Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттән йәм табып...
Хеҙмәттән йәм табып... Ауыл уртаһындағы был күркәм йорт әллә ҡайҙан балҡып тора. Хужаларҙың иһә күпләп умарта тотоуы, ишле мал аҫрауы, ҡош-ҡорт үрсетеүе уларҙың уңғанлығы хаҡында һөйләй. Батыр ауылында йәшәгән Хәлисә менән Миҙхәт Бағаевтар хаҡында һүҙем. Уларҙың өйөнә инеп сыҡҡандан һуң “бөтөн кеше лә ошолай йәшәһә ине” тип уйлап ҡуяһың.

Бағаевтар — йәшәү рәүеше, на­мыҫ­лы хеҙмәте менән дә күптәргә үрнәк. Ғаилә башлығы Миҙхәт Миң­нәхмәт улы – һөнәре буйынса ветеринар. Заманында тырыш белгесте ябай хеҙмәткәрҙән алып колхоз рә­йесе вазифаһына тиклем үрләтәләр. Ә инде хәләл ефете Хәлисә Ша­һыбал ҡыҙы ғүмере буйына мәктәптә уҡыта. Бөгөн улар, хаҡлы ялда булһа ла, гөрләтеп донъя көтә.
...Өй эсендәге пәрҙәләр, ултырғыс япмалары, мендәр тыштары, хатта балаҫтар ҙа уңған хужабикәнең үҙ ҡулы менән эшләнгән. Күрәһең, күңел йылыһын һалып башҡарғанға ул әйберҙәр йортҡа яҡтылыҡ бөркөп торғандай.
– Үҙемде хәтерләгәндән бирле ҡул эше менән шөғөлләнәм, – ти, ихлас йылмайып, Хәлисә апай. – Тирә-яғыңды күркәмләндереү, яҡын­дарыңа шатлыҡ бүләк итеү — үҙе оло кинәнес бит ул. Ирем дә эшемде хуплап тора. Был йәһәттән үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡы­­тыусыһы, хеҙмәт ветераны Хә­лисә Шаһыбал ҡыҙы ғүмеренең 37 йылын балаларға белем биреүгә арнай. Ул хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша. Республикабыҙҙа уҙғарыл­ған ижади бәйгеләрҙә лә үҙен һынап ҡарай. Мәҫәлән, былтыр ғына “Байыҡ” бейеү фестивалендә сығыш яһап, өсөнсө урынды яулаған. “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һөнәрмән” конкурсында ла уның ҡул эштәре иң яҡшыларҙың береһе тип табылды.
Ер йөҙөндә һәр әҙәм балаһының төп маҡсаты – үҙеңдән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырыу. Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы менән Миҙхәт Миңнәхмәт улы Бағаевтар был йәһәттән бәхетле. Ҡыҙҙары Зөлфиә, Гүзәл, улдары Айбулат уңыштары менән ата-әсәһен ҡыуандырып тора. Һәр кеме яҡшы белем алып, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй. Шуға ла ейәндәре Сыңғыҙ, Баязит, Зәлифә, Бәхтийәр, Даниярҙың ҡунаҡҡа килеүен һағы­нып көтөп алалар.
– Хәҙер ауылда йәшәүе ауыр, тип зарлана күптәр, – ти Миҙхәт ағай. – Әгәр тырышһаң, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫраһаң, кинәнеп йәшәргә була.
Эйе, Бағаевтар хеҙмәттән йәм табып, матур итеп көн итә белә. Ана шундай уңған ғаиләләр илебеҙгә терәк булып тора ла инде.


Автор: А. АБҘАҠОВ. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә