Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналар уҙғарылған көндәрҙә республикабыҙ делегацияһы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бөтмәҫ данға күмелгән төбәккә – Липецк өлкәһенең Тербуны еренә – юлланды.Делегация составында Миәкә районының элекке хакимиәт башлығы Зәйнулла Насиров, 313-сө кавалерия полкы командиры, 1942 йылдың июлендә Лобановка ауылы янында һәләк булған майор Гәрәй Нафиҡовтың туғандары Раяз менән Вилсур Нафиҡовтар, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Борис Малородов бар ине.
1942 йылда Тербуны ерендәге алыштар Сталинград өсөн һуғышта фронттың көньяҡ йүнәлешендә вермахтың хәрби планын емереү йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә була. Был алыштарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының бик күп яугире башын һала. Шуға күрә был көндө яҡындарын, яҡташтарын иҫкә алыу маҡсатында Тербуныға Кемерово, Омск, Түбәнге Новгород, Волгоград, Мәскәү өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән байтаҡ кеше йыйылғайны. Тантанаға килгәндәр араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал-полковник Герман Александрович Бурутин да бар ине. Был төбәктә танк ғәскәрҙәре майоры, 11-се танктар корпусының оператив бүлеге начальнигы урынбаҫары Герман Александровичтың ағаһы Иван ерләнгән.
Тантаналар митинг менән башланды. Унда Липецк өлкәһе губернаторы Александр Никонов та килгәйне. Илебеҙ гимны яңғыраны, беренсе Еңеү байрағы (күсермәһе) – II дәрәжә Кутузов орденлы 150-се Идрица уҡсылар дивизияһы әләме – сығарылды. Уны 1945 йылдың 30 апрелендә 765-се уҡсылар полкындағы капитан Маковтың артиллерия разведчиктары (улар араһында яҡташыбыҙ, Мишкә районынан Ғәзи Ҡаҙыхан улы Заһитов та була) Рейхстаг өҫтөнә ҡаҙаған. Митингта “Еңеү” ойоштороу комитетының Тербуны районы хакимиәтен ҙур хәрби-патриотик эш өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы” иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләү тураһындағы ҡарарын уҡып ишеттерҙеләр. Миҙалға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы орден һәм миҙалдарҙың бәләкәй коллекцияһы, уларҙың һүрәтләнеше сағылған китап теркәлгәйне. Афарин, Тербуны халҡы!
Тантанала рәсми даирәләр, шул иҫәптән республикабыҙ делегацияһы вәкилдәре лә сығыш яһаны. Урицкое ауылынан һуғыш ветераны Николай Михайлович Черниковтың шул дәһшәтле, фажиғәле ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәре, тыл эшсәне Зинаида Михайловна Тюринаның шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Байрам әкренләп Озерки ауылындағы “Тербуны рубеждары” мемориалына күсте. Юл ыңғайында делегациябыҙ 2-се Тербуны ауылындағы урта мәктәпкә туҡталды. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлына арналған стенд ҡуйылған. Гәрәй Нафиҡов та ошо биләмәлә ерләнгән.
Озерки ауылындағы тантанала хәрби-патриотик эштә әүҙем ҡатнашҡандарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Улар араһында һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберен эҙләү йәһәтенән ҙур эш күрһәткән Виталий Лавринов етәкселегендәге “Зверобой” эҙәрмәндәр отряды, делегациябыҙ ағзалары ла бар ине. Зәйнулла Насиров 16-сы гвардия (112-се Башҡорт) кавалерия дивизияһының ветерандар ойошмаһынан Еңеүҙең 70 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙалдарҙы тапшырҙы, ә Вилсур Нафиҡов барыһын да башҡортса йыр менән тәбрикләне.
Был көндө Озерки ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы, гвардия өлкән лейтенанты Гавриил Степанович Разинковҡа бюст асылды. Байрам концерты, Як-52 самолетының осошо барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар район биләмәһендә табылған ҡорал һәм хәрби техника музейын ҡарап сыҡты. Поход кухняһында теләгәндәр тары бутҡаһы, сәй менән һыйланды.
Тантананан һуң республика делегацияһы Тербуны районы хакимиәте вәкилдәре менән берлектә майор Гәрәй Нафиҡов һәләк булған ергә юлланды. Бында ҡасандыр Лобановка ауылы урынлашҡан булған. Әле унда буласаҡ обелисктың нигеҙенә Башҡортостандан килтерелгән иҫтәлекле таш һалынған. Делегация ағзалары ҡаһарман яугирҙе хөрмәт менән иҫкә алды.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа донъя күргән “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) китабы Тербуны районында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Райондың сайтында уның электрон версияһы ла урынлаштырылды.