Янып-ярһып йәшәне...22.05.2015
Янып-ярһып йәшәне... Динис Бүләков (1944 — 1995) — 51-се яҙын ҡаршылар-ҡаршыламаҫ арабыҙҙан киткән талантлы әҙип. Янып-ярһып йәшәне. Тынғыһыҙ вазифалар (1977 – 1986 йылдарҙа — “Пионер” журналының баш мөхәррире, 1986 – 1988 йылдарҙа – Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры, 1988 – 1995 йылдарҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе) биләүенә ҡарамаҫтан, ул ифрат емешле ижад итте.

Башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләр әҫәрҙәре менән миллә­тебеҙ рухиәтендә исемен мәңге­ләштерергә өлгөрөп китте әҙип. Осорҙоң иң киҫкен проблемаларын эпик панорамалылыҡ менән художество­лы дөйөмләштергән романдар (“Килме­шәк”, “Ғүмер бер генә”, “Туҙҙырылған тамуҡ”), романтик натураларҙы дәһшәтле һуғыш ваҡиғалары солғанышын­да, ҡә­ҙим­ге тормош эсендә һү­рәтләгән повестар, төрлө те­ма­тик йүнәлештәге тос йөкмәт­келе хикәйәләр ҡалдырҙы…
Динис Бүләков ижады, тулайым алған­да, йәшлек роман­ти­каһы менән һуғарыл­ғандай тәьҫир ҡалдыра. Уның әҫәрҙәре лә үҫмерҙәр тормошон сағыл­дырған иң тәүге (“Ҡояш ярсығы”, 1971) һәм иң һуңғы (“Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә”, 1995) әйтелгән фекерҙе нығыта кеүек. Ижад емештәренең күбеһенең үҙәгендә идеал булырҙай шәхес­тәр тороуы осраҡлы түгел. Улар — һәр саҡ үргә, йондоҙло күккә талпынған, иңдәрендә ҡанат тойған, ғорур ҙа, сая ла, тышҡы ғына түгел, эске матурлыҡҡа эйә кешеләр.
Поэтик яңғырашлы “Яралы китап” хикәйәһен алайыҡ. Һуғыш осоронда 35 ке­нә йортлоҡ ауыл 34 ир-егетте яуға оҙата. Утыҙ бишенсе өй генә фашистар менән алышҡа хужаһын ебәрә алмай: һунарҙан үлемесле яраланып ҡайтҡан Илғужа бер-ике генә йыл элгәре донъя ҡуйған. Әммә сәм­сел ғаилә ил иңенә ишелгән аяуһыҙ һынауҙан ситтә ҡалғыһы килмәй. Ике балалы тол ҡатын, бейеменең ризалығын алып, фронтҡа китә, ут һыҙығына баҫа. Уның ғүмерен өҙгән пуля һәр саҡ янында йөрөткән китапты ла “яра­лай”. Мәктәп музейында урын аласаҡ был китап – яугир башҡорт ҡатынының ейәне, уҡыусы Әсләм өсөн ғорурла­нырлыҡ рухи таяныс ҡына түгел, ә быуындар бәйләнешен нығы­тыр изге ҡомартҡы ла. Тейе­шенсә уйнатылған был образлы деталь уйландыра, хәтерҙә ҡала. Әҙипте әҙип итеп танытыр бындай биҙәктәр артабанғы ижадта йөрәге ярылып ҡолаған бәйге айғырының күҙендә ҡояш булып ялтырар, ауылының аҡ өйҙәре булып яҡтырыр, көтә белгәндәргә йәйәүләп килгән бәхет булып күренер. Шуға ла малайға яуҙа һынатмаған Фәғилә өләсәһенең тауышы ишетелгәндәй: “Кешегә ғүмер бер генә бирелә…”
Динис Бүләковтың күпселек әҫәре тап ошо берҙән-бер ғү­мер­ҙең ҡәҙерен белергә саҡыра. Фронтовик Фәйзулла, мәҫәлән, аяҡ­һыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң илаһилығына төшөн­гән­гә, әҙәмсә ғүмер итеү өсөн үҙен­дә көс таба (“Ауылымдың аҡ өйҙәре”). Олоғайған Мәрфуғаға иһә йәшәлгән йылдары татлы төш­кә тиң (“Ғүмеркәйҙәр төш кеүек”).
“Ғүмер бер генә” романында был фәлсәфәүи фекер тотош әҫәрҙең лейтмотивына әйләнә: профессор Арынбаҫаров инаныуынса, һәр кем ысын кеше булып, шатлыҡ татып йәшәргә тейеш. Кешенең яҙмышы шулай ҡорол­ған: кемделер алдап йә мыҫ­ҡыл­лап, хурлап бәхет табыу мөмкин түгел. Ғүмер аҙағы бөтөн кешене лә тигеҙләй. Ғүмерҙең бер генә икәнлеген Арынбаҫаровтың антиподы, клиниканың баш табибы Ҡаҙнабаев та бик яҡшы белә. Әммә ул бынан “типтереп йәшәп ҡалырға кәрәк” тигән һығымта яһай.
Күренеүенсә, геройҙар араһ­ын­да — диаметраль ҡапма-ҡар­шы­лыҡ. Ул тормош асылын, йә­шә­йеш мәғәнәһен төрлөсә аңлауға нигеҙләнгән. Шуға ла бәрелешкә килтермәй ҡалмай. Кем кемде? Урап үтеүе мөмкин булмаған конфликт, яҙыусының дөйөм ижад концепцияһына ярашлы, башҡалар бәхете өсөн үҙен-үҙе аямай көрәшкән Арын­баҫаров файҙаһына хәл ителә.
Бер-берең менән һыйышып ҡа­ла алыу мөмкин булмаған ошондай йәшәү рәүеше «Бер алманы бишкә бүләйек» хикәйә­һен­дә лә күҙәтелә. Ҡаҙнабаевтың һыңары Сәфәрғәли сит ҡатын менән төн сығыуҙы еңел генә аңлата: “Ир башынан үтә инде ул… ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк, был ғүмер — йондоҙ атылыуы ғына бит ул…”
Ғөмүмән, Динис Бүләковтың тормош­тоң “ҡояшлы яғында” йә­шәгән геройҙары, ҡа­ғи­ҙә була­раҡ, көрәш майҙанынан (әҫәр биләмәһенән тип аңлағанда ла ярай) еңеү­се булып сыға. Мә­ҫәлән, егет ҡорона инеп килгән Хәмит (“Упҡын ситендә бе­йеү”) менән Аҡбулат (“Тыҡрыҡ башы – беҙ­ҙең биләмә”), һуғыш һанда­лында яҙмы­шы сатнаған Фәй­зулла (“Ауы­лым­дың аҡ өй­ҙә­ре”), йәш кәләшен хафа­ландырмаҫ өсөн бу­ран тимәй, төн тимәй уның янына аш­ҡын­ған Ғәфүр (“Иң оҙон төн”), ҡаҙна мөл­кә­тен һаҡлауҙы намыҫ эше тип ҡараған Мәсәлим (“Бер тоҡ бой­ҙай”) һәм башҡа­лар. Һәләкәткә осра­ған мәлдәрендә улар­ҙа ҡаҡшамаҫ рух өҫ­төн­лөк итә. Әйтәйек, яугир Азамат һөйгә­не­нең үле кәүҙәһен дә фашист танкы­һынан тапа­тырға бирмәй: һуңғы гранаталар бәйләме менән ҡаршы баҫа (“Шар­лауыҡ”). Рәссам Сынбулат Ҡа­рағуров, инфаркт кисереп, үҙен­дә һоҡ­лан­ғыс картина тыу­ҙырырға көс таба (“Шәфәҡ миҙ­гелендә”). Тәүге мөхәббәтен ғү­мере ахырынаса онотмаған табип Зәйнәп әсәһе ташлаған сабыйҙың үлемен еңел үткәрә алмай (“Һары һандуғас балаһы”).
Яҙыусыға күберәк һөймәлекле геройҙар менән “эш итергә” ынтылыу хас ине. Уның һәр ыңғай геройы мөхәббәте өсөн һис икеләнеүһеҙ алышҡа сығырға әҙер. “Ҡыйырсыҡ ай”ҙағы Сынтимер, мәҫәлән, һуңғы һулышында ла бары ысын һөйөүҙең кешене кеше итеп күтәрә алыуына ихлас ышана. “Байрам” хикәйәһендәге Мөхтәргә иһә донъялағы барлыҡ кеше мөхәббәт емеше булып күренә: “Ир менән ҡатын был донъяға бер-береһенең тормошон тулыландырып, етмәгән ерен еткереп, матурлап йәшәр өсөн киләлер”.
Бер генә йәшәлгән ғүмерҙә Гөлсибәр инәйҙең һуңғы өмөтөн һүндерергә ҡый­ма­ған Биктимер, шәхси уй-ниәтен үҙгәртеп, һуңғы терәген — һеңлеһенең улын — юғалт­ҡан ҡарсыҡ эргәһендә йәшәргә ҡа­ласаҡ. Егеттең уйлауынса, кешене өмөт йәшәтә.
Әҙиптең байтаҡ хикәйәһендә яратышып өйләнешкән, әммә ти­геҙ ҡартайыу насип булмаған парҙар ҙа ғүмерҙең бер генә икәнлегенә инандыра. Аяныслы яҙмыштарҙы тасуирлай Динис Бүләков. Эйе, шағир әйткәнсә:
Йылын түгел, хатта айын, аҙнаһын –
Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә яҙмаһын!...
Яҙыусының үҙенең дә, уҡыу­сылары йөрәгендә ҡан һауҙырып, төп йортҡа иртә күсенеүе ни тиклем үкенесле! Алай ҙа ғүмерҙең бер генә икәнлеген иҫкәртер әҫәр­ҙәре бар. Тормошто бары изге уйлы, яҡты күңелле кешеләр биҙәүен аңғартыр геройҙары — һәр саҡ беҙҙең арала.
Динис ағай менән йыш аралашып йә­шәлде, тип әйтә алмайым. Әммә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына осра­шыуҙар ҙа күңел түрендә йылы хәтирә булып һаҡлана. Уның мө­һабәт һынын, күкрәктән сыҡҡан ҡалын тауышын оноторлоҡ түгел.
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
БДУ профессоры.




Вернуться назад