Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов 1937 йылда Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында ишле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Сәйетбаба урта мәктәбендә VIII класты тамамлау менән “Йондоҙ” колхозында төрлө эш башҡара. Стәрлетамаҡтағы механизаторҙар әҙерләү училищеһында уҡығандан һуң, тракторсы була. Үкенескә ҡаршы, “тимер ат”ын йүнәткәндә бик ҡаты өшөп, ауыр сиргә тарый. Ләкин көслө рухлы егет бирешмәй, оҙаҡ ҡына дауаланғас, яңынан ең һыҙғанып сафҡа баҫа. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, агроном булып эшләй, 1970 йылда уны “Йондоҙ” колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Уға хужалыҡты 17 йыл етәкләргә тура килә. Артабан төрлө урында етәксе вазифаһын башҡара. Ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн Аҙнабай Сәғит улы “Почет Билдәһе” ордены һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Аҙнабай ағайҙың хәтирәләренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Атайһыҙ ҡалған йылдаҠыш көнө булһа ла, атайым урмандан йүкә ағастары алып ҡайтып, уларҙы мунсала эшкәртеп, колхоз өсөн арҡан иште. Шулай бер көн ул санаһын да бушата алмай өйгә килеп керҙе.
— Ҡарсыҡ, эш хөрт, бик ҡаты сирләп ҡайттым. Янып барам, бөтә тәнем ҡалтырана, өйҙө йылытығыҙ, — тине.
Беҙ, ике ағайым, ике апайым, мин һәм имсәк бала ғына ҡустым Кинйәбай, атайым янында уралып, уға ғына ҡарап ултырабыҙ. Әсәйем сәй әҙерләп йөрөй. Атайым әкрен генә тауыш менән:
— Шәрәфетдин, Сәмиғулланы барып килтер әле, ул нимә тип әйтер икән, бер ыңғай мәзин бабайыңа ла кереп сыҡ, — тине.
Ауылда Сәмиғулланан башҡа дауалай алырлыҡ бер кем дә юҡ (ул — колхоз ветеринары, келәт мөдире лә). Шәрәфетдин оҙаҡ та йөрөмәй, йүгереп ҡайтып етте:
— Сәмиғулла өйҙә юҡ, кис ҡайтыу менән әйтермен, барып етер, Сәғиҙулла ағайҙы ул бик ихтирам итә, тип ҡалды әбейе, — тине ул.
Мәзин бабай бәләкәй генә буйлы, йоҡа кәүҙәле, бик теремек. Өҫтөндәге бишмәте ҡайышланып, ең остары ялтырап тора. Башына ялбырап торған туҙа башлаған төлкө бүрек кейгән. Үҙенән дә оҙон, йәшелгә буялған таяҡҡа таянған. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып килеп инде лә ишек төбөндәге һике башына ултырып доға уҡыны. Һуңынан атайымдың хәлен һораша-һораша:
— Сәғиҙулла, һиңә ен һуғылғандыр, өсөнсө йыл да Сумған утарынан шулай бик ҡаты ауырып ҡайтҡан инең, хәтереңдәлер бит. Ул ваҡытта ла Ҡөрьән сығарып, һыу өшкөрөп эсергәндән һуң, балалар хаҡына Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән аяғыңа баҫып киткәйнең. Иншалла, Хоҙай ҡушһа, был юлы ла шулай булыр. Ярай, ҡомған ҡайҙа икән, мин тәһәрәт алайым да берәй аят уҡыйым, урын әҙерләгеҙ, — тине.
Әсәйем атайым ҡырынан мәзин бабайға ҙур булмаған мендәр һалды. Мәзин бабай шуның өҫтөнә аяҡтарын бөкләп ултырҙы ла кәзә һаҡалын яйлап ҡына һыйпай-һыйпай:
— Йә, Сәғиҙулла, мин хәҙер берәй аят уҡып, өшкөрөп алайым, — тине. Беҙгә, эреле-ваҡлы алты балаға, күҙ ҙә алмай бер атайыма, бер мәзин бабайға ҡарап ултырыуы бик шомло ине. Ни тиһәң дә, атайымдың хәле ауыр, көс-хәлгә тын ала. Беҙгә лә мөлдөрәп кенә ҡарап ятыуы, эй балаҡайҙарым, хәлем ауыр шул, ҡайҙан ярҙам алырға, һеҙҙе әҙерәк ҙурайтҡансы йәшәргә ине, тигән һымаҡ. Атайым: “Кесе улым Кинйәбай сәңгелдәктә генә. Ике йәше саҡ тулып килгән, тупылдатып ҡына һөйөрлөк ап-аҡ йөҙлө, тулы тәнле, йүгереп кенә йөрөп, береһенә лә тынғы бирмәгән улым Аҙнабай. Мөхтәргә — 4 йәш, ул бирешерлек түгел, әле үк оло кеше белмәгәнде белә. Ҡыҙҙарым Хәҙисә менән Хәтиә тәртипле булып үҫеп килә. Шәрәфетдин улым, донъялар имен торһа, бик уҡымышлы кеше булыр, әле бер йылда ике класта уҡып йөрөүе — беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ! Гөләйфә, оло ҡыҙым, тормошта. Мөхәммәт кейәү ҙә тәртипле егет булып сыҡты, ярҙамсыл. Колхозда ла, ауылдаштары араһында ла бик ихтирамлы. Вәлиәхмәт, оло улым, армияла хеҙмәт итә. Илдә тыныслыҡ булһа, Алла бирһә, тағы ла ике йылдан ҡайтып төшөр инде”, — тип уйлап ятҡан һымаҡ тойола ине.
Мәзин бабай уҡыуын дауам итте. Эңер төшә башланы, Шәрәфетдин ағайым торбаһыҙ етеле шәмде тоҡандырып, өҫтәл уртаһына ултыртып ҡуйҙы. Быҙлап ҡына янған шәм яҡтыһында мәзин бабайҙың былай ҙа ҡара-ҡуңыр йөҙө тоноҡ ҡына күренә.
— Йә, балалар, мин аяттарымды уҡып бөттөм, доға ҡылып алайыҡ, — тине бер мәл. Усаҡ алдында тары ярмаһынан бутҡа бешереп, һыйыр малының майын иретеп йөрөгән әсәйемә лә өндәште:
— Йә, килен, һин дә ултырып тор.
Әсәйем, сәңгелдәктә ятҡан Кинйәбайҙы ҡулына алып, Шәрәфетдин ағайым эргәһенә ултырҙы ла беҙгә моңһоу ғына итеп ҡараны.
Ул арала мәзин бабай доға уҡый башланы. Беҙ ҙә уның артынан эстән генә ҡабатлап, ирендәрҙе ҡыбырҙатып ултырҙыҡ. Һуңынан ҡулдарыбыҙҙы бит яңаҡтарына яҡын килтереп, бабай ыңғайына доға ҡылдыҡ.
Әсәйем ҡулындағы Кинйәбайҙы оло апайыма тотторҙо ла аласыҡта ыҫлап киптерелгән ике баш ҡоротто килтереп, мәзин бабайға хәйер итеп бирҙе. Бабай, ике ҡуллап алып, сауабы насип булһын, тип ҡабул итте. Тағы ла күмәкләп доға ҡылдыҡ.
Мәзин бабай:
— Килен, берәй туҫтаҡ һыу килтерһәң ине, өшкөрөп ҡалдырайым. Сәғиҙуллаға ҡалаҡлап ҡына эсерерһең, шифаһы тейер. Сырхап торған кешеләргә ул һыуҙы ауыҙ менән уртлап бөркһәң дә, шайтандар ҡурҡып ҡаса, ти китап. Ана, үткән йомала киске намаҙҙан ҡайтып инеүем булды, алты бармаҡ Мәһәҙиҙең улы Ғилметдин килеп инде: “Бабай, беҙгә хәҙер генә бар әле. Әсәйем әйтә, атайымды ен һуҡҡан, өшкөрөргә кәрәк”, — ти.
Тиҙ генә барырға сыҡтым. Урамда бер кем дә күренмәй, эттәр өрә, үҙемдең дә тәнем тартыша, йүнләп атлай алмайым. Шайтандар, минең Мәһәҙи ҡырына килеп Ҡөрьән уҡыуымды һиҙеп, үҙемә лә ҡағылырға уйлағандарҙыр инде. Ян-яғыма ҡаранып доға ҡылдым, эстән генә уҡынып, көс-хәл менән барып еттем. Сөбханалла, әлдә улы Ғилметдин ҡаршы сығып алды. Өй эсенә керһәм, Мәһәҙи ятҡан һике ҡырына барырлыҡ та түгел, әйтерһең дә, арҡама әллә ниндәй ауыр йөк элгәндәр. Шулай итеп, саҡ-саҡ Мәһәҙи янына барып ултырҙым да, бөтә көсөмдө йыйып, шайтандарға ҡаршы бер сүрәне уҡып ебәрҙем. Шул саҡ маңлайымдан шыбырлап тир бәреп сыҡмаһынмы, күҙ алдарым яҡтырып киткәндәй булды. Өшкөргәндә яңаҡтарым тартышып-тартышып алды, шулай ҙа ауырлыҡ менән булһа ла башлаған доғамды тулыһынса уҡыным. Һуңынан, Райман ҡойоһонан килтергән һыуҙары булған икән, күҙҙәй тултырып ике туҫтаҡ һыу өшкөрөп бирҙем, яйлап эсерерһегеҙ, тинем. Тағы ла бер туҫтаҡ һыуҙы бик диҡҡәт менән көслө доғалар уҡып өшкөрҙөм дә йөҙөнә уртлап-уртлап бөрктөм.
Өшкөргән һыуҙы бөрккәс, Мәһәҙием: “Уф Аллам, был ниндәй хикмәт, күҙ алдарым асылғандай булды ла баһа”, — тине. Мин әйтәм: “Шайтандар йөҙөңдө ҡапларға булғандыр инде. Улар доға көсөнә ҡаршы тора алмай, тип әйткән Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ”. “Өшкөргән һыуҙы көн һайын эсереп, йөҙөнә бөрккәндән һуң, бер аҙна тигәндә, дөпөлдәтеп аяғына баҫып йөрөй башланы Мәһәҙи”, — тип ҡатыны, оло бер тауыҡ килтереп, ҙур рәхмәт әйтте. “Өшкөргән һыуҙы балаларға ла, ҡәйнәмә лә эсерәм, үҙем дә эсәм, бик шифалы икән. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән булғандыр инде, ошонан һуң Мәһәҙиебеҙ ныҡ үҙгәреп китте, ашауы ла көсәйҙе. Элгәре семсенеп кенә ултыра торғайны. Хәҙер ашына ыҫланған ҡорот һалып, бер-ике телем икмәк менән икешәр туҫтаҡты бөтөргәнсе тирләп-бешеп ашай, һуңынан рәхәтләнеп тороп баллап сәй эсә. Аллаға шөкөр, хатта ҡәйнәм дә Мәһәҙигә ҡарап аптырап ҡуя”, — тип һөйләне, — тине.
Мал духтыры Сәмиғулла ағай саҡырған көндә килә алманы, күрше ауылдан һуң ғына ҡайтҡан, сөнки унда көтөлмәгән хәлгә осраған. Анауы оҙон Хатип, Олотауға йыла утынына барып, Ҡашҡа айғыр тауынан төшөп барғанда, атының көсөнә ышанып, сана табанына тышау һалмаған. Тау бик текә. Бына шунда йөклө сана тау түбәненә шәп итеп шыуып төшөп китә. Ат, бахыр, сананы тота алмай. Йөк сананы юл ситендә ултырған ике йыуан саған ағасы араһына алып барып ҡыҫа. Шул мәлдә сананың бер тәртәһе һынып китә лә йөгө менән әйләнеп барып ята. Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән булғандыр инде, үҙе саҡ аҫта ҡалмаған. Шулай ҙа шаҡарғыс ағасы ысҡынып, һул ҡулына килтереп һуға. Бәхетенән арттан ҡайтыусылар килеп етә. Атты туғарып алалар, ләкин меҫкен хайуан аяҡтарына баҫа алмай, йөклө сана осаһын ныҡ ҡыҫыуҙан артҡы уң аяғы имгәнгән булған.
Арттан килеп еткән мыҡым Әхтәм Хатипты әрләргә тотона: “Эшкә ярамаған, ҡоро буй үҫтереп йөрөүең менәнме ни, кем ошо тиклем бейек тауҙан санаға тышау һалмай төшә?! Үҙең илап тораһың, эс бошороп. Йә, бына оҙаҡламай яҙ етә, был Мәрүс бейә — иң яҡшы һабан тарта торған ат, ерҙе нисек һөрөп иген сәсергә уйлайһың? Ғүмер буйы атайыңа арҡаланып йәшәрмен тиһеңме? Ярар, егеттәр. Мүгәлә тауы ла үкерә, буран сығыр. Әйҙәгеҙ, минең утынды тиҙ генә бушатып, Мәрүс бейәне санаға тейәп алып ҡайтып, һарайға индереп ҡуяйыҡ”.
Хатип мыжыуын белә: “Әхтәм ағай, ҡулым күтәрелмәй, бик ауырта!” Әхтәм Хатиптың ҡулын ипләп кенә күтәреп ҡарай, ләкин уныһы һәлберәп тора. “Ҡулың һынғанға оҡшаған, әйҙә, ҡустым, минең саналағы тунды ябынып ултыр ҙа йәһәтерәк ҡайтайыҡ”, — тип ҡабаландыра башлай шунан.
Мәрүс бейәне Әхтәмдең санаһына тейәп, ә Хатипты, Аллабирҙенең утынының бер өлөшөн бушатып, шунда ултыртып ҡайтып китәләр.
Әхтәм ағай ат һарайына йүнәлә, тиҙерәк Мәрүс бейәне өлкән ат ҡараусы Мырҙағол бабайға тапшырырға кәрәк. Улар ат һарайына барып еткәндә, аттарын килтереп туғарып йөрөгән байтаҡ кеше була. Мырҙағол бабай, Мәрүс бейә өшөмәһен тип, ике ҡат септә ябып, ятҡан урынына һалам йәйеп, алдына бесән һалып ҡуя. Ул да Мәрүс бейәне йәлләп бик бошона, хатта күҙенән йәштәре килеп сыға.
Был бейәне өс йыл элек Елекле ауылындағы бер урыҫтан өс йәшлек ат, ике йәшлек һыйыр малына алмаштырып алған булалар. Мәрүс бейә һәр йылда бер ҡолон килтереп ауыл халҡын ҡыуандыра. Ҡолондары һылыу, оҙон буйлы, ялдары һәм ҡойроҡтары әкиәттәге толпарҙарға тиң булырлыҡ. Уны “Удалой” ҡушаматлы нәҫел айғыры менән ҡауыштыра торған булғандар. Бөтә районға билдәле булған айғырҙың һабантуйҙарҙа алдына бер генә ат та сыға алмаған, уның һылыулығына һоҡланмаған кеше булмаған. “Мәндем” колхозы рәйесе Заһиҙулла Сөләймән улы районға барғанда һәр саҡ “Удалой”ҙы ектерә. Бына мин ауылдан шунса сәғәттә килеп еттем, тип маҡтанып та ала. Немец фашистары илебеҙгә һуғыш башлағас, Мырҙағол Мәхийәнов “Удалой” менән башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Мырҙағол ағай ғаиләһенә хат яҙғанда, иң тәүҙә “Удалой”ҙан ауылдаштарына сәләм еткереүен Ғәлимә еңгә, ат һарайына килеп, колхозсыларға ҡысҡырып уҡыған.
Сәмиғулла ағай саҡырған көндөң иртәгәһенә иртүк килеп етте. Оҙон Хатиптың һынған ҡулын өйсөкләп йөрөгән икән. Атайымды ентекләп ҡарағандан һуң, келәткә барып, бер һоҫҡо борсаҡ алып килде. Уны бер аҙ йылытҡандан һуң, атайым ятҡан аҡ кейеҙ өҫтөнә һипте. Атайымды шул борсаҡ өҫтөнә ипләп кенә арҡаһы менән ятҡырҙы ла ҡайтып китте. Өйҙәрендә һөлөк булған икән. Шуны килтергәс, борсаҡтарҙы алып, атайымдың елкәһенә дүрт һөлөк йәбештерҙе. Улар ҡап-ҡара булып бер аҙ торғас, бармаҡ йыуанлығына етеп тәгәрәшеп төштө.
Атайым оҙаҡ ауырып ятманы. Сәмиғулла ағай ҙа төрлөсә дауалап маташты, мәзин бабай ҙа өшкөрөп ҡараны. Шулай булһа ла, 1940 йылдың 27 ғинуарында үлеп китте.
Атайым тураһында ауырып ятҡан ваҡыттары һәм санаға һалып алып китеүҙәре генә иҫемдә ҡалған. Уны тейәгән сана эргәһенән Мөхтәр ағайым эйәреп бара ине. Уны, кем булғандыр, белмәйем, атты тотоп барған кеше эргәһенә күтәреп ултыртты. Был күренеште өйҙән тәҙрә аша ҡарап ҡалдым. Эргәмдә бер кем дә юҡ ине. Миңә ул ваҡытта ике йәш ярым, ә туғаным Кинйәбайға бер йәш тә тулмаған була. Беҙ, алты бала, әсәйем ҡулында тороп ҡалдыҡ.
Үҙебеҙ һигеҙ бала инек: иң оло ағайым Вәлиәхмәт Совет армияһында хеҙмәт итә ине. Бына ҡайта, ана ҡайта тип торғанда, Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланып, һуғышҡа китә. Немец фашистарын тар-мар иткәндән һуң, япон һуғышында ҡатнашып, орден-миҙалдар менән бүләкләнеп, Владивосток ҡалаһына килеп урынлаша. Унда бер нисә саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Дүрт ул үҫтереп, 73 йәшендә ҡаланың хөрмәтле гражданы булып баҡыйлыҡҡа күсә. Шәрәфетдин ағайымды сәләмәтлеге буйынса фронтҡа ебәрмәйҙәр. 1949 йылдың декабрь айында Силәбе трактор заводында хеҙмәт итеп йөрөгәндә ауырып китә. Күрергә тип, Хәҙисә апайым бара, уны дауаханаға индерәләр. Ағайым апайымды ҡосаҡлап, һөйләшеп ултырғанда ҡапыл вафат була. 20 йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙ балаға сит ерҙә бер туған ағаһының күҙ алдында йән биргәнен ни тиклем ауыр кисереүе аңлашылалыр.
Гөләйфә, Хәҙисә, Хәтиә апайҙарым “Мәндем” колхозында, йәйен яланда, ырҙын табағында эшләй, ә ҡышын промартелдә ҡап, септә һуға, арҡан ишә, бәрәңге киптерә. Бар башҡарған эштәре — фронт өсөн. Һәр береһе тормошҡа сығып, балалар үҫтерҙе: Гөләйфә апайымдың бер ҡыҙы булды. Хәҙисә апайымдың улы Салауат Совет армияһында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Ул ракета тура осһон өсөн бер тәҡдим индереп, патент менән бүләкләнә.
Хәтиә апайымдың ете балаһы булды, шуларҙың бишеһе — малай. Бишеһе лә Совет армияһында хеҙмәт итте, ә кесе улы Илфат Афған һуғышында ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге биш миҙал менән бүләкләнде.
Мөхтәр ағайым VIII класты тамамлағас, Красноусол ҡасабаһында ФЗО мәктәбен тамамланы, быяла иретеүсе булып Магнитогорск ҡалаһында эшләне, ә кистәрен төҙөлөш техникумында уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Һуңынан металлургия институтының төҙөлөш факультетына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап, шул уҡ институтта ректорҙың төҙөлөш эштәре буйынса ярҙамсыһы итеп эшкә ҡалдырылды. Ағайым 1989 йылдың ғинуар айында 64 йәшендә генә ҡапыл вафат булды.
(Аҙағы бар).