Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайым тураһында бер кәлимә һүҙ
Атайым тураһында  бер кәлимә һүҙ Атайым Динмөхәмәт Ишмырҙин 1920 йылда Икенсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы Хәйретдин ҡарт йүнсел булған: ағас ҡырҡып, аттарында Орскиға алып барып сауҙа иткән, яҙҙарын һал ағыҙып, Ырымбурға хәтлем барып еткән. Йыл әйләнәһенә шулай йөрөп, һыуыҡ тейҙереп, йәшләй вафат була. Ә әсәһе Хәшиә Мөхәмәт ҡыҙы – башҡорт-ҡаҙаҡ араһында киң билдәле бәһлеүән көрәшсе Хәлил Мөхәмәт улы Әминевтең һеңлеһе.
Атайым һөйләүенсә, Октябрь рево­лю­цияһынан һуң беҙҙең ауылда башланғыс мәктәп булған. “Унда тәүҙә ғәрәп гра­фикаһы менән уҡырға-яҙырға өйрән­дек, 1928 йылда — ла­тин, 1940 йылда хәҙерге урыҫ графика­һын өйрәнә баш­ланыҡ”, — ти торғайны. Ул 1936 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булыу хыялы менән әле генә асылған Темәс педагогия училищеһына китә. Әммә уны тамамлай алмай. Атаһының вафатын ишеткәс тә, ауылға ҡайтып төшә, әсәһенә терәк булыр өсөн Темәскә уҡырға бармай. Уҡымышлы кешеләрҙең бере­һенә һанап, уға ауыл Советы секретары вазифаһын йөкмә­тәләр. Был эште ул армия сафына алын­ғансы башҡара.
Ҡыҙыл Армия сафында ябай һалдат­тан старшинаға хәтлем үрләп, полкта сержанттар әҙерләү буйынса инструктор булып хеҙмәт итә. Һуғыш башланғас, хәрби эш серҙәрен өйрәнеп еткән шәхес булып яуға китә һәм, Еңеүҙән һуң да Ҡыҙыл Армия сафында ҡалып, 1947 йылға тиклем хеҙмәт итә.
“Һуғыш башланғас та, — тип хәтерләй ине атай, — беҙҙең часты резервта тоттолар. Йәһәтерәк фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙып, командованиеның теңкәһенә тейеп бөттөк. Дошман Мәскәүгә яҡынлаша башлағас, ниһайәт, ҡала янына күсереп, беренсе оборона һыҙығына урынлаштырҙылар. Беҙҙең төп маҡсат: һәр төрлө шпиондарҙы, паникер­ҙарҙы тотоу, ҡаршылыҡ күрһәтһәләр — юҡ итеү. Тағы: бойороҡһоҙ сигенеп, фронт һыҙығын ташлап ҡасып барған һалдаттарҙы туҡтатып, тынысландырыу һәм ашатып-эсереп кирегә үҙ урынына ебәреү. Төрлө хәлдәр булды, әлбиттә”.
Дошман, Мәскәүгә яҡынлашһа ла, Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме, Мәскәү халҡы ополчениеларының батырлығы арҡаһында сигенергә мәжбүр була. 1941 йылдың аҙағында атайым хеҙмәт иткән полкты НКВД ҡарамағына күсерә­ләр һәм яңы форма бирәләр. Шулай итеп, улар һалдат кейемен милиция формаһына алмаштыра. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙе Мәскәү ерендә ҡаршы ала.
1946 йылда Икенсе Этҡолға ялға ҡайта һәм ошонда апаһына ҡунаҡҡа килгән Миңлекамал Аҫылбай ҡыҙын (буласаҡ әсәйебеҙ) осратып, өйләнеп, үҙе хеҙмәт иткән урынға алып китә. 1947 йылдың көҙөндә генә, ун йылға яҡын Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп, йәнә ауылға ҡайтып төшә.
Ғаиләлә һигеҙ бала — биш ҡыҙ, өс ул үҫтек. Беҙ бәләкәй саҡта атай менән әсәй ауылда ең һыҙғанып эшләне, балаларына дөрөҫ тәрбиә һәм белем бирергә тырышты. Өсәүебеҙ юғары белем алды, ҡалғандары урта белемле булып төрлө һөнәр үҙләштерҙе. Тегенсе һеңлем Флүрә, мәҫәлән, Өфөлә 8 март исе­мендәге тегеү фабрикаһында эшләп, алдынғыларҙың береһе булды.
Атайым 40 йәш тирәһендә дин юлына баҫты. Уға был юлды һайларға бер ваҡиға сәбәпсе була. Берҙән-бер көндө атайым эш буйынса Иҫән ауылына бара. Өлкән йәштәрҙәге бер апай янына килеп:
— Динмөхәмәт ҡустым! Һеҙҙе Мөжә­үир хәҙрәт саҡырта, анау өйгә барығыҙ, — тип бармағы менән хәҙрәт туҡтаған өйҙө күрһәтә.
— Барһам, — ти атайым, — йорттоң түр яғында Мөжәүир хәҙрәт ултыра. Элек­тән беҙ таныш инек. Хәйер, хәҙ­рәтте белмәгән кеше булмағандыр ул тирәлә. Хәл-әхүәл һорашҡас та: “Улым! Ғәрәпсә уҡый-яҙа беләһең, һуҙмай-нитмәй генә дин юлына баҫа торған кеше һин. Башҡалар ҙа артыңдан эйәрер. Тиҙҙән динебеҙ өҫкә ҡалҡып сығасаҡ, халҡыбыҙға иман нурҙарын ҡайтарыу — беҙҙең бурыс. Үҙең күреп йөрөйһөңдөр, хәҙерге заманда гүр эйәләренә аят, йыназа уҡыусы мулла, дин әһеле таба алмай этләнәләр”.
Хәҙрәттең ошондай өгөт-нәсихәте һәм һуңыраҡ бер нисә мәртәбә осрашыуҙары атайымды дин юлына илткән. Ул ауылда мәсет төҙөттө, унда оҙаҡ ҡына ваҡыт имам-хатип булып эш алып барҙы. Ысынлап та, Мөжәүир хәҙрәт әйткәнсә, тиҫтәләп кешене дингә йәлеп итте, Ҡөрьән серҙәрен, ғәрәп алфавитын өйрәтеү курсын асты. Ауылда тиҙҙән атайымды “Динмөхәмәт хәҙрәт” тип йөрөтә башланылар. Ул, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, күп кенә орден-миҙалдарға лайыҡ ине. 85 йәше тулыр-тулмаҫ вафат булды.
Хәҙерге ваҡытта дингә таянып ҡына яҡшылыҡҡа, тәртипкә, сафлыҡҡа өлгә­шергә мөмкиндер, минеңсә. Бының өсөн үҙ халҡын ысын күңелдән хөрмәт иткән атайым кеүек дин әһелдәренең күберәк булыуы мотлаҡ.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 13

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 19

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 16

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 26

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 21

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 29

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 27

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 23