Ауыл уртаһындағы был күркәм йорт әллә ҡайҙан балҡып тора. Хужаларҙың иһә күпләп умарта тотоуы, ишле мал аҫрауы, ҡош-ҡорт үрсетеүе уларҙың уңғанлығы хаҡында һөйләй. Батыр ауылында йәшәгән Хәлисә менән Миҙхәт Бағаевтар хаҡында һүҙем. Уларҙың өйөнә инеп сыҡҡандан һуң “бөтөн кеше лә ошолай йәшәһә ине” тип уйлап ҡуяһың.
Бағаевтар — йәшәү рәүеше, намыҫлы хеҙмәте менән дә күптәргә үрнәк. Ғаилә башлығы Миҙхәт Миңнәхмәт улы – һөнәре буйынса ветеринар. Заманында тырыш белгесте ябай хеҙмәткәрҙән алып колхоз рәйесе вазифаһына тиклем үрләтәләр. Ә инде хәләл ефете Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы ғүмере буйына мәктәптә уҡыта. Бөгөн улар, хаҡлы ялда булһа ла, гөрләтеп донъя көтә.
...Өй эсендәге пәрҙәләр, ултырғыс япмалары, мендәр тыштары, хатта балаҫтар ҙа уңған хужабикәнең үҙ ҡулы менән эшләнгән. Күрәһең, күңел йылыһын һалып башҡарғанға ул әйберҙәр йортҡа яҡтылыҡ бөркөп торғандай.
– Үҙемде хәтерләгәндән бирле ҡул эше менән шөғөлләнәм, – ти, ихлас йылмайып, Хәлисә апай. – Тирә-яғыңды күркәмләндереү, яҡындарыңа шатлыҡ бүләк итеү — үҙе оло кинәнес бит ул. Ирем дә эшемде хуплап тора. Был йәһәттән үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы ғүмеренең 37 йылын балаларға белем биреүгә арнай. Ул хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша. Республикабыҙҙа уҙғарылған ижади бәйгеләрҙә лә үҙен һынап ҡарай. Мәҫәлән, былтыр ғына “Байыҡ” бейеү фестивалендә сығыш яһап, өсөнсө урынды яулаған. “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һөнәрмән” конкурсында ла уның ҡул эштәре иң яҡшыларҙың береһе тип табылды.
Ер йөҙөндә һәр әҙәм балаһының төп маҡсаты – үҙеңдән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырыу. Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы менән Миҙхәт Миңнәхмәт улы Бағаевтар был йәһәттән бәхетле. Ҡыҙҙары Зөлфиә, Гүзәл, улдары Айбулат уңыштары менән ата-әсәһен ҡыуандырып тора. Һәр кеме яҡшы белем алып, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй. Шуға ла ейәндәре Сыңғыҙ, Баязит, Зәлифә, Бәхтийәр, Даниярҙың ҡунаҡҡа килеүен һағынып көтөп алалар.
– Хәҙер ауылда йәшәүе ауыр, тип зарлана күптәр, – ти Миҙхәт ағай. – Әгәр тырышһаң, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫраһаң, кинәнеп йәшәргә була.
Эйе, Бағаевтар хеҙмәттән йәм табып, матур итеп көн итә белә. Ана шундай уңған ғаиләләр илебеҙгә терәк булып тора ла инде.