Яңыраҡ Башҡортостанда, Татарстанда Кипрҙан килгән Шәйех Мәхмәт әфәнде булып китте. Уның сәфәре хаҡында яҙып, сөхбәттәре менән гәзитебеҙ аша таныштырып барҙыҡ. Бик үҙенсәлекле һәм фәһемле фекерҙәр әйтте ул башҡорт ҡәүеме тураһында. Араларында айырым иғтибарға лайыҡтары бар. Шуларҙың береһе хаҡында әйтеп үткем килә. Аҡыллыға – ишара, ти беҙҙең халыҡ. Һығымтаны һәр кем үҙенсә яһар, әммә шундай бөйөк ҡиммәт тураһында ҡабат иҫкәртә түгелме хөрмәтле ҡунағыбыҙ? “Башҡорт халҡында әсәләр, апайҙар, һеңлекәштәр ир-атҡа ҡарағанда диндарыраҡ икән. Уларҙың вазифалары бик ҙур. Бала аҫрау, ир ҡарау, донъя көтөү, өҫтәүенә эшләү – оло вазифа. Ҡатын-ҡыҙ милләтте үҫтерә, тәрбиәләй, Аллаһ уларға сикһеҙ рәхмәттәрен бирһен! Халҡығыҙҙың киләсәген – балаларҙы ла – улар баға. Мәктәптәр ябыла, тип әйтәһегеҙ. Әлбиттә, мәктәп мөһим, әммә унан да бигерәк ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы, әсәләрҙе ихтирам итегеҙ. Был – мәктәп кенә түгел, был – мәктәптең башы. Ҡатын-ҡыҙҙарығыҙ ир-ат тарафынан ихтирамлы, яҡлаулы, һаҡлаулы, маҡтаулы булһа, милләтегеҙгә сикһеҙ хеҙмәт итәсәк. Иң бөйөк мәктәп – әсә”, – тине Шәйех Мәхмәт әфәнде үҙенең сығыштарының береһендә.
Ысынлап та, әгәр ҡатын-ҡыҙ ҡәҙер-хөрмәт күреп, бар ваҡытын ғаиләһенә бүлеп, Аллаһ Тәғәлә биргән әсәлек бурысын башҡарып ғүмерен үткәрһә, нисек күркәм булыр ине донъябыҙ! Бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәгән, иренә таянған ҡатындар күпләп балалар табыр, йорт усағын ел-дауылдан һаҡлар ине. Ә инде ҡәүемебеҙҙә йылдан-йыл балалар һаны арта икән, мәктәптәр ябылмаҫ, киреһенсә, асыласаҡ ҡына түгелме?! Был күренеш заман талабына әйләнер ине. Рәсәй бурлаҡтары бисәләр булмаҫ киләсәктә, ә әсәләр, Шәйех әйтеүенсә, бөйөк мәктәпкә әүерелер.