Динис Бүләков (1944 — 1995) — 51-се яҙын ҡаршылар-ҡаршыламаҫ арабыҙҙан киткән талантлы әҙип. Янып-ярһып йәшәне. Тынғыһыҙ вазифалар (1977 – 1986 йылдарҙа — “Пионер” журналының баш мөхәррире, 1986 – 1988 йылдарҙа – Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры, 1988 – 1995 йылдарҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе) биләүенә ҡарамаҫтан, ул ифрат емешле ижад итте.Башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләр әҫәрҙәре менән милләтебеҙ рухиәтендә исемен мәңгеләштерергә өлгөрөп китте әҙип. Осорҙоң иң киҫкен проблемаларын эпик панорамалылыҡ менән художестволы дөйөмләштергән романдар (“Килмешәк”, “Ғүмер бер генә”, “Туҙҙырылған тамуҡ”), романтик натураларҙы дәһшәтле һуғыш ваҡиғалары солғанышында, ҡәҙимге тормош эсендә һүрәтләгән повестар, төрлө тематик йүнәлештәге тос йөкмәткеле хикәйәләр ҡалдырҙы…
Динис Бүләков ижады, тулайым алғанда, йәшлек романтикаһы менән һуғарылғандай тәьҫир ҡалдыра. Уның әҫәрҙәре лә үҫмерҙәр тормошон сағылдырған иң тәүге (“Ҡояш ярсығы”, 1971) һәм иң һуңғы (“Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә”, 1995) әйтелгән фекерҙе нығыта кеүек. Ижад емештәренең күбеһенең үҙәгендә идеал булырҙай шәхестәр тороуы осраҡлы түгел. Улар — һәр саҡ үргә, йондоҙло күккә талпынған, иңдәрендә ҡанат тойған, ғорур ҙа, сая ла, тышҡы ғына түгел, эске матурлыҡҡа эйә кешеләр.
Поэтик яңғырашлы “Яралы китап” хикәйәһен алайыҡ. Һуғыш осоронда 35 кенә йортлоҡ ауыл 34 ир-егетте яуға оҙата. Утыҙ бишенсе өй генә фашистар менән алышҡа хужаһын ебәрә алмай: һунарҙан үлемесле яраланып ҡайтҡан Илғужа бер-ике генә йыл элгәре донъя ҡуйған. Әммә сәмсел ғаилә ил иңенә ишелгән аяуһыҙ һынауҙан ситтә ҡалғыһы килмәй. Ике балалы тол ҡатын, бейеменең ризалығын алып, фронтҡа китә, ут һыҙығына баҫа. Уның ғүмерен өҙгән пуля һәр саҡ янында йөрөткән китапты ла “яралай”. Мәктәп музейында урын аласаҡ был китап – яугир башҡорт ҡатынының ейәне, уҡыусы Әсләм өсөн ғорурланырлыҡ рухи таяныс ҡына түгел, ә быуындар бәйләнешен нығытыр изге ҡомартҡы ла. Тейешенсә уйнатылған был образлы деталь уйландыра, хәтерҙә ҡала. Әҙипте әҙип итеп танытыр бындай биҙәктәр артабанғы ижадта йөрәге ярылып ҡолаған бәйге айғырының күҙендә ҡояш булып ялтырар, ауылының аҡ өйҙәре булып яҡтырыр, көтә белгәндәргә йәйәүләп килгән бәхет булып күренер. Шуға ла малайға яуҙа һынатмаған Фәғилә өләсәһенең тауышы ишетелгәндәй: “Кешегә ғүмер бер генә бирелә…”
Динис Бүләковтың күпселек әҫәре тап ошо берҙән-бер ғүмерҙең ҡәҙерен белергә саҡыра. Фронтовик Фәйзулла, мәҫәлән, аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң илаһилығына төшөнгәнгә, әҙәмсә ғүмер итеү өсөн үҙендә көс таба (“Ауылымдың аҡ өйҙәре”). Олоғайған Мәрфуғаға иһә йәшәлгән йылдары татлы төшкә тиң (“Ғүмеркәйҙәр төш кеүек”).
“Ғүмер бер генә” романында был фәлсәфәүи фекер тотош әҫәрҙең лейтмотивына әйләнә: профессор Арынбаҫаров инаныуынса, һәр кем ысын кеше булып, шатлыҡ татып йәшәргә тейеш. Кешенең яҙмышы шулай ҡоролған: кемделер алдап йә мыҫҡыллап, хурлап бәхет табыу мөмкин түгел. Ғүмер аҙағы бөтөн кешене лә тигеҙләй. Ғүмерҙең бер генә икәнлеген Арынбаҫаровтың антиподы, клиниканың баш табибы Ҡаҙнабаев та бик яҡшы белә. Әммә ул бынан “типтереп йәшәп ҡалырға кәрәк” тигән һығымта яһай.
