Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Афарин, Тербуны халҡы!
Афарин, Тербуны халҡы! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналар уҙғарылған көндәрҙә республикабыҙ делегацияһы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бөтмәҫ данға күмелгән төбәккә – Липецк өлкәһенең Тербуны еренә – юлланды.

Делегация составында Миәкә райо­ны­ның элекке хакимиәт баш­лығы Зәйнулла Насиров, 313-сө кавалерия полкы командиры, 1942 йылдың июлендә Лобановка ауы­лы янында һәләк булған майор Гәрәй Нафиҡов­тың туған­дары Раяз менән Вилсур Нафи­ҡовтар, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Борис Малородов бар ине.
1942 йылда Тербуны ерен­дәге алыштар Сталинград өсөн һу­ғышта фронттың көньяҡ йүнә­лешендә вермахтың хәрби планын емереү йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә була. Был алыш­тарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының бик күп яугире башын һала. Шуға күрә был көндө яҡындарын, яҡташтарын иҫкә алыу маҡсатында Тер­буныға Кемерово, Омск, Түбәнге Новгород, Волгоград, Мәскәү өлкәләренән һәм башҡа төбәк­тәрҙән байтаҡ кеше йыйыл­ғайны. Тантанаға килгәндәр араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал-полковник Герман Александрович Бурутин да бар ине. Был төбәктә танк ғәскәрҙәре майоры, 11-се танктар корпусының оператив бүлеге начальнигы урынбаҫары Герман Александровичтың ағаһы Иван ерләнгән.
Тантаналар митинг менән башланды. Унда Липецк өлкәһе губернаторы Александр Никонов та килгәйне. Илебеҙ гимны яңғы­раны, беренсе Еңеү байрағы (күсермәһе) – II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се Идрица уҡсылар дивизияһы әләме – сығарылды. Уны 1945 йылдың 30 апрелендә 765-се уҡсылар полкындағы капитан Маковтың артиллерия разведчиктары (улар араһында яҡ­та­шыбыҙ, Мишкә районынан Ғәзи Ҡаҙыхан улы Заһитов та була) Рейхстаг өҫтөнә ҡаҙа­ған. Митингта “Еңеү” ойоштороу коми­тетының Тербуны районы хакимиәтен ҙур хәрби-патриотик эш өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы” иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләү тураһындағы ҡа­ра­рын уҡып ишеттерҙеләр. Ми­ҙалға Бөйөк Ватан һуғышы осо­рондағы орден һәм миҙал­дарҙың бәләкәй коллекцияһы, уларҙың һүрәтләнеше сағылған китап теркәлгәйне. Афарин, Тербуны халҡы!
Тантанала рәсми даирәләр, шул иҫәптән республикабыҙ делегацияһы вәкилдәре лә сығыш яһаны. Урицкое ауылынан һуғыш ветераны Николай Михайлович Черниковтың шул дәһшәтле, фажиғәле ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәре, тыл эшсәне Зинаида Михайловна Тюринаның шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Байрам әкренләп Озерки ауы­лындағы “Тербуны рубеждары” ме­мориалына күсте. Юл ың­ғайында делегациябыҙ 2-се Тербуны ауылындағы урта мәктәпкә туҡталды. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлына арналған стенд ҡуйылған. Гәрәй Нафиҡов та ошо биләмәлә ерләнгән.
Озерки ауылындағы тантанала хәрби-патриотик эштә әүҙем ҡатнашҡандарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Улар араһында һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберен эҙләү йәһәтенән ҙур эш күрһәткән Виталий Лавринов етәк­селе­гендәге “Зверобой” эҙәрмәндәр отряды, делегациябыҙ ағзалары ла бар ине. Зәйнулла Насиров 16-сы гвардия (112-се Башҡорт) кавалерия дивизия­һының ветерандар ойошмаһынан Еңеүҙең 70 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙалдарҙы тапшырҙы, ә Вилсур Нафиҡов барыһын да башҡортса йыр менән тәбрикләне.
Был көндө Озерки ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы, гвардия өлкән лейтенанты Гавриил Степанович Разинковҡа бюст асылды. Байрам концерты, Як-52 самолетының осошо бары­һының да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар район биләмәһендә табылған ҡорал һәм хәрби техника музейын ҡарап сыҡты. Поход кухняһында теләгәндәр тары бутҡаһы, сәй менән һыйланды.
Тантананан һуң республика делегацияһы Тербуны районы хакимиәте вәкилдәре менән берлектә майор Гәрәй Нафиҡов һәләк булған ергә юлланды. Бында ҡасандыр Лобановка ауылы урынлашҡан булған. Әле унда буласаҡ обелисктың нигеҙенә Башҡортостандан килтерелгән иҫтәлекле таш һалынған. Делегация ағзалары ҡаһарман яугирҙе хөрмәт менән иҫкә алды.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа донъя күргән “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) китабы Тербуны районында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Райондың сайтында уның электрон версияһы ла урынлаштырылды.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә