Өфөләге “Родина” кинотеатрында танылған документалист Радик Ҡоҙаяровтың легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың фажиғәле яҙмышы тураһындағы “Генерал” фильмы күрһәтелде. Тыуған ере Башҡортостанда Шайморатов хаҡында шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән, мәктәптәргә, урамдарға уның исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған. Ләкин тарихсыларҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе һәм яугир яҙмышына битараф ҡала алмаған ябай кешеләрҙе билдәһеҙлек һәм аңлашылмаусанлыҡ борсоуға һала. 1943 йылдың февралