Кешелек донъяһы алға ҡарап йәшәүен дауам итә. Бәғзе илдәрҙе сәйәси ыҙғыштар, ҡан ҡойоштар ҙа урап үтмәй. Был тәңгәлдә, шөкөр, Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостаныбыҙ, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тыныс шарттарҙа ҡаршы алды. Эйе, һумдың кинәт кенә арзанайыуы, аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа, коммуналь түләүҙәргә генә түгел, барлыҡ көнкүреш тауарҙарына хаҡтарҙың юғары һикереүе кәйефте ҡыра инде ҡырыуға, әммә сабыр халҡыбыҙ был хикмәтле күренеште лә түҙем генә ҡабул итә, ни тиһәң дә, ил иҡтисадындағы бер туҡтауһыҙ дауам иткән реформа, инфляция, көрсөк һымаҡ ғәләмәти хәлдәр беҙҙе тамам сыныҡтырҙы шикелле. Шулай ҙа йыл башында провокацияға бирелеп, кибет кәштәләрен бер нисә көн эсендә бушатыусылар булды былай. Кеҫәләрҙә елдәр уйнамаһа, кем белә, мин дә шул һыу буйы сиратта ваҡыт үткәреп, сабата туҙҙырып йөрөгән булыр инем, сөнки беҙҙә бер күтәрелгән хаҡ ҡабат төшмәй торған. Ә хужалыҡта әле быныһы, әле тегенеһе кәрәк. Әммә ғүмерлек ризыҡ туплап булмай, нәфсенең дә сиге юҡ.Уртаса йәшәгән ауыл кешеһенә һирәк-һаяҡ була торған байрам табыны яҡынса күпмегә төшә һуң? Ғәҙәттә, өҫтәлде “Оливье”, “Тунлы сельдь”, “Мимоза” кеүек турамаларҙан, билмән һәм тултырылған ҡаҙ йә тауыҡтан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә. Бөтә был ризыҡтар ауыл кешеһенә әллә ни ҡыйбатҡа төшмәй (алдан тоғо менән алып ҡуйылған ондо иҫәпкә алмағанда). Ул майонез, сельдь һәм консерваланған балыҡ өсөн генә аҡса түләне тип ҡарайыҡ, башҡа ингредиенттар — үҙ хужалығынан. Сыр, мандарин, лимон, йөҙөм, күрәгә, кәнфит һәм торт, йәнә лә ванилин, ҡәнәфер кеүек тәмләткестәр өсөн 500 һум самаһы түләнде, тип фараз ҡылайыҡ. Хәйер, өлгөр хужабикә тортты ла үҙе бешерә, сырын да, майонезды ла үҙе яһай. Байрам өҫтәленә әҙерләнгән башҡа ризыҡ та (тултырма, ҡаҙы, бәлештәр) сығым талап итмәй. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, патиссон, ҡабаҡ, һуған, һарымһаҡ һәм башҡаһы — үҙ баҡсаһынан. Ҡайнатмалар ҙа үҙенеке. Дөйөм алғанда, “Шампан” шарабын да ҡушып, сығымдар 1-2 мең һумдан артмай. Ҡайһылай анһат икән дә ауылда йәшәүе! Аҡса ла кәрәкмәй! Бәғзе бер хеҙмәттәштәрем әйтмешләй, ауыл халҡына ни, хаҡтар күтәрелде ни ҙә, төштө ни.
Әммә юғарылағы иҫәп-хисап мәсьәләнең тышҡы, күҙгә күренгән генә яғы. Асылда бөгөн ауылда мал аҫрауы, ҡош-ҡорт тотоуы үтә лә ауыр. Шуға күрә юғарыла телгә алынған арзан байрам өҫтәле бигүк арзандан түгел. Һүҙҙе өй йылытыуҙан башлайыҡ. Ҡасандыр мәҙхиә йырланған “осһоҙ зәңгәр яғыулыҡ”ты һағынып һөйләргә генә ҡалды. Газ өсөн түләүҙәр, әкиәт батырылай, йыллап түгел, көнләп үҫә. Беҙ бөгөн газ өсөн кеҫәнән айына 2000-4500 һум сығарабыҙ. Кем йорт ҙурлығына, кем счетчик төрөнә, күрһәткесенә ҡарап. Уға электр уты өсөн хаҡты ҡуш. Утындың бер йөгө 6 мең һум тора (мунсаһыҙ йәшәп булмай). Бер йылда ике йөк утын кәрәк. Ун бөртөк тауыҡ аҫраһаң, бойҙайы ғына ун-ун ике тоҡ кәрәк, был инде кәмендә 6000 һум самаһы тәшкил итә. Ауыр эштән көмөрөң сыҡмаһын өсөн аҡтыҡ тинеңде лә сығарып һалырһың. Әммә ереңде һөрҙөрөүгә, орлоҡ алыуға киткән сығым яҡынса 2000 һумға барып баҫа.
Шулай итеп, үҙ өҫтәлеңде генә күҙ уңында тотоп, шәхси хужалығыңдан ниндәй ҙә булһа өҫтәмә килем алыуға өмөт тотмай йәшәгән ауыл кешеһе йылына 100 мең һумдан ашыу сығарып һалырға тейеш. Ә инде йылдың-йылы әле ҡыйығыңды, әле тупһаңды, кәртә-ҡураңды, өй тирәһен йүнәтеүгә, он, сәй, шәкәр, ярма, тоҙ, макарон, балыҡ һәм башҡа төр аҙыҡ-түлекте һатып алыуға киткән сығымды иҫәпләһәң, ғаилә килеме 150 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ауыл халҡы иһә – эшһеҙ. Шәхси хужалыҡтан аҙ ғына булһа ла төшөм алыу өсөн кәмендә өс-дүрт баш һыйыр тоторға, бесәнде үҙ тракторыңда эшләргә, картуф-маҙарыңды, һөт-ҡаймағыңды үҙ машинаңда һатыуға сығарырға кәрәк. Күпселектең хатта мотоблогы ла юҡ. “Иң бай кеше — пенсионер” тигән лаҡап та үҙен аҡламай: уртаса пенсия 5-6 мең һум тәшкил итә. Юрғанды яурыныңа тартһаң — аяғың күренә, аяҡты япһаң — арҡаң өшөй. Аптыранған халыҡ үҙе лә һиҙмәҫтән кредит тотҡонона эләгә, йылдар буйы күҙгә күренмәгән проценттары менән уны түләп йонсой. Банктарҙың кешене нисек алдауы инде берәүгә лә сер түгел.
Яңғыҙаҡтарға, сирлеләргә, оло йәштәгеләргә йәшәүе нисегерәк икәнлеге хаҡында бында әйтеп тә тормайым. Уныһы — икенсе тема.
Ярай ҙа, ыҙаланып көткән мал-тыуарың теүәл йөрөһә. Һуңғы йылдарҙа ауылда һарыҡ-кәзә лә, һыйыр малы ла күпләп юғала. Шулай инде, кемдер интегеп донъя көтөү өсөн тырыша, ә икенсе берәү әҙергә бәҙер бүтәндәр иҫәбенә быйый. Гонаһтан да, рәнйештән дә ҡурҡмайҙар. Хәҙер ситтән килгән бурҙар ҙа күбәйҙе. Ҡураһындағы мал иҫәбен урлашып ишәйткәндәр ҙә юҡ түгел. Полицияға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ тиерлек, сөнки бының файҙаһыҙ икәнлеген белеп бөткәндәр. Бынан өс йыл ярым элек, ҡапҡа эсенән дүрт баш һыйыр малын, һарыҡтарыбыҙҙы ҡыуып алып сығып киткәстәре, ғариза яҙып ҡараным. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғаризамды туп кеүек бер-береһенә ырғыта торғас, тамам ялҡтым да ҡул һелтәнем. Шәп адвокат ялларға хәлем дә булманы. Ә енәйәтсе билдәле ине. Тик туған-тыумасаһы полиция тирәһенә ныҡлы оялаған… Һуңғараҡ шул уҡ әҙәм йәнә берәүҙең һарыҡтарын үҙләштерҙе, икенсе берәүҙең бесәнен ташып алды… Шулай, закон кем өсөндөр эшләй, кем өсөндөр — бөтөнләй юҡ.
Һыйырһыҙ ҡалғас, һауын кәзәләре үрсетеп ҡараным. Апрелдән октябргә ҡәҙәр уларҙы үҙемә көтөргә тура килде, кәзәне ауыл көтөүе менән алыҫҡа ҡыуып булмай — һөтө кәмей. Әйткәндәй, кәзә — бик аҡыллы мал, ҡайҙан уға “тиҫкәре” тигән исем тағылғандыр — белмәйем. Тупаҫ өндәшеүҙе, сыбыҡ-сыбыртҡыны яратмай, иркәләп кенә торһаң, үҙе артыңдан ҡалмай. Ике-өс кәзәне йыл әйләнәһенә кәртәлә тотоп була, тик бер һыйырға етерлек мал аҙығы кәрәк. Кәзәләр ишәйгәс, ҡырҙа көтмәй сараң юҡ. Ике йәй кәзә көтөүҙән әллә ни йонсолманы, әммә баҡсаны тотош ҡый үләне баҫты. Колорадо ҡуңыҙын да ағыулы химикат менән эшкәртергә тура килде, бүтән ваҡытта сүпләп кәметергә тырыша инем. Өҫтәүенә 2013 йылда ҡойма ямғырҙар башланды, районды һыу баҫты, беҙҙең ауылда берәүҙәрҙең картуфы ере менән ағып китте, икенселәрҙеке серене. Уңыш бик мул булмаҡсы ине. Ямғыр һаман туҡтамағас, картуфты август башында уҡ йыйып алдым да киптерергә һалдым. Һөҙөмтәлә ашарға ике тоҡ һәм сәсеү өсөн туғыҙ биҙрә уңышымды һаҡлап ҡала алдым. Былтыр иһә әлеге туғыҙ биҙрәнән 66 биҙрә уңыш йыйҙым.
Быларҙы ни өсөн яҙам? Крәҫтиәндең тормошо уның бөксәңләп бил бөгөүенә, тырышлығына ғына түгел, ә сит факторҙарға ла – тәбиғәт шарттарына, рәсми ҡанундарға, ауылдаштарына, кеҫә ҡалынлығына, зат-зәүеренең ишле йә ишһеҙ булыуына бәйләнгән. Үҙ миҫалымда быны аңлауы һәм аңлатыуы еңелерәк.
Баҡса күп ваҡыт талап итә, ләкин унһыҙ йәшәп булмай. Мин дә, яңғыҙ мал-тыуар аҫрауҙан ваз кисеп, тулыһынса баҡсасылыҡҡа күстем. Кәртәлә тауыҡтан башҡа йән эйәһе юҡ. Йорт ҡуяны тотоп ҡарарға ине — рәт-сиратын белмәйем. Тыуған ауылым Юлдашҡа барып өйрәнеп тә ҡайттым, барыбер көс етмәҫ һымаҡ.
Ә төндәрен яҙылмаған пьесаларым, шиғыр-хикәйәләрем йоҡо бирмәй, йән әрнеүе булып төштәремә инә… Ләкин яҙмыш мине шундай һынауҙарға дусар иткән икән, һыҡтап ултырыу холҡома ят, яраҡлашырға, көн итергә кәрәк. Унан, ауылда барыбер ҙә ышаныслыраҡ кеүек. Картуфты, йәшелсәне, еләк-емеште һатып алмайһың, йомортҡаға хаҡ артыуы әллә ни борсомай, ит-һөттөң дә сифатлыһы эләгә.
Ҡалала ауыл тормошон хатта яҡынса ла күҙ алдына килтерә алмайҙар. “Ауыл ерендә ялҡауланмаған кеше бай йәшәй”, — тип ебәрәләр. Бынан алты-ете йыл элек мин дә шулай уйлай инем. Ауылға ҡайтып, крәҫтиән тормошо менән йәшәй башлауым әлеге иллюзияны “һә” тигәнсе юҡҡа сығарҙы. Әлеге лә баяғы, үҙемдең миҫалда. Мин ялҡау түгел. Баҡсала мөмкин булған йәшелсә, еләк-емештең барыһын да үҫтерәм. Һыйыр тотҡанда, ҡыҙыл эремсегенә, һөҙмәһенә хәтлем үҙем яһаным. Һауын кәзәһе аҫрағанда ҡымыҙ, сыр үҙемдеке булды. Яңғыҙ кешегә мал аҫрау еңел түгел, сөнки кескәй генә йомошҡа ла сит ирҙәргә ялынырға тура килә. Аҡыллыларҙан-аҡыллы Ғәлиә өләсәйем әйтмешләй, “ҡатын, ғәйрәтле булып, ҡаҙан ҡайнатмай”. Ун өс баш тауығым миңә йылына 5-6 мең һумға төшә. Ә бойҙай һаман ҡиммәтләнә. Йомортҡаны һатып алыу яҡшыраҡ түгелме? “Ауылда тауыҡ тоторға ла эшкинмәгән әҙәмдәр бар”, — тигәнерәк фекер йөрөтә ҡайһы бер журналистарыбыҙ. Эшкинмәгәндән түгел, ә шәхси хужалыҡты тотоу өсөн сығымдарҙың көндән-көн арта барыуы арҡаһында күптәр хатта ҡош-ҡорт аҫрауҙан да баш тарта.
Дөрөҫ, мин, әйтәйек, баҡса емешен һатып, күпмелер килем ала алыр инем кеүек. Тик юл хаҡын түләп, ҡала юлын тапау ул килемде сығымға әйләндерәсәк.
Мин иҫ белә-белгәндән илебеҙҙә аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеү мәсьәләһе ҡуйыла. Һәм ул мәсьәләнең ошоғаса хәл ителгәне юҡ. Юғиһә Европа менән Америка санкциялары ғына шул дәрәжәлә кеҫәбеҙгә һуға алыр инеме?! Хәйер, ауыл халҡы бер ваҡытта ла еңел йәшәмәне. Элегерәк, бала саҡта, ауыл кешеһенә бер һыйыр, биш тауыҡ аҫрарға ғына рөхсәт булды. Өҫтәүенә һәр ғаилә һөт, май, йомортҡа тапшырып, теңкәһе ҡороно. Шул һалым арҡаһында ауыл халҡы һыйырлы көйө һөтһөҙ сәй эсте, май-эремсекте һатып алып ашаны. Шулай ҙа колхоз-совхоздар арҡаһында ем, мал аҙығы үткер проблема булып торманы. Ауылда эшһеҙҙәр булманы. Дөйөм хужалыҡтар бөтә илде туйындырҙы.
Дөрөҫ, кибет кәштәләре бөгөнгө кеүек һәр төрлө ризыҡтан һығылып та торманы, совет кешеһенең рационы ла бер сама ҡалды. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ауыл хужалығына ҡаршы яңы “һуғыш” иғлан ителде: күмәк хужалыҡтарҙы ҡыйратырға тотондолар. Сос әҙәмдәр дөйөм хужалыҡ иҫәбенә йәһәт кенә байып алды. Ауыл иһә һүнә-һүрелә башланы. Урындағы май эшкәртеү, һөт заводтары, тирмән һәм элеваторҙар, икмәк комбинаттары, ит ризыҡтары етештереүсе цехтар юҡҡа сыҡты. Мәҫәлән, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Совет заманында гөрләп эшләп торған предприятиеларҙың береһе лә юҡ бөгөн. Шәхси эшҡыуарҙар үҙ цехтарын аса асыуға, әммә йыш ҡына улар етештергән продукцияның сифаты аҡһай. Ә бит ҡасандыр соянан түгел, ә иттән яһалған колбаса ла, май-ҡоймаҡ та, хатта кукуруз таяҡсалары ла үҙебеҙҙеке ине.
Ғәжәп, Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән булғанды үҫтереү, камиллаштырыу тигән төшөнсәләрҙе инҡар итеп йәшәйҙәр. Мотлаҡ бөтәһен дә төбө-тамырынан юҡҡа сығарырға, ә унан инде ҡоротолған нигеҙ өҫтөндә өр-яңынан система төҙөргә кәрәк, тип иҫәпләй “революционерҙар”. Үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа уйлап еткерелмәгән сәйәси аҙым булды. Беҙҙең ил капитализм ҡоролошонда йәшәүгә әҙер түгел ине. Бәлки, СССР-ҙы тарҡатыу, социализмдың аҙмы-күпме ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарып, хужалыҡ итеүҙең өр-яңы, беҙҙең өсөн ят алымдарын үҙләштерергә маташыу төптән уйланған диверсион хаслыҡ булғандыр? Бөйөк ҡырғыҙ яҙыусыһы, Сыңғыҙ Айытматовтың Михаил Горбачевҡа биргән кире баһаһы иҫтән сыҡмай. Әле илде “үҙгәртеп ҡороу” саҡ башланған мәлдә ул Михаил Сергеевичты “ЦРУ агенты” тип атағайны. Ул саҡта әлеге киҫкен тәнҡитте ҡабул итмәһәм дә, йылдар үткән һайын, быға нығыраҡ ышана барам.
Эшләп килгән предприятиелар, колхоз-совхоздар нигеҙендә лә, хужалыҡ итеү алымдарын камиллаштырып, ауыл кешеһе хаҡында ла хәстәрлек күрергә һәләтле йәмғиәт төҙөргә, заманса үҫеш юлына күсергә, аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин ине. Бөгөн күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙергә маташалар. Ләкин элекке колхоз-совхоз инде булмаясаҡ. Улар урынына ваҡ фермер хужалыҡтарына артабан үҫергә һәм эшләргә мөмкинлек бирмәгән, “дөйөм хужалыҡ” исеме аҫтында шәхси ҡулдарҙа тупланған корпорациялар үҫеп сығыуы бик ихтимал. Ә улар инде К. Маркс иҫкәрткән “Кеше тарафынан кешенең иҙелеүен” тәьмин итеүсе яңы көс буласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа фермер хужалыҡтарының ҡайһы берҙәренә дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Әммә ул ярҙамды күберәк ныҡлап аяҡҡа баҫҡан, инде үҙаллы уңышлы эшләргә һәләтле, бай хужалыҡтар ала. Үҙ эшен ойошторорға теләп тә, бының өсөн “старт капиталы” таба алмаған, йә булмаһа, эште башлап ебәргәс, ҡырылмаһа ҡырҡ ҡаршылыҡты еңә алмаған ваҡ хужалыҡтарға ни эшләргә? Минең күҙәтеүемсә, фермер хужалыҡтары, тәү сиратта, техника етешмәүҙән аптырана. Ауыл хужалығы техникаһы арзан түгел. Күпселеге тоҡомло мал һатып ала алмай: бик ҡиммәт. Ҡайһы бер фермерҙар биш-алты йыл шулай бер урында тапана-тапана ла ҡул һелтәп ҡуя.
Капитализмдың аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеүҙә төп көс булған фермерлыҡ хужалығы беҙҙә үҙен тулыһынса аҡлай алмай. Ни өсөн? Беренсенән, капиталистик дәүләт фермерлыҡты үҙ дотацияһында тота. Һалым системаһы ла унда күптән яйға һалынған: ҙур төшөм ала башламайынса, фермер һалым түләмәй, алған кредитын да, беҙҙәге кеүек, икенсе көнөндә үк ҡайтарырға керешмәй. Уға нығытыу өсөн кәмендә биш-алты йыл ваҡыт бирелә. Продукция етештереү, уны һатыу тейешле тәртипкә һалынған…
Ҡыҫҡаһы, социализмды емерҙек, ә капитализм төҙөй алманыҡ. Дөрөҫөрәге, капиталистик системаның иң кире, яман сифаттарын ғына үҙләштерә алдыҡ. Баҙарҙа, магазин кәштәләрендә һәр төрлө ризыҡтың тулып ятыуы аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеүҙе аңлатмай. Илдең һәр гражданы әлеге ризыҡты һатып алыуға һәләтле булғанда ғына, беҙ ул программаны үтәнек, тип әйтә аласаҡбыҙ. Урамдарҙа хәйер һорашып торған фәҡирҙәр, кредитын түләй алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, ҡоро икмәк менән ҡара һыуҙа ултырыусы балалар, коммуналь, хеҙмәткә түләй алмаған өсөн ҡыш уртаһында һыуыҡ өйҙә, хатта бөтөнләй урамда тороп ҡалыусылар һаман ишәйә барғанда, ниндәйҙер алға китеш хаҡында “ура” ҡысҡырыуы оло гонаһ, минеңсә.
“Әйҙә, эшлә, байы!” тигәнерәк күпте вәғәҙә итеүсе лозунг аҫтында бер заман ауыл халҡына бирелгән пай ерен крәҫтиән ҡайһылайтып эшкәртһен? Ауылда бит күпселектең трактор-комбайны түгел, хатта мотоблогы ла юҡ! Уны алырға аҡсаһы ла. Ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла һораштырығыҙ: ул пай ерен кеше ни эшләтте икән? Күбеһе үҙ еренең ҡайҙалығын да белмәй, сөнки уны эшкәртә алмаҫын яҡшы аңлай. Бик һирәктәр, пайҙарын фермерҙарға ҡуртымға биреп, уларҙан көҙөн ем, бесән ала.
Һәр системаның үҫеш ҡанундары бар. Һәр бер ил дә үҙенсә йәшәй һәм үҫешә. Нимәнелер үҙгәртер алдынан халыҡтың менталитетын да, тәбиғи шарттарҙы һәм ресурстарҙы ла, социаль үҫеш кимәлен дә, булған мөмкинлектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәктер. Советтар Союзын тарҡатып, социализмды емереп, ҡиммәттәрҙең ҡиммәтен бөтөрөп, байҙан-бай Рәсәй һаман көрсөк ҡуласаһынан сыға алмай. Ә бер башлаған юлынан тайпылмаған Ҡытай донъя баҙарын баҫып алды. Бында эш социалистик йә капиталистик үҫеш юлынан барыуҙа ла түгелдер кеүек. Ни өсөн тиһәң, социализм осоронда ла колхозсыларҙың ихтыяжы әллә ни иҫәпкә алынманы. Был йәһәттән совхоздар отошлораҡ ине, ундағы халыҡ та эшселәр иҫәбенә индерелде һәм колхозсылар менән сағыштырғанда күберәк льготанан файҙаланды. Ҡала халҡын туйындырған, кейендергән меҫкен колхозсының үҙен әҙәмгә һанаусы булманы, тиһәк тә ярай. Техника, алмаш частар, бүтән кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә лә совхоздарға өҫтөнлөк бирелде. Колхозсыларҙың бер тин эш хаҡы алмай, “таяҡ” ҡа эшләгән осоро ла, паспорт бирмәгәстәре, бүтән ергә эшкә күсереүҙән йә мәктәптән һуң уҡыуын дауам итеүҙән мәхрүм булған мәлдәрҙе лә — асылда ҡоллоҡтоң бер төрө — инде артта ҡалды, халыҡ иркенгә сыҡты тигәндә, үҙгәртеп-ҡыйратыуҙар башланды. Элегерәк ҡол хәлендә булған ауыл кешеһенә бөгөн тулы “азатлыҡ”: теләһәң — Себергә сығып кит, теләһәң — көмөшкә һемер ҙә эшһеҙ ят… Ә күпме егет-ҡыҙҙарыбыҙ, тамаҡ хаҡына эш эҙләп китеп, ысын-ысынында ҡоллоҡҡа һатыла!
Бер нәмәгә ғәжәп итәм: тота ла көрсөккә һылтаналар. Икмәк-шәкәргә хаҡ артһа ла, газ өсөн түләүҙәр күтәрелһә лә (ауыл ерендә бөгөн ул көс еткеһеҙ), бензин-солярка ҡиммәтләнһә лә — иҡтисади көрсөк ғәйепле. Сабыр итегеҙ, йәмәғәт, йәнә ике йыл ғына түҙегеҙ, бөтәһе лә ал да гөл буласаҡ, йәнәһе. Ә бит көрсөк, цунами ише, тәбиғәт стихияһы түгел. Уны сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ҡыҫҡаһы, халыҡ мәнфәғәттәренән үҙ кеҫәләрен өҫтөнөрәк ҡуйыусы юғары ҡатлам яһай. Беҙ шуға ышанған булабыҙ…
Былтыр Рәсәй ашлыҡтан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш йыйҙы. Отчеттарға ышанһаҡ, әлбиттә. Ул уңыш ил халҡын тулыһынса икмәк, макарон ризыҡтары, фураж, орлоҡ, шәкәр менән тәьмин итеүгә етә, тинеләр. Шулай булғас, икмәккә, ярма һәм һалмаға, онға, емгә һәм шәкәргә хаҡтар ни өсөн һаман арта һуң? Мин инде етмешенсе йәште ваҡлайым, әммә үҙ ғүмеремдә нимәгәлер хаҡ төшөүен һис хәтерләй алмайым. Реформаларға, системалар үҙгәртеүгә һәм ил етәкселегенең алмашынып тороуына ҡарамаҫтан. Тимәк, сәбәп төптәрәк ята…
Бына әле йәнә бер закон көсөнә инде. Ул мал-тыуарҙы махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына һуйыуҙы, эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Тимәк, былай ҙа еңел йәшәмәгән ауыл халҡы өсөн сығымдар, мәшәҡәттәр, ҡағыҙ ығы-зығыһы арта. Бер башмаҡ һуйыуҙың күпмегә төшәсәген күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Унан, ит сифаты бермә-бер насараясаҡ. Мал салыуҙың да үҙ серҙәре етерлек. Юҡҡа ғына баҙарҙа мосолман кешеһе һуйған мал итен алырға тырышмайҙар.
Аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин. Был йәһәттән беҙгә бер ниндәй сит илдең дә ярҙамы кәрәкмәй, бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс түгел. Бары тик ил етәкселегенең игенселәргә, малсыларға, баҡсасыларға, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүселәргә, фермерҙар менән бер рәттән, шәхси хужалыҡтарға ҡарата айырыуса ҙур иғтибары кәрәк. Ғөмүмән, ер кешеһенә эшлекле ярҙам күрһәтеү мөһим.