Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Иң бөйөк мәктәп — әсә”
“Иң бөйөк мәктәп — әсә” Яңыраҡ Башҡортостанда, Татар­с­тан­да Кипрҙан килгән Шәйех Мәхмәт әфәнде булып китте. Уның сәфәре хаҡында яҙып, сөхбәттәре менән гәзитебеҙ аша таныштырып барҙыҡ. Бик үҙенсәлекле һәм фәһемле фекерҙәр әйтте ул башҡорт ҡәүеме тураһында. Араларында айырым иғтибарға лайыҡтары бар. Шуларҙың береһе хаҡында әйтеп үткем килә. Аҡыллыға – ишара, ти беҙҙең халыҡ. Һығымтаны һәр кем үҙенсә яһар, әммә шундай бөйөк ҡиммәт тураһында ҡабат иҫкәртә түгелме хөрмәтле ҡунағыбыҙ?

“Башҡорт халҡында әсәләр, апайҙар, һеңлекәштәр ир-атҡа ҡарағанда динда­рыраҡ икән. Уларҙың вазифалары бик ҙур. Бала аҫрау, ир ҡарау, донъя көтөү, өҫтәүенә эшләү – оло вазифа. Ҡатын-ҡыҙ милләтте үҫтерә, тәрбиәләй, Аллаһ улар­ға сикһеҙ рәхмәттәрен бирһен! Халҡы­ғыҙҙың киләсәген – балаларҙы ла – улар баға. Мәктәптәр ябыла, тип әйтәһегеҙ. Әлбиттә, мәктәп мөһим, әммә унан да бигерәк ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы, әсәләрҙе ихтирам итегеҙ. Был – мәктәп кенә түгел, был – мәктәптең башы. Ҡатын-ҡыҙҙары­ғыҙ ир-ат тарафынан ихтирамлы, яҡлау­лы, һаҡлаулы, маҡтаулы булһа, мил­лә­тегеҙгә сикһеҙ хеҙмәт итәсәк. Иң бөйөк мәктәп – әсә”, – тине Шәйех Мәхмәт әфәнде үҙенең сығыштарының береһендә.
Ысынлап та, әгәр ҡатын-ҡыҙ ҡәҙер-хөрмәт күреп, бар ваҡытын ғаиләһенә бүлеп, Аллаһ Тәғәлә биргән әсәлек бурысын башҡарып ғүмерен үткәрһә, нисек күркәм бу­лыр ине донъябыҙ! Бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәгән, иренә таянған ҡатындар күпләп балалар табыр, йорт усағын ел-дауылдан һаҡлар ине. Ә инде ҡәүемебеҙҙә йылдан-йыл балалар һаны арта икән, мәктәптәр ябыл­маҫ, кире­һенсә, асыласаҡ ҡына түгелме?! Был күренеш заман талабына әйләнер ине. Рәсәй бурлаҡтары бисә­ләр булмаҫ киләсәктә, ә әсәләр, Шәйех әйтеүенсә, бөйөк мәктәпкә әүерелер.




Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә