Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ – яңы быуаттан
Тәбиғәттәге киҫкен һынылыштар, экологик һәләкәттәр, кешенең эшмәкәрлегенән бар­лыҡҡа килгән ҡотолғоһоҙ техноген процестар, ядро ҡоралы янауы, донъяла хакимлыҡ өсөн көрәш, киҫкен иҡтисади ҡаршылыҡтар, мәғлүмәти алыштар, наркомания, СПИД һәм ошолар менән бер рәттән йәмғиәттең алдынғы ҡарашлы шәхестәренең һоҡланғыс һәм нескә донъяны һаҡлап ҡалыу теләге – бөгөнгө ысынбарлыҡ.

Әлеге еңел булмаған осорҙа нимә уйлап, нимә тойоп, нимә менән тын ала икән заман йәштәре? Ошо хаҡта белер өсөн әүҙем егет һәм ҡыҙға түбәндәге дүрт һорау менән мөрәжәғәт иттек.
1. “Минең XXI быуатым” төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?
2. XXI быуат кешеһе булараҡ ниҙәр кисерәһегеҙ?
3. Унан нимә өмөт итәһегеҙ?
4. XX-XXI быуаттың ҡайһы тарихи шәхесе һеҙҙең донъяға ҡарашығыҙҙы формалаштырыуға өлөш индерҙе?
Беҙ – яңы быуаттанИскәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ,
филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусыһы, тележурналист, 25 йәш:

1. XXI быуат – үҙем, дуҫ-арҡаҙаштарым, замандаштарым йәшәгән ваҡыт. Уның ниндәй булыуы тик беҙҙән – ошо быуат кешеләренән то­ра, шуға ла дәүерҙе килә­сәк алдындағы оло бурыс тип тә атар инем. Икен­се яҡтан, ул тотош бы­уыныбыҙҙың ғүмерен үҙ эсе­нә ала һәм ҙур мөм­кинлектәр аса. Мостай Кәримдең шиғырын аҙ ғына үҙгәртеп, “Егер­ме беренсе ошо быуат – ул беҙ” тип әйтергә лә мөмкин.
2. Кеше тыуыр ваҡы­тын һайламай, беҙҙең, йәштәрҙең, өлөшөнә төшкән тәбиғи мөхит – нәҡ XXI быуат. Ошо заман вәкиле булараҡ, мин ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ, тулҡынланыу тоям, сөнки ваҡиғалар йышая, ваҡыт тарая, һәр төрлө бәйләнештәр ҡат­марлана бара. Тыуыу ғына етмәй, бөгөн үҙ урыныңды та­быу ҙа мөһим. Ошо маҡсатҡа ирешеү теләге, етеҙлек тормошома сәм өҫтәй.
3. Бер нәмә лә өмөт ит­мәйем, тип тә әйтә алам, сөнки был үҙебеҙҙән тора – көтөргә түгел, эшләргә кәрәк. Теләк­тәргә килгәндә, үткән быуат менән сағыштырғанда, был йөҙйыллыҡ кеше­лекле­рәк, йомшағыраҡ үтһен ине. Техник, фәнни һәм иҡтисади үҫештең емештәре һәр кем­гә тигеҙ бирелеп, ке­ше­ләр ҙә бер-береһенә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ, асыҡ йөҙлө­рәк булһа, донъябыҙ тағы йәмләнер кеүек. Хәҙер күп нәмә – кешеләр ҡулында.
4. Тормошҡа ҡарашымдың формалашыуы байтаҡ тарихи шәхестең йоғонтоһо аҫтында үтте һәм шулай дауам итә. Һәр осрашыу, уҡылған китап, ҡаралған фильм, тыңланған йыр, ҡы­лын­ған сәйәхәт кешенең донъяға ҡарашын үҙгәртә, офоҡтарын киңәйтә, рухи донъяһын байыта. Яҙыусы­лар Антуан де Сент-Экзюпери, Мостай Кәрим, Сыңғыҙ Айытматов, Эрнест Хемингуэй, ғалимдар Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Стивен Хокинг, Умберто Эко, фәлсә­фәселәр Жан-Поль Сартр, Альбер Камю, Николай Бердяев, музыканттар, актер­ҙар, журналистар – исемлек­кә күптәрҙе индереп була. Ә кемдән нимә һәм ниндәй күләмдә алыуым – айырым тема. Билдәле кешеләрҙең рухи мираҫы, ижады менән танышҡанда ла үҙ асылыңа тоғро ҡалырға кәрәк, минеңсә.


Беҙ – яңы быуаттанЛилиә УСМАНОВА, Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған, шәхси компанияла иҡтисадсы, 26 йәш:

1. XXI быуат – тәү сиратта, беҙ йәшәгән йөҙйыллыҡ, бөгөнгөбөҙ. Шу­лай уҡ был дәүер – кешелек тарихында яңы боролош һәм иҡтисади формация хасил иткән өсөнсө меңйыллыҡтың башы. Быуат киң интеграция, глобал­ләшеү менән тасуирлана.
2. 1990 йылдарҙа тыуған кеше бу­лараҡ, яңы меңйыллыҡ башланыу ме­нән йәшәйешебеҙҙең үҙгәреүен тоям. Иҡтисади модель алмашыныуы, баҙар үҫеше, заман технология­лары­ның барлыҡҡа килеүе, мәғлүмәттең тиҙ иҫкереүе лә быға ишара. Бушҡа ғына “Мәғлүмәтле кеше тотош донъя менән идара итә” тип әйтмәйҙәрҙер. XXI быуат балаһы булараҡ, заман талаптарына ярашлы камиллашыу, үҙемде үҫтереү ихтыяжын һиҙәм, сөнки дәүер – етеҙ, алдынғы, ҡыйыуҙар өсөн. Шулай ҙа иғтибар үҙәгенә әүҙем егет һәм ҡыҙҙар ғына түгел, сәләмәт тормош алып барған, даими белем, яңылыҡ туплаған төрлө йәштәгеләр ҙә инә. Яңы быуат – ­бер нәмәнән дә ҡурҡма­ған, яуаплылыҡ тойған көс­лө шәхес­тәр, лидер­ҙар өсөн. Заман сит тел­дәр­ҙе, башҡа халыҡтарҙың мә­ҙәниәтен өйрәнеүҙе, донъя интег­ра­цияһына ҡушылыуҙы, ғаләмдең гражданы булыу талабын ҡуя.
3. XXI быуатта үҙемде, ижади мөм­кинлектәремде тормошҡа ашы­рыуҙы ниәтләйем. Өҫтәүенә йәштәш­тәремдең күп уҡыған, аҡыллы, тәр­биә­ле булыуҙарына өмөтләнәм. Яңы быуат һәләтле йәштәрҙе, бығаса танылмаған исемдәрҙе асыуына һәм, ғөмүмән, илебеҙ өсөн бик яҡшы килеренә ышанам.
4. Киң билдәле физик Альберт Эйнштейн, уйлап сығарыусы, тотош донъя буйынса авто­мобилдәр етештергән заводтар етәксеһе Генри Форд, танылған француз модельеры Коко Шанель – миңә өлгө шәхестәр. Шулай уҡ билдәле венгр яҙыусыһы, донъ­ялағы тәүге синхрон тәржемәсе­ләрҙең береһе Като Ломбтың, мил­ләте­беҙҙең һоҡланғыс улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың эшмәкәрлеге илһамландыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә