡтан, ашхананы аутсорсингка алған ойошма туҡланыуҙың тәмле булыуын, төрлөлөгөн тәьмин итергә, дауахананы үҙ профиленә ҡарамаған мәшәҡәттән арындырырға тейеш. Икенсенән, контракт системаһы тураһындағы 44-се Федераль законға ярашлы, конкурста күберәк аҡса тәҡдим иткәндәр еңеп сыға. Ошо шарттың туҡланыу сифатына кире йоғонто яһауы ихтимал. Был хәлдәрҙе булдырмау өсөн аутсорсинг компанияларының эшенә контролде көсәйтеү, уларға техник һәм башҡа талаптарҙы аныҡ билдәләү мөһим.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ангелина Шакирйәнова әйтеүенсә, туҡланыуҙы учреждениеның үҙе ойоштороуы отошлораҡ – арзаныраҡҡа төшә. Ә ситтән килтереүҙең сығымы күп.
– Аутсорсинг булдырыла икән, аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйенләнгән аҡса компанияның башҡа сығымдарын да ҡапларға тейеш, – тине А. Шакирйәнова. – Һөҙөмтәлә туҡланыуға аҡса аҙ ҡала. Эште дәүләт менеджментына нигеҙләнеп ойошторорға, иҡтисади яҡтан отошло юлды эҙләргә кәрәк.
Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, аутсорсинг мәсьәләһе ҡаралған. Был алым – туҡланыуҙы башҡа учреждениелар ойошторған хәлдә коммуналь хеҙмәттәрҙе, мөлкәт һалымын түләү, аҙыҡ блогы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы биреү, бүлмәне йыйыштырыу һәм башҡаларҙы подрядсыға йөкмәтеү – муниципаль ҡаҙнаның сығымдарын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы алымды төрлө яҡлап тикшереү, был эштә ҡатнашҡандарҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен өйрәнеү дауам итә. Күптәр билдәләүенсә, аутсорсингка күсеү тормошҡа ашырыла икән, социаль учреждениелар үҙ йүнәлешенә бигүк яҡын булмаған мәшәҡәттән арынып, төп бурыстарына күберәк иғтибар бүлә башлар ине.
Һуңғы йылдарҙа йөрәк, яман шеш сирҙәре айырыуса шашты. Уларҙың төп сәбәптәре – дөрөҫ туҡланмау, экологияның насар булыуы, тип раҫлай белгестәр. Әгәр йәш быуынды әле үк ошондай ҡурҡыныстан һаҡлауға иғтибар бүлеп еткермәйбеҙ икән, киләсәктә ни булыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә