Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәшәйем тик һин булғанға: Беҙ – пар ҡанат, беҙ – ҡуш ҡанат”
Һәр заманда ла кешенең төп маҡсаты матур ғаилә ҡороу булып ҡала. Ә бының нигеҙе – ҡатындың яҡшылығында.
Алдан шуны билдәләп үтәйек: күпсе­лек осраҡта “әсә” менән “әсәй” араһын­дағы айырмаға иғтибар бирелмәй, улар синоним тип ҡабул ителә. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Ни өсөн тигәндә, бәпәй таба алған һәр ҡатын-ҡыҙ әсә була, ә әсәйлек – баланы яратып, яҡшы тәрбиә биреп үҫтереү ул. Шуны ла беләбеҙ: хатта сит сабыйҙы үҙенекеләй ҡараған оло йөрәкле ысын әсәйҙәр осрай.
Ғаиләнең уңыш сере – хужабикәнең ысын ҡатын булыуында. Кейәүгә сығыу – бер, ә тормошто дөрөҫ алып барыу, социаль бурысты лайыҡлы үтәү бөтөнләй икенсе мәсьәлә шул. Ғаилә ҡороп йәшәү урынына яңғыҙлыҡты өҫтөн күргән гүзәл зат вәкилдәренең күбәйә барыуы хафаға һалмай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта ҡалала йәшәгән “ҡарт ҡыҙ”ҙарҙың ауылдағы буйҙаҡ егеттәргә ҡатын булырға теләмәүе лә – уйға һалыр мәсьәлә.
Ғөмүмән, кем ул ҡатын? Был һорауҙы күптәргә биреп ҡараным, әйтемдәргә, афоризмдарға күҙ һалдым. Баш­ҡорт халҡының был һүҙгә бәйле байтаҡ мәҡәле бар. “Ир – баш, ҡатын – муйын”, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тигәндәре айырыуса йыш ҡулланыла. Профессор Радил Мөхәмәтдиновтың ейәненә биргән кәңәшен баһалағыҙ: “Ҡатынды матурлығына ғына ҡарап һайлама, мөғәмәләһенә өҫтөнлөк бир. Ни өсөн тигәндә, күҙҙәрең уға гел генә ҡарап тормай, ә ҡолағың тауышын һәр саҡ ишетеп торасаҡ”. Тәрән аҡыл бит! Афоризмдарға кил­гәндә, китаптарҙа ҡатынға (ҡатын-ҡыҙға түгел) арналған айырым бүлек таба алманым. Булғандары ла башлыса мәрәкәгә ҡоролған. Календарҙа иһә һәр көн ниндәйҙер байрам билдәләнеп бара, барлыҡ һөнәр эйәләре, ҡатын-ҡыҙ, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, хатта блондинкалар өсөн айырым көн бүленгән, ә фәҡәт ҡатындарға тәғәйенләнгәне юҡ.
Гүзәл зат вәкилдәре өсөн республика кимәлендә төрлө саралар уҙғарылып тора. Былтыр, мәҫәлән, “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” тигән I республика конкурсы ойошторол­до. Мәғлүм булыуынса, тормошта уңыш ҡаҙанған, төрлө тармаҡтарҙа танылыу яулаған лайыҡлыларҙы асыҡлау ниәтендә уҙғарылған бәйге һәйбәт үтте, маҡсатына өлгәште. Сираттағыларында, минеңсә, тор­моштағы төп, мөҡәддәс бурысын лайыҡлы атҡарған ҡатындарға ла айырым номинация булдырыу кәрәктер.
Ғайса менән Нурия, Зиннур ме­нән Ғәптиә, Ноғман менән Фәһимә, Абдулхаҡ менән Маһиҙә, Әнғәм менән Сәүиә, Рауил менән Фәриҙә, Сафуан менән Фәрҙиә, Әсхәл менән Лүзә, Рәсих менән Люциә, Рәшит менән Марина, Сабир менән Зәй­түнә, Ирек менән Лида, Мәүлит менән Мәрйәм, Барый менән Рәйсә, Мәхмүт менән Хәмдениса, Фәнил менән Рәйсә, Факил менән Динә, Хисмәт менән Тамара, Рәмил ме­нән Зәкиә, Йыһат менән Сания… Иғтибарлы уҡыусы был исемлектә үҙебеҙҙең башҡорт әҙиптәрен таны­ғандыр. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар, Яҙыусылар, Шиғриәт көндәре ғаи­ләнең йәмғиәттә тотҡан урыны, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә ҡатындың өлөшө тураһында уйланырға нигеҙ бирҙе. Күҙәтеүҙәрем шуны иҫбатла­ны: никахлы парҙарҙың күпселеге тарҡалған осорҙа (таблицаны ҡара­ғыҙ) башҡа ижади һөнәр эйәләре араһында яҙыусы-шағирҙарҙың ғаи­ләләре ныҡлығы менән өлгө булып тора. Әлеге исемлектәгеләр­ҙең байтағы бергә йәшәүенең “алтын” юбилейын уҙып киткән йәки шул бейеклеккә яҡынлашып килә.
Айырылышыуҙың сәбәбен асыҡ­лау маҡсатында уҙғарылған һөйлә­шеүҙәр аныҡ һөҙөмтә бирмәне. Бар ғүмерен тик бер ҡатын менән үткән әҙиптәребеҙ: “Атта ла, тәртәлә лә барҙыр”, – тиеү менән сикләнде. Ә бит уларҙың күбеһенең ғаиләһе тормош юлында ифрат ауыр һынауҙарға дусар булған. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара бәйлә­неш, күркәм мөнәсәбәт өҙөлмәгән. Ир-ат­тың абруйы ни тиклем юғары булмаһын, ғаиләнең ныҡлығында, һис шикһеҙ, уларҙың хәләл ефеттәренең өлөшө – иң ҙуры. Боронғо гректар ижадҡа илһам биреп торған музаларҙы юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләмәгәндер. Исламда ла гүзәл зат вәкиле өсөн яҡшы ҡатын булыуҙан өҫтөнөрәк вазифа, бурыс юҡ.
Билдәле мәҡәлде әҙерәк үҙгәртеп, “Ирҙе шағир иткән дә, бахыр иткән дә – ҡатын”, тип әйтһәң дә, хата булмаҫ. Исемлектә атап үтелгән апайҙарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа­ның һүҙҙәре менән әйткәндә:
Һин – минең һыңар ҡанатым:
Мин осам тик һин булғанға,
Йәшәйем тик һин булғанға,
Күкрәгем моңға тулғанға.

Йәшәйем тик һин булғанға:
Беҙ – пар ҡанат, беҙ – ҡуш ҡанат.
Һин булмаһаң, йәшнәмәйем:
Мин – хур ҡанат, мин – буш ҡанат.

Һин булғанға – мин бер былбыл
Зәңгәр талдар араһында.
Һин булғанға – мин бер бөркөт
Зәңгәр таңдар аръяғында.

Һин – минең һыңар ҡанатым:
Мин йырлайым – һин булғанға,
Мин саңҡыйым – һин булғанға,
Ҡосағым наҙға тулғанға.

Лев Толстой әйтмешләй, һәр ғаилә үҙенсә бәхетле. Уның серен белеп бөтөү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа бер хикмәтле хикәйәтте телгә алып китмәй булмай. Сибәр, иманлы ҡатындың ире бик яуыз икән. “Уның менән нисек йәшәйһең?” – тип ҡыҙыҡһынған бар халыҡ. Яуап иһә шулай яңғыраған: “Әгәр уға яҡшы ҡатын насип булған икән, тимәк, беҙ белмәгән изгелеге барҙыр. Ә инде миңә килгәндә, әлегеләй ир осрағас, бәлки, һис кем, хатта үҙем дә төшөнмәгән гонаһҡа эйәмендер. Тормошомдағы барыһы ла – ожмахҡа инеү өсөн сабырлығымды һынау ниәтендә бирелгән ниғмәттер”.
Әҙәбиәт йылында әҙиптәребеҙҙе ҙурлағанда, уларҙың “ҡанаттары”на баш эйергә генә ҡала. Рәхмәт һеҙгә! Шул уҡ ваҡытта яңы ҡоролған йәш ғаиләләрҙең йыш тарҡалыуына, донъяның буйҙаҡ егеттәр, ҡарт ҡыҙҙар менән тулыуына битараф ҡалыу мөмкин түгел. Был мәсьәлә тураһында етди һөйләшеү, уны яйға һалыу өсөн төрлө алымдар эҙләү кәрәктер.





Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә