Балалар бәләкәйҙән йома вәғәздәрен, зекер әйткәнде тыңлап үҫһә, изге юлда булыр, Аллаһы Тәғәлә уларға хозурын асыр. Ғәли Соҡорой изге бәндәләрҙән ине.Ырымбурҙа бар бер ауылШәйех менән әңгәмәбеҙ ошо урында тамамланды. Ғалимә, тәржемәсе Фәйрүзә Ғариповаға ярҙамы өсөн рәхмәт.
Болғар ерендә булып киткән сәхәбәләрҙең иҫтәлегенә таш ҡуйылған урынға сәфәр ҡылыуҙан дауам итте юлыбыҙ. Артабан Чистайға йүнәлдек. Унда урындағы мәсеттә имам Мөхәммәт Закир ҡаршы алды, аҙаҡ намаҙ уҡынылар, Шәйех Мәхмәт әфәнде сөхбәт әйтте. Иртәгәһенә юл оҙон – Шәйехтең әсәһе Әминә инәйҙең тыуған еренә – Ырымбур өлкәһенең Баҡай ауылына барабыҙ.
Ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Баҡай – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тора-бара унда төрлө милләт вәкилдәре килеп урынлашҡан, үҙенә һыйыныр урын тапҡан. Сәфәр мәсеттә доға ҡылыу, намаҙ уҡыу менән башланып китте.
Ошонда уҡ Әминә инәйҙең өс туған һеңлеләре – Әнисә һәм Сәғиҙә Мөтиғулла ҡыҙҙары Ғарифуллиналар менән осрашырға насип булды. Тәүгеһенә – 77, икенсеһенә 79 йәш. Хәтерҙәре яҡшы, улар әсәләре, барса туғандары Әминә инәйҙең атаһы иманын һаҡлап, ауылдан сығып китеүе хаҡында бына нимәләр һөйләне.
– Ул замандарҙа бик ауыр булған бит. Хәҙер генә ул бөтөн кеше иманға тартыла. Хәлле йәшәгәндәр, әммә мулла булған Миңлеғәле бабайҙы эҙәрлекләй башлағандар. Шунан ул бер ат арбаһына барлыҡ донъяһын, ғаиләһен тейәп, Боғоросланға юлланған. Шунда атын һатып, Термизға киткәндәр. 1934 йылда була был хәлдәр. Беҙҙең әсәйҙәр, туғандар уларҙы йыш хәтерләр, һағынып илар ине. Ҡайтып күрә алманы инде үҙҙәре, әммә бына улдары аяҡ баҫты был ергә, – тине Әнисә инәй.
Баҡайҙа Шәйех Мәхмәт тауҙа намаҙ уҡыны, тау шишмәһенән ауыҙ итте, йылғала битен йыуҙы. Был ерҙәр уға бер туғанылай яҡын, һәр хәрәкәтендә, һәр ишараһында йылылыҡ тойолдо.
Урындағы мәсеттә заманында иман ҡаҡшатылһа ла, 30 йыл намаҙ уҡыла, иман йортоноң ишеге һәр кемгә асыҡ, тинеләр. Шәйех Мәхмәт унда әйтелгән сөхбәттәрҙә, әгәр бөгөн йәштәр араһында енәйәт күп икән, барыһы ла имандың зәғифлегенән килә, тине. Ул шулай уҡ 1916 йылғы йөҙйәшәр Миңлевәли бабайҙың ауылдаштарына сәләм тапшырҙы. Әминә инәйҙең бер туғаны бөгөн Кипрҙа иҫән-һау йәшәп ята икән.
Нарыҫтау, Ярыштау бәрәкәтеМай башындағы сәфәр Башҡортостандың Миәкә төбәгенә юлланды. Нарыҫтауҙағы сәхәбәләр хаҡында республика йәмәғәтселеге ишеткәне бар. Шәйех Мәхмәт әфәнденең киләсәге хаҡында ишеткәс, бик күп халыҡ бында йыйылғайны.
Күмәкләп намаҙ уҡыу, бәйғәт биреү, зекер әйтеү ошо ергә бәрәкәт өҫтәр. Төбәктәрҙәге етәкселәр иман нурын өләшеүселәргфә ыңғай ҡарашта булыуын үҙҙәре лә был сарала ҡатнашыуы менән раҫланы. Шуныһы ҡыҙыҡлы: беҙҙә бындай иман байрамында күберәге ябай халыҡ вәкиле туплана. Биш-алты мең кеше сәхәбәләр ҡәберенә зыярат ҡылды, Шәйех Мәхмәт әфәнденең сөхбәттәрен тыңлап, иман нурына ҡойоноп таралышты был ерҙән.
Оло ҡартатаһы – Мораҙым ишан тоҡомонан Шәйех Усман (Салауат Килдин) урындағы халыҡ менән даими аралаша. Нарыҫтауҙағы сәхәбәләр ҡәберлеге, мәсет, Ярыштауҙағы сәхәбә ерләнгән ҡәберҙе уратып алыу ғәмәлдәре уның етәкселеге менән атҡарылды. Былары – күҙгә күренеп торған эштәр, унан тыш, тәриҡәт хаҡында һөйләгән хәҙрәттәр ауылдарҙа, ҡалаларҙа халыҡты иман юлына ҡайтарыу өсөн даими эш алып бара.
Асҡын ере,
Тәтешле төбәге Был яҡ – бик үҙенсәлекле төбәк. Унда борондан ата-баба рухына, иманына тоғро халыҡ йәшәй. Һөйәнтүҙ фажиғәһен генә иҫкә төшөрөү ҙә милләттәштәребеҙҙең ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, үҙ асылына тоғро ҡалыуын дәлилләй.
Асҡын мәсетендә халыҡ бик күп йыйылғайны. Шәйех Мәхмәт әфәнде менән күрешергә тип күрше райондарҙан да килгән кешеләр бихисап булды. Юғары мөфтөй, Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйех-ул -ислам Тәлғәт Тажетдин, ошо яҡ халҡына мөрәжәғәт итеп, донъяға билдәле Шәйех Мәхмәт әфәнденең был яҡтарға аяҡ баҫыуы – үҙе бер изге ғәмәл, тине.
Асҡын мәсетендә халыҡ ихлас аралашты, дини китаптар алды. Әйткәндәй, уларҙы һатыу Шәйех булған һәр ерҙә ойошторолғайны.
Иман хаҡындағы нәсихәттәр, хикәйәттәр халыҡ араһында һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Пәйғәмбәрҙәр тормошонан ваҡиғалар, сәхәбәләр сәйәхәте тураһында ябай ғына сәхифәләр аша кешеләр күңеленә фәһем, иман орлоғо һалына. Асҡын мәсетендә Шәйех Мәхмәт әфәнде кинәйәле хикәйәләр аша Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте, миһырбаны, барлығы һәм берлеге хаҡында һөйләне. Кешенең был донъялыҡтағы ғүмере бер миҙгел генә, әммә шул арауыҡта беҙ рухи байлыҡтарыбыҙҙы арттырыуға өлгәшергә тейешбеҙ, ә уның өсөн халыҡтың Аллаһ Тәғәләгә һыйыныуы, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең юлынан атлауы шарт, тине Шәйех.
Ҡаҙансы, Йәнкиҫәк ауылдары мәсетендә лә халыҡ ҡәҙерле ҡунаҡ менән яҡындан аралашты. Ҡаҙансылар үҙҙәрен айырыуса яғымлы итеп күрһәтте. Юҡҡа ғына Шәйех Мәхмәт әфәнде: “Был изге ерҙә яҡты күңелле халыҡ йәшәй. Беҙҙең яҡта емеш-еләк өлгөрһөн өсөн ике ай етә, һеҙҙә биш ай самаһы ваҡыт кәрәк. Ошо ҡыҫҡа ғына миҙгелдә халыҡ уңыш йыйып өлгөрөргә тырыша. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын һеҙҙәге уңған халыҡты. Ул һәр нәмәне камил итеп яралтҡан, бында тәбиғәт шарттарына ярашлы, һеҙгә ғәм дә, сәм дә һалған”, – тимәне, күрәһең.
Тәтешле ерендә лә ҡунаҡтар изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылды – Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков кеүек башҡорт халҡының күренекле шәхестәре менән дан тота был яҡтар. Бөгөн халыҡ араһында әүлиәләрҙе танымағандар, уларҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуҙы гонаһ һанағандар ҙа юҡ түгел. Әммә тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеп, үткәндәргә күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ бөйөк Зәйнулла ишан, Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир, Сабир, Ғатаулла хәҙрәт, Әбйәлил, Йәғәфәр, Байым ишан, Шәмиғулла хәлфә кеүек рухи ҡалҡан булған шәхестәрен ололап йәшәгәнен күрербеҙ. Һәр замандың үҙ әүлиәләре, шәйехтәре була, улар дәүеренә, замандаштарына үҙ һүҙен еткерә, яманлыҡтарҙан ҡурсалай, дөрөҫ юл күрһәтә. Тарихи Башҡортостандың һәр төбәгендә булған, бар ундай шәхестәр. Юҡҡа ғына башҡорт ерен борондан уҡ әүлиәләр иле, тимәгәндәр, күрәһең.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев Шәйех Мәхмәт әфәндегә бүләк тапшырҙы. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйех-ул-ислам Тәлғәт Тажетдин: “Был ерҙә изгеләр ерләнгән. Беҙ халыҡҡа хеҙмәт иткән ҙур шәхестәр хаҡында оноторға тейеш түгелбеҙ. Ҡыйралыш замандарын кисергәндән һуң, республикала тәүгеләрҙән булып ошо ерҙә мәсет төҙөлдө. Бөгөн һеҙҙә өс тиҫтәнән ашыу иман йорто эшләй. Был бик мәслихәт күренеш”, – тине.
Шәйех Мәхмәт әфәнде был ерҙә лә сөхбәттәрен әйтте. “Ғилем ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла фарыз. Ул кешене бишектән алып ҡәберенә тиклем оҙата. Исламды өйрәнгәндәрҙе фәрештәләр күтәреп йөрөтөр. Беҙ ҡартына ла, йәшенә лә ғилем шишмәһен һуҙырға әҙербеҙ. Балалар бәләкәйҙән йома вәғәздәрен, зекер әйткәнде тыңлап үҫһә, изге юлда булыр, Аллаһы Тәғәлә уларға хозурын асыр. Ғәли Соҡорой изге бәндәләрҙән ине. Пәйғәмбәребеҙ заманынан алып изге бәндәләр үҙ ваҡытында халҡына ғилем шишмәһен тапшырҙы. Әммә ғалимдарҙың ике төрлөһө бар. Яҡшыһынан халыҡҡа ла яҡшылыҡ килер, яманынан фетнә, яманлыҡ таралыр. Уларҙың имандары юҡ, кешелектең башын бутаған ундай бәндәләргә яуап көнөндә дә һорау ҡаты булыр. Яҡшы ғалимдан яҡтылыҡ, нур сәселер. Ундайҙар һеҙҙең ерегеҙҙә лә бар. Төбәгегеҙҙә Әүлиә шишмәһе һаҡланған, иманлылар юлын дауам итәһегеҙ. Ошо юл һеҙгә шифа бирер. Ошо бәрәкәтле ергә Аллаһы Тәғәлә бәрәкәттәрен яуҙырһын. Бөгөнгө осрашыу – һеҙгә лә, беҙгә лә бүләк. Тәкәбберлектән арынырға кәрәк, ундайҙарға бәрәкәт бирелмәҫ. Шайтан йоҡламай, ул еңел эштәрҙе лә ауыр итеп күрһәтер. Әммә изге ғәмәлдә Аллаһы Тәғәләгә һыйыныусыларға биш тапҡырға күберәк ҡеүәт килер. Шифалы, бәрәкәтле йыл килһен!” – тип халыҡҡа теләктәрен еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул теләк янына изге ғәмәл дә кәрәклеген билдәләне. Халыҡтың был сараларҙа ихлас һәм берҙәм ҡатнашыуы тойолоп торҙо.
Тәтешле ерендә лә Шәйех Мәхмәт әфәнде менән осрашыуға кеше бик күп йыйылғайны. Киң яланда йәше лә, ҡарты ла, ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә намаҙ уҡыны, берҙәм рәүештә зекер әйтте. Был яҡтарҙа һаҡланып ҡалған Хәҙрәт шишмәһе генә төбәктә иманға һыйынған милләттәштәребеҙ йәшәүен күрһәтә ине. Был шишмәнең ете күҙе бар, халыҡ һәр береһенән үҙенә кәрәк нурҙан ауыҙ итеп китә ала, тип иҫәпләнгән борондан. Хәҙрәт шишмәһенең илаһи көсөнә бында бөгөн дә ышаналар. Шуныһы ҡыҙыҡ: шишмәнең Аҡыл күҙе тамсылап ҡына аға, ә бына Мөхәббәт күҙе шашып урғыла. Сәләмәтлек, Именлек, Батырлыҡ, Матурлыҡ, Бәхет күҙҙәренән халыҡ һис өҙөлмәне.
Кискеһен халыҡ Өфөнөң “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә Кипрҙан килгән ҡунаҡ менән бергә намаҙ уҡыны, йәнә лә зекер әйтте. Яҡты уйҙар, яҡшы ниәттәр менән сәфәр ҡылған Шәйех Мәхмәт әфәнденең теләктәре илебеҙгә, еребеҙгә бәрәкәт булып яуһын!