Күренеүенсә, геройҙар араһында — диаметраль ҡапма-ҡаршылыҡ. Ул тормош асылын, йәшәйеш мәғәнәһен төрлөсә аңлауға нигеҙләнгән. Шуға ла бәрелешкә килтермәй ҡалмай. Кем кемде? Урап үтеүе мөмкин булмаған конфликт, яҙыусының дөйөм ижад концепцияһына ярашлы, башҡалар бәхете өсөн үҙен-үҙе аямай көрәшкән Арынбаҫаров файҙаһына хәл ителә.
Бер-берең менән һыйышып ҡала алыу мөмкин булмаған ошондай йәшәү рәүеше «Бер алманы бишкә бүләйек» хикәйәһендә лә күҙәтелә. Ҡаҙнабаевтың һыңары Сәфәрғәли сит ҡатын менән төн сығыуҙы еңел генә аңлата: “Ир башынан үтә инде ул… ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк, был ғүмер — йондоҙ атылыуы ғына бит ул…”
Ғөмүмән, Динис Бүләковтың тормоштоң “ҡояшлы яғында” йәшәгән геройҙары, ҡағиҙә булараҡ, көрәш майҙанынан (әҫәр биләмәһенән тип аңлағанда ла ярай) еңеүсе булып сыға. Мәҫәлән, егет ҡорона инеп килгән Хәмит (“Упҡын ситендә бейеү”) менән Аҡбулат (“Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә”), һуғыш һандалында яҙмышы сатнаған Фәйзулла (“Ауылымдың аҡ өйҙәре”), йәш кәләшен хафаландырмаҫ өсөн буран тимәй, төн тимәй уның янына ашҡынған Ғәфүр (“Иң оҙон төн”), ҡаҙна мөлкәтен һаҡлауҙы намыҫ эше тип ҡараған Мәсәлим (“Бер тоҡ бойҙай”) һәм башҡалар. Һәләкәткә осраған мәлдәрендә уларҙа ҡаҡшамаҫ рух өҫтөнлөк итә. Әйтәйек, яугир Азамат һөйгәненең үле кәүҙәһен дә фашист танкыһынан тапатырға бирмәй: һуңғы гранаталар бәйләме менән ҡаршы баҫа (“Шарлауыҡ”). Рәссам Сынбулат Ҡарағуров, инфаркт кисереп, үҙендә һоҡланғыс картина тыуҙырырға көс таба (“Шәфәҡ миҙгелендә”). Тәүге мөхәббәтен ғүмере ахырынаса онотмаған табип Зәйнәп әсәһе ташлаған сабыйҙың үлемен еңел үткәрә алмай (“Һары һандуғас балаһы”).
Яҙыусыға күберәк һөймәлекле геройҙар менән “эш итергә” ынтылыу хас ине. Уның һәр ыңғай геройы мөхәббәте өсөн һис икеләнеүһеҙ алышҡа сығырға әҙер. “Ҡыйырсыҡ ай”ҙағы Сынтимер, мәҫәлән, һуңғы һулышында ла бары ысын һөйөүҙең кешене кеше итеп күтәрә алыуына ихлас ышана. “Байрам” хикәйәһендәге Мөхтәргә иһә донъялағы барлыҡ кеше мөхәббәт емеше булып күренә: “Ир менән ҡатын был донъяға бер-береһенең тормошон тулыландырып, етмәгән ерен еткереп, матурлап йәшәр өсөн киләлер”.
Бер генә йәшәлгән ғүмерҙә Гөлсибәр инәйҙең һуңғы өмөтөн һүндерергә ҡыймаған Биктимер, шәхси уй-ниәтен үҙгәртеп, һуңғы терәген — һеңлеһенең улын — юғалтҡан ҡарсыҡ эргәһендә йәшәргә ҡаласаҡ. Егеттең уйлауынса, кешене өмөт йәшәтә.
Әҙиптең байтаҡ хикәйәһендә яратышып өйләнешкән, әммә тигеҙ ҡартайыу насип булмаған парҙар ҙа ғүмерҙең бер генә икәнлегенә инандыра. Аяныслы яҙмыштарҙы тасуирлай Динис Бүләков. Эйе, шағир әйткәнсә:
Йылын түгел, хатта айын, аҙнаһын –
Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә яҙмаһын!...
Яҙыусының үҙенең дә, уҡыусылары йөрәгендә ҡан һауҙырып, төп йортҡа иртә күсенеүе ни тиклем үкенесле! Алай ҙа ғүмерҙең бер генә икәнлеген иҫкәртер әҫәрҙәре бар. Тормошто бары изге уйлы, яҡты күңелле кешеләр биҙәүен аңғартыр геройҙары — һәр саҡ беҙҙең арала.
Динис ағай менән йыш аралашып йәшәлде, тип әйтә алмайым. Әммә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына осрашыуҙар ҙа күңел түрендә йылы хәтирә булып һаҡлана. Уның мөһабәт һынын, күкрәктән сыҡҡан ҡалын тауышын оноторлоҡ түгел.
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
БДУ профессоры.