Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡолаҡтан тартып ҡына ташлатып булмай
Ҡолаҡтан тартып ҡына  ташлатып булмай 1 июндә Рәсәйҙә тәмәке тартыуға ҡаршы закон ҡабул ителеүгә бер йыл тула. Үҙем тартмайым, шунлыҡтан был ҡанун тураһындағы фекерҙәремдең бер яҡлы булыуы ихтимал. Әммә, ҡустымдың тәмәкеһен ташлай алмағанын күргәс, һүҙ әйтмәйенсә ҡалғым килмәй.

Өфөнөң Матбуғат йорто эргә­һендә көйрәтергә сыҡҡан журна­листарҙы ураған һайын осратам. Был бина алдында ни сәбәптәндер гел генә ел уйнап тора, шуға ҡышҡы һыуыҡта ла тышҡа сығырға мәжбүр булған тәмәкеселәрҙе, бигерәк тә араларындағы гүзәл зат вәкилдәрен йәлләйем. Тәмәке тартыуҙы сикләй­һе закон башлыса тәмәкеселәргә ҡаршы булып сыҡты һымаҡ. Һорашып йөрөйөм – коллегаларым һәм таныштарым араһында яңы ҡануниәт тәьҫирендә тартыуын ташлағандары юҡ тиерлек.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, тәмәке арҡаһында йыл һайын алты миллион кеше үлә (эскенән – 3,3 млн.), шуның 17 проценты – пассив тартҡандар, йәғни һауалағы никотинлы төтөндө һулап ағыуланыусылар. Һәр икенсе тәмәкесе тик ошо “һатып алынған сир” арҡаһында үлә, тиҙәр. Йәшәү кимәле түбән булған дәүләттәрҙә күберәк тарталар. Ысынлап та, ғәжәп шул: аҡсаһы күптәр самалап эсә (йә тарта), фәҡирҙәр иһә күп һемерә (йә төтәтә). Тәмәкенең ғаилә бюджетына зыянын бигерәк тә ауылдағы эшһеҙ, аҡсаһыҙ ир-егет миҫалында күреп, күңел әрней. Көнөнә бер ҡап сигарет өсөн киткән аҡсаны иҫәпләп ҡарау ҙа етә. Рә­сәйҙә 44 миллион (донъяла – 1 миллиард тирәһе) кешенең тәмәке тартҡанын күҙ алдына баҫтырһаң, хайран ҡалырһың. Бәлиғ халыҡтың 5 проценты – алкоголһеҙ, биштән бер өлөшө никотинһыҙ тора алмай. Беҙҙең Рәсәй тәмәкеселәр һаны буйынса донъяла алдынғылар рәтендә – ололарҙың уртаса 40 проценты тарта.
Тәмәке төтөнөндәге ағыулы мат­дә­ләр, уның зарары тураһында һәр беребеҙгә мәғлүм булыуына ҡара­маҫтан, тартыусылар йылдан-йыл артып бара. Закон менән генә ты­йып, был сирҙе еңеп булырмы? Рецидивистарҙы ғына алып ҡара­йыҡ. Ҡануниәт талаптарын боҙғаны өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡас та, уларҙың күпселеге был холҡон ташламай. Төрлө диета ҡулланып ябыҡҡандарҙың да күпселеге бер аҙҙан кире һимерә башлай. Ошондай хәлдәрҙең даими ҡабатла­ныуын күп өлкәлә күҙәтергә мөмкин. Әйтәйек, балта оҫтаһы даими рә­үештә “яза алып” тора – яңылыш йә бармағына сүкеш менән һуға, йә аяғына саба, әммә былар уны кәсебен ташларға һис тә мәжбүр итә алмай. Шул уҡ хәл – кредит менән. Банк ҡоллоғона төшкән күп кешеләрҙе милкенән, иркенән ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығы ҡурҡытмай ҙаһа.
Ни өсөн һуңғы йылдарҙа ғына асылды һуң тәмәкегә ҡаршы көрәш? Яҡшы иҫләйем: СССР-ҙағы дефицит осоронда ҡайһы бер тауарҙарға талон бирә торғайнылар. Шул иҫәптән тәмәкегә лә. Тимәк, дәүләт уны социаль әһәмиәтле тауарҙар рәтенә индергән. Шәкәр, ит, йомортҡа, макарон, араҡы, май, колбаса һымаҡ. Кеше һаулығы өсөн зарарлы нәмәләр күп бөгөн: шул уҡ ҡәһүә, ит, ГМО, төрлө химик “ашам­лыҡтар”, нитраттар… Уларҙың барыһын да тыйып маташмайҙар. Телевизорҙан аңлатып бирәләр ҙә вәссәләм. Тейешле органдар ситтә ҡалырға тырыша. Йыш ҡына бер-береһенә һылтанып, йәнәһе, “беҙҙең вәкәләттәр иҫәбенә инмәй”. Берәй нәмә була ҡалһа, уларҙан: “Үҙегеҙ ғәйепле, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ”, – тигән стандарт яуап көтөргә генә ҡала.
Тәмәкегә ҡаршы көрәште кеше һаулығы тураһында хәстәрлектең артыуы тип әйтеү ҙә дөрөҫтән түгел. Автотранспорт төтөнө йәмғиәт өсөн күпкә зарарлыраҡ. Экологтар уны замандың иң ҡурҡыныс факторы тип иҫәпләй. Әммә машиналарҙы тыйыу уйы бер депутаттың да башына инеп сыҡмай. Тәмәкене сикләүҙең бөгөнгө киң ҡоласлылығын, иҡтисадсы булараҡ, хәҙерге бизнестың табыш алыуҙың яңы юлдарын эҙләүендә генә күрәм. Беренсеһе – наркотиктар һәм спайс. Шунан ҡала – тәмәкеселәргә “ярҙам иткән” медикаменттар, антидепрессанттар, пластырҙар, электрон сигареттар һ.б. Ундайҙарын етештергән фирмалар, шулай уҡ наркологтар, психотерапевтар алған табыш тәмәке етештергән корпорациялар­ҙыҡынан артып китте шикелле.
2003 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында конвенция иғлан иткәйне. Уға күпселек дәүләттәр ҡушылһа ла, АҠШ ситтә ҡалды. Сәбәбе көн кеүек асыҡ: бөгөн ул – донъяла тәмәке экспортлаусы иң ҙур ил. Тимәк, был көрәштең маҡсаттары рәтендә кеше һаулығы беренсе урында тормай, алынған табыш ҡына…
Күпмелер ваҡыттан һуң был­тырғы законды “ярашлы рәүештә” үҙгәртмәҫтәр тимә. Бизнесҡа кеше­нең тәмәкене тартып, ташлап, яңынан башлауы отошлораҡ шул – һәр аҙым өсөн түләнә. Эскелеккә ҡаршы законды ғына алып ҡарағыҙ: яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәс, төрлө һылтау менән уны “йомшарта” башланылар – реклама ла рөхсәт ителде, һатыу шарттарын да үҙгәрттеләр.
Тәмәкегә ҡаршы көрәштә “медицина” тигән һылтауҙарға тулыһынса ышанырға ярамайҙыр. Ҡайһы берҙә медиктар “никотин аҡыл зәғиф­ле­генә алып бара” ти. Тәмәке тартҡан Эйнштейн, Черчилль, Сталин, Хемингуэй, Конан-Дойлдарҙы һис тә зәғифтәр рәтенә индереп булмай ҙа баһа. Икенсе яҡтан, иң күп көйрәтеүселәр сафында торған Ҡытай, Һиндостан һәм Японияның иҡтисади үҫеше күҙҙе ҡыҙҙыра…
Тәмәкенең ғүмер оҙайлығына тәьҫире лә бик шикле. Түбәндәге таблицала был дәүләттәге уртаса ғүмер оҙонлоғо һәм тәмәкеселәрҙең уртаса проценты күрһәтелгән:
Кешене көсләп сәләмәт һәм бәхетле итеп булмай. Бында һәр кемдең ихтыяр көсө ҙур әһәмиәткә эйә. Тартыуын һәм эсеүен табип ярҙамында ташлап та, бер аҙҙан ошо һаҙлыҡҡа кире килеп батҡан замандаштарыбыҙҙы ғына алып ҡа­райыҡ. Минеңсә, был насар ғәҙәт­тәрҙе алмаштырырлыҡ шөғөлдәр булдырыу мөһим. Шул уҡ Финляндияла, мәҫәлән, бөтә спорт һәм һауыҡтырыу учреждениелары һәр ваҡыт асыҡ һәм түләүһеҙ. Беҙ бала саҡта ла футбол, волейбол, хоккей уйнау, сана-саңғы шыуыу өсөн социаль кәртәләр булманы. Хәҙерге ауыл балаларына тәмәке тартыу, һыра эсеү, наркотиктар менән мауығыу һымаҡ шөғөлдәргә альтернатива юҡ тиерлек бит. Тыйылған урындарҙа тәмәке тартҡандарҙы фотоға, видеоға төшөрөп, полиция­ға ошаҡлашыуҙы тәҡдим иткән депутаттар ҙа (мәҫәлән, Людмила Стебенкова) осрай башланы. Был йәш быуынға файҙалы саралар эҙләүгә ҡарағанда еңелерәк шул.
2012 йылда Швейцарияла дөйөм урындарҙа тәмәке тартыуҙы тыйыу мәсьәләһе буйынса референдум үткәргәйнеләр, халыҡтың 66 проценты ҡаршы булды. Демократияһы менән ғорурланған сит ил халҡы кешене тыйып ҡына насар ғәҙәттән арындырып булмаясағын аңлай. Беҙҙең ата-бабалар ҙа: “Ғәҙәтте һәләт еңә”, – тигән бит.





Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872