ЙОНДОҘНАМӘ29.05.2015
(1 – 7 июнь)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Ярайһы уҡ тыныс осор көтөлә. Етди үҙгәрештәр ҙә, мөһим ваҡиғалар ҙа булмаҫ кеүек. Аҙна уртаһында аралашыуға ихтыяж артыр. Шулай ҙа сит кешеләр араһындағы низағтарҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ. Ярҙамығыҙ кәңәш биреүгә генә ҡоролһон. Аҙна аҙағына аҡса мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы тыуыр, моғайын.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Осор башында тулыһынса эшкә сумырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәттәргә бирелеп, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында онотоуығыҙ ихтимал. Шул уҡ ваҡытта улар һеҙҙең иғтибарға мохтажлыҡ кисерер кеүек. Ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ, мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы мөмкин.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Аралашыуға әүәҫлегегеҙ был аҙнала бик файҙалы булмаҡсы. Яңы танышлыҡтар, бәйләнештәр, мөмкинлектәр барлыҡҡа килер, моғайын. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт яйға һалыныр, абруйығыҙ бермә-бер артыр. Килешеүҙәр төҙөү өсөн аҙна аҙағы ҡулай күренә.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Осор һәүетемсә үтер кеүек. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итмәгеҙ. Әле һеҙҙең өсөн киләсәкте күҙаллау, мөһим аҙымдарҙы кисектереү мәле. Иң яҡшыһы – башҡарылған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен көтөү.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Яҡындарығыҙға ҡарата артыҡ ныҡ талапсан булмаһағыҙ ине, юғиһә яңғыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойоуығыҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Шуға күрә әле алдығыҙҙа киләсәкте алдан тойомлау, ныҡлы уйланыу, теге йәки был юлды һайлау бурысы тора. Быны фәҡәт үҙаллы, ситтәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса башҡарырға тырышығыҙ.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Осор башында әүҙемлегегеҙ артыр, моғайын. Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалығыҙ. Ләкин аҙна уртаһында был әүҙемлегегеҙ ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, сөнки мәл ниндәй ҙә булһа мөһим эштәр, ҡарарҙар өсөн ҡулай түгел. Барыһын да үҙ ағышына ҡуйығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙна башында мөһим ҡарар ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән эште кисектереп торорға кәңәш ителә. Әле мәғлүмәт туплау мәле. Эске һиҙемләү көсөнә таянып, ижад итергә мөмкин. Хәл аҙна уртаһында ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Матди хәлегеҙҙең дә яҡшырыуы көтөлә.
САЯН (23.10 — 21.11).
Аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы ғына булмаҡсы, айырыуса романтик мәсьәләләрҙә. Киләсәктә яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡ кешеләр менән танышыуығыҙ ихтимал. Аҡса мәсьәләһен хәл итеү, яңы башланғыстар өсөн дә уңайлы мәл. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда тупаҫ булмағыҙ.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Аҙна әүҙем башланыр. Шул уҡ ваҡытта арыу-талсығыу тоймаҫһығыҙ, осорҙо күңелле һәм еңел үткәрерһегеҙ. Әллә ни ҡатнашмаһағыҙ ҙа, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе тап һеҙ көткәнсә булыр. Уның ҡарауы, бай тәжрибә тупларһығыҙ, тирә-яҡтағы хәлгә дөрөҫ баһа биреү һәләте артыр.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Осор башында үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс тойорһоғоҙ, моғайын. Етәкселек итеүгә бәйле һәләттәрегеҙ ваҡиғаларға ныҡлы йоғонто яһау мөмкинлеген бирер. Шуға күрә уны файҙаланып, тәғәйен маҡсатҡа өлгәшергә тырышығыҙ. Ҡайһы саҡта тәүәккәллек һәм ҡәтғилек күрһәтеү ҙә ҡамасауламаҫ. Киләсәктә нимәгәлер өлгәшеү өсөн ғәҙәти күренештәрҙән дә баш тартырға тура килер.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Романтик танышыуҙарға, мөхәббәткә бәйле ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. Никахҡа инеүегеҙ ихтимал. Ғаилә ҡорғандарҙы иһә яҡындары менән мөнәсәбәттәренең нығыныуы көтә. Осор барышында яңы кешеләр менән танышыуығыҙҙың матди файҙа алыуға ла ҡоролоуы ихтимал. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләгеҙ.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Аҙна башында холҡоғоҙҙа тупаҫлыҡ һыҙаттары бермә-бер артыр. Юҡтан ғына низағлашырһығыҙ, үпкәләрһегеҙ, моғайын. Ләкин осор уртаһында көйһөҙлөгөгөҙ романтик кәйеф менән алмашыныр, яңы таныштар барлыҡҡа килер. Был хәлдәрҙең киләсәктә тормошоғоҙҙоң тамырынан үҙгәреүенә килтереүе ихтимал.