Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!29.05.2015
Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте! Балалар бәләкәйҙән йома вәғәздәрен, зекер әйткәнде тыңлап үҫһә, изге юлда булыр, Аллаһы Тәғәлә уларға хозурын асыр. Ғәли Соҡорой изге бәндәләрҙән ине.
Ырымбурҙа бар бер ауыл

Шәйех менән әңгәмәбеҙ ошо урында тамамланды. Ғалимә, тәржемәсе Фәйрүзә Ғари­поваға ярҙамы өсөн рәхмәт.
Болғар ерендә булып киткән сәхә­бә­ләрҙең иҫтәлегенә таш ҡуйылған урынға сәфәр ҡы­лыу­ҙан дауам итте юлыбыҙ. Артабан Чис­тай­ға йүнәлдек. Унда урындағы мәсеттә имам Мөхәммәт Закир ҡаршы алды, аҙаҡ намаҙ уҡы­нылар, Шәйех Мәх­мәт әфәнде сөхбәт әйтте. Иртәгәһенә юл оҙон – Шәйехтең әсәһе Әминә инәйҙең тыуған еренә – Ырымбур өлкәһенең Ба­ҡай ауылына барабыҙ.
Ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Баҡай – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тора-бара унда төрлө милләт вәкилдәре ки­леп урынлашҡан, үҙенә һы­йыныр урын тап­ҡан. Сәфәр мәсеттә доға ҡылыу, намаҙ уҡыу менән башланып китте.
Ошонда уҡ Әминә инәйҙең өс туған һең­ле­лә­ре – Әнисә һәм Сәғиҙә Мөтиғулла ҡыҙҙары Ғарифуллиналар менән осра­шырға насип бул­ды. Тәүгеһенә – 77, икен­сеһенә 79 йәш. Хә­терҙәре яҡшы, улар әсәләре, барса туған­дары Әминә инәйҙең атаһы иманын һаҡлап, ауылдан сығып китеүе хаҡында бына нимәләр һөйләне.
– Ул замандарҙа бик ауыр булған бит. Хә­ҙер генә ул бөтөн кеше иманға тартыла. Хәлле йәшәгәндәр, әммә мулла булған Миңлеғәле бабайҙы эҙәрлекләй башлағандар. Шунан ул бер ат арбаһына барлыҡ донъяһын, ғаиләһен тейәп, Боғо­росланға юлланған. Шунда атын һатып, Термизға киткәндәр. 1934 йылда була был хәлдәр. Беҙҙең әсәйҙәр, туғандар уларҙы йыш хәтерләр, һағынып илар ине. Ҡайтып күрә алманы инде үҙҙәре, әммә бына улдары аяҡ баҫты был ергә, – тине Әнисә инәй.
Баҡайҙа Шәйех Мәхмәт тауҙа намаҙ уҡыны, тау шишмәһенән ауыҙ итте, йыл­ғала битен йыуҙы. Был ерҙәр уға бер туғанылай яҡын, һәр хәрәкәтендә, һәр ишараһында йылылыҡ тойол­до.
Урындағы мәсеттә заманында иман ҡаҡ­ша­тылһа ла, 30 йыл намаҙ уҡыла, иман йортоноң ишеге һәр кемгә асыҡ, тинеләр. Шәйех Мәхмәт унда әйтелгән сөхбәттәрҙә, әгәр бөгөн йәштәр араһында енәйәт күп икән, барыһы ла иман­дың зәғифлегенән килә, тине. Ул шулай уҡ 1916 йылғы йөҙйәшәр Миңлевәли ба­бай­ҙың ауылдаштарына сәләм тапшырҙы. Әминә инәй­ҙең бер туғаны бөгөн Кипрҙа иҫән-һау йәшәп ята икән.

Нарыҫтау, Ярыштау бәрәкәте

Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!Май башындағы сәфәр Башҡорт­ос­тан­дың Миәкә төбәгенә юлланды. Нарыҫ­тауҙағы сәхәбәләр хаҡында республика йәмәғәтселеге ишеткәне бар. Шәйех Мәх­мәт әфәнденең килә­сәге хаҡында ишет­кәс, бик күп халыҡ бында йыйылғайны.
Күмәкләп намаҙ уҡыу, бәйғәт биреү, зекер әйтеү ошо ергә бәрәкәт өҫтәр. Тө­бәк­тәрҙәге етәкселәр иман нурын өлә­шеүселәргфә ыңғай ҡарашта булыуын үҙҙәре лә был сарала ҡат­нашыуы менән раҫланы. Шуныһы ҡыҙыҡлы: беҙҙә бындай иман байрамында күберәге ябай халыҡ вәкиле туплана. Биш-алты мең кеше сәхәбәләр ҡәберенә зыярат ҡылды, Шә­йех Мәхмәт әфәнденең сөхбәттәрен тыңлап, иман нурына ҡойоноп таралышты был ерҙән.
Оло ҡартатаһы – Мораҙым ишан тоҡомо­нан Шәйех Усман (Салауат Килдин) урын­дағы халыҡ менән даими аралаша. На­рыҫтауҙағы сәхәбәләр ҡә­бер­леге, мәсет, Ярыштауҙағы сә­хәбә ерләнгән ҡәберҙе уратып алыу ғәмәл­дәре уның етәкселеге менән атҡарылды. Былары – күҙгә күре­неп торған эштәр, унан тыш, тәриҡәт хаҡында һөйләгән хәҙрәттәр ауылдарҙа, ҡалаларҙа халыҡты иман юлына ҡайтарыу өсөн даими эш алып бара.

Асҡын ере,
Тәтешле төбәге


Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!Был яҡ – бик үҙенсәлекле төбәк. Унда борондан ата-баба рухына, иманына тоғ­ро халыҡ йәшәй. Һөйәнтүҙ фажиғәһен генә иҫкә төшөрөү ҙә милләт­тәш­тә­ре­беҙҙең ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, үҙ асылына тоғро ҡалыуын дәлилләй.
Асҡын мәсетендә халыҡ бик күп йы­йыл­ғай­ны. Шәйех Мәхмәт әфәнде менән күре­шергә тип күрше райондарҙан да кил­гән кеше­ләр бихисап булды. Юғары мөфтөй, Үҙәк диниә наза­раты рәйесе, шәйех-ул -ислам Тәлғәт Та­жет­дин, ошо яҡ халҡына мөрәжәғәт итеп, донъяға бил­дәле Шәйех Мәхмәт әфәнденең был яҡтарға аяҡ баҫыуы – үҙе бер изге ғәмәл, тине.
Асҡын мәсетендә халыҡ ихлас аралашты, дини китаптар алды. Әйткәндәй, уларҙы һатыу Шәйех булған һәр ерҙә ойошторолғайны.
Иман хаҡындағы нәсихәттәр, хикә­йәт­тәр халыҡ араһында һәр саҡ ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан. Пәйғәмбәрҙәр тор­мо­шонан ва­ҡи­ғалар, сәхә­бә­ләр сәйәхәте тураһында ябай ғына сәхифәләр аша кешеләр күңе­ленә фәһем, иман орлоғо һалына. Асҡын мәсетендә Шәйех Мәхмәт әфәнде кинә­йәле хикәйәләр аша Аллаһ Тәғә­ләнең мәрхәмәте, миһырбаны, бар­лығы һәм берлеге хаҡында һөйләне. Кешенең был донъялыҡтағы ғүмере бер миҙгел генә, әммә шул арауыҡта беҙ рухи байлыҡта­рыбыҙҙы арттырыуға өлгәшергә тейеш­беҙ, ә уның өсөн халыҡтың Аллаһ Тәғәләгә һыйыныуы, Мөхәммәт пәйғәм­бәребеҙҙең юлынан атлауы шарт, тине Шәйех.
Ҡаҙансы, Йәнкиҫәк ауылдары мәсетен­дә лә халыҡ ҡәҙерле ҡунаҡ менән яҡын­дан аралашты. Ҡаҙансылар үҙҙәрен айы­рыуса яғым­лы итеп күрһәтте. Юҡҡа ғына Шәйех Мәхмәт әфәнде: “Был изге ерҙә яҡты күңелле халыҡ йәшәй. Беҙҙең яҡта емеш-еләк өлгөрһөн өсөн ике ай етә, һеҙҙә биш ай самаһы ваҡыт кәрәк. Ошо ҡыҫҡа ғына миҙгелдә халыҡ уңыш йыйып өлгөрөргә тырыша. Аллаһы Тәғәлә ярҙа­мы­нан ташламаһын һеҙҙәге уңған халыҡ­ты. Ул һәр нәмәне камил итеп яралтҡан, бында тәбиғәт шарттарына ярашлы, һеҙгә ғәм дә, сәм дә һалған”, – тимәне, күрәһең.
Тәтешле ерендә лә ҡунаҡтар изгеләр ҡәбе­ренә зыярат ҡылды – Ғәли Соҡорой, Ғари­фул­ла Кейеков кеүек башҡорт хал­ҡының күренекле шәхестәре менән дан тота был яҡ­тар. Бөгөн халыҡ араһында әүлиәләрҙе таны­мағандар, уларҙың ҡәбе­ренә зыярат ҡылыуҙы гонаһ һанағандар ҙа юҡ түгел. Әммә тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеп, үткәндәргә күҙ һалһаҡ, халҡы­быҙ бөйөк Зәйнулла ишан, Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир, Сабир, Ғатаулла хәҙрәт, Әбйәлил, Йәғә­фәр, Байым ишан, Шәмиғулла хәлфә кеүек рухи ҡалҡан булған шәхестәрен ололап йәшәгәнен күрер­беҙ. Һәр заман­дың үҙ әүлиәләре, шәйехтәре була, улар дәүеренә, замандаштарына үҙ һүҙен еткерә, яманлыҡтарҙан ҡурсалай, дөрөҫ юл күрһәтә. Тарихи Башҡортостандың һәр тө­бәгендә булған, бар ундай шәхес­тәр. Юҡҡа ғына башҡорт ерен борондан уҡ әүлиәләр иле, тимәгәндәр, күрәһең.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Ру­шан Гәрәев Шәйех Мәхмәт әфәндегә бүләк тапшырҙы. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолман­да­рының Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйех-ул-ислам Тәлғәт Тажетдин: “Был ерҙә изгеләр ерләнгән. Беҙ ха­лыҡҡа хеҙмәт иткән ҙур шә­хес­тәр ха­ҡын­да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ҡый­ралыш замандарын кисергәндән һуң, рес­пуб­ликала тәүгеләрҙән булып ошо ерҙә мә­сет төҙөлдө. Бөгөн һеҙҙә өс тиҫтәнән ашыу иман йор­то эшләй. Был бик мәсли­хәт күренеш”, – тине.
Шәйех Мәхмәт әфәнде был ерҙә лә сөх­бәт­тәрен әйтте. “Ғилем ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла фарыз. Ул кешене бишек­тән алып ҡәбе­ре­нә тиклем оҙата. Ислам­ды өйрәнгәндәрҙе фәрештәләр күтә­реп йөрөтөр. Беҙ ҡартына ла, йәшенә лә ғилем шишмәһен һуҙырға әҙер­беҙ. Балалар бәләкәйҙән йома вәғәздәрен, зекер әйткәнде тыңлап үҫһә, изге юлда булыр, Аллаһы Тәғәлә уларға хозурын асыр. Ғәли Соҡорой изге бәндәләрҙән ине. Пәйғәмбә­ре­беҙ заманынан алып изге бәндәләр үҙ ваҡы­тында халҡына ғилем шишмәһен тапшырҙы. Әммә ғалимдар­ҙың ике төрлөһө бар. Яҡшы­һынан халыҡҡа ла яҡшылыҡ килер, яманынан фетнә, яманлыҡ таралыр. Уларҙың имандары юҡ, кешелектең башын бутаған ундай бәндә­ләр­гә яуап көнөндә дә һорау ҡаты булыр. Яҡшы ғалимдан яҡтылыҡ, нур сәселер. Ундайҙар һеҙҙең ерегеҙҙә лә бар. Төбәгегеҙҙә Әү­лиә шишмәһе һаҡ­ланған, иманлылар юлын дауам итәһе­геҙ. Ошо юл һеҙгә шифа бирер. Ошо бәрәкәтле ергә Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт­тәрен яуҙырһын. Бөгөнгө осрашыу – һеҙгә лә, беҙгә лә бүләк. Тәкәбберлектән ары­нырға кәрәк, ундайҙарға бәрәкәт бирел­мәҫ. Шайтан йоҡламай, ул еңел эштәрҙе лә ауыр итеп күр­һәтер. Әммә изге ғәмәл­дә Аллаһы Тәғәләгә һыйыныусыларға биш тапҡырға күберәк ҡеүәт килер. Шифалы, бәрәкәтле йыл килһен!” – тип халыҡҡа теләктәрен еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул теләк янына изге ғәмәл дә кәрәклеген билдәләне. Халыҡтың был сараларҙа ихлас һәм берҙәм ҡатнашыуы тойолоп торҙо.
Тәтешле ерендә лә Шәйех Мәхмәт әфәнде менән осрашыуға кеше бик күп йыйылғайны. Киң яланда йәше лә, ҡарты ла, ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә намаҙ уҡыны, берҙәм рәүештә зекер әйтте. Был яҡтарҙа һаҡланып ҡалған Хәҙрәт шишмәһе генә төбәктә иманға һыйынған мил­ләттәш­тә­ребеҙ йәшәүен күрһәтә ине. Был шиш­мәнең ете күҙе бар, халыҡ һәр береһенән үҙенә кәрәк нурҙан ауыҙ итеп китә ала, тип иҫәпләнгән борондан. Хәҙрәт шиш­мәһенең ила­һи көсөнә бында бөгөн дә ышаналар. Шу­ныһы ҡыҙыҡ: шишмәнең Аҡыл күҙе тамсылап ҡына аға, ә бына Мөхәббәт күҙе шашып ур­ғыла. Сәлә­мәтлек, Именлек, Батырлыҡ, Ма­тур­лыҡ, Бәхет күҙҙәренән халыҡ һис өҙөлмәне.
Кискеһен халыҡ Өфөнөң “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә Кипрҙан килгән ҡунаҡ менән бергә намаҙ уҡыны, йәнә лә зекер әйтте. Яҡты уй­ҙар, яҡшы ни­әттәр менән сәфәр ҡылған Шәйех Мәх­мәт әфән­денең теләк­тәре илебеҙгә, еребеҙгә бәрәкәт булып яуһын!


Вернуться назад