Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(1 – 7 июнь)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Ярайһы уҡ тыныс осор көтөлә. Етди үҙгәрештәр ҙә, мөһим ваҡиғалар ҙа бул­маҫ кеүек. Аҙна уртаһында аралашыуға ихтыяж артыр. Шулай ҙа сит кешеләр араһындағы низағтарҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ. Ярҙамығыҙ кәңәш биреүгә генә ҡоролһон. Аҙна аҙағына аҡса мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы тыуыр, моғайын.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Осор башында тулыһынса эшкә сумырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәттәргә бирелеп, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында онотоуығыҙ ихтимал. Шул уҡ ваҡытта улар һеҙҙең иғтибарға мохтажлыҡ кисерер кеүек. Ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ, мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмау­санлыҡ тыуыуы мөмкин.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Аралашыуға әүәҫлегегеҙ был аҙнала бик файҙалы булмаҡсы. Яңы таныш­лыҡ­тар, бәйләнештәр, мөмкинлектәр барлыҡ­ҡа килер, моғайын. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт яйға һалыныр, абру­йығыҙ бермә-бер артыр. Килешеүҙәр төҙөү өсөн аҙна аҙағы ҡулай күренә.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Осор һәүетемсә үтер кеүек. Ваҡи­ға­ларҙы ашыҡтырмағыҙ, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итмәгеҙ. Әле һеҙҙең өсөн киләсәкте күҙаллау, мөһим аҙымдарҙы кисектереү мәле. Иң яҡшыһы – башҡарылған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен көтөү.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Яҡындарығыҙға ҡарата артыҡ ныҡ талапсан булмаһағыҙ ине, юғиһә яңғыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойоуығыҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Шуға күрә әле алдығыҙҙа киләсәкте алдан тойомлау, ныҡлы уйланыу, теге йәки был юлды һайлау бурысы тора. Быны фәҡәт үҙаллы, ситтәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса башҡарырға тырышығыҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Осор башында әүҙемлегегеҙ артыр, моғайын. Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалығыҙ. Ләкин аҙна уртаһында был әүҙемлегегеҙ ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, сөнки мәл ниндәй ҙә булһа мөһим эштәр, ҡарарҙар өсөн ҡулай түгел. Барыһын да үҙ ағышына ҡуйығыҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙна башында мөһим ҡарар ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән эште кисектереп торорға кәңәш ителә. Әле мәғлүмәт туплау мәле. Эске һиҙемләү көсөнә таянып, ижад итергә мөмкин. Хәл аҙна уртаһында ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Матди хәлегеҙҙең дә яҡшырыуы көтөлә.

САЯН (23.10 — 21.11).
Аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы ғына булмаҡсы, айырыуса романтик мәсьәлә­ләрҙә. Киләсәктә яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡ кешеләр менән танышыуығыҙ ихтимал. Аҡса мәсьәләһен хәл итеү, яңы башланғыстар өсөн дә уңайлы мәл. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда тупаҫ булмағыҙ.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Аҙна әүҙем башланыр. Шул уҡ ваҡытта арыу-талсығыу тоймаҫһығыҙ, осорҙо кү­ңел­ле һәм еңел үткәрерһегеҙ. Әллә ни ҡатнашмаһағыҙ ҙа, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе тап һеҙ көткәнсә булыр. Уның ҡарауы, бай тәжрибә тупларһығыҙ, тирә-яҡтағы хәлгә дөрөҫ баһа биреү һәләте артыр.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Осор башында үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс тойорһоғоҙ, моғайын. Етәкселек итеүгә бәйле һәләттәрегеҙ ваҡиғаларға ныҡлы йоғонто яһау мөмкинлеген бирер. Шуға күрә уны файҙаланып, тәғәйен маҡ­сатҡа өлгәшергә тырышығыҙ. Ҡайһы саҡ­та тәүәккәллек һәм ҡәтғилек күрһәтеү ҙә ҡамасауламаҫ. Киләсәктә нимәгәлер өлгә­шеү өсөн ғәҙәти күренештәрҙән дә баш тартырға тура килер.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Романтик танышыуҙарға, мөхәббәткә бәй­ле ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. Ни­ках­ҡа инеүегеҙ ихтимал. Ғаилә ҡорған­дар­ҙы иһә яҡындары менән мөнәсә­бәт­тәренең нығыныуы көтә. Осор ба­ры­шында яңы кешеләр менән таны­шыуы­ғыҙҙың матди файҙа алыуға ла ҡоролоуы ихтимал. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләгеҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Аҙна башында холҡоғоҙҙа тупаҫлыҡ һыҙаттары бермә-бер артыр. Юҡтан ғына ни­зағлашырһығыҙ, үпкәләрһегеҙ, моға­йын. Ләкин осор уртаһында көйһөҙлө­гө­гөҙ романтик кәйеф менән алмашыныр, яңы таныштар барлыҡҡа килер. Был хәл­дәр­ҙең киләсәктә тормошоғоҙҙоң тамырынан үҙгәреүенә килтереүе ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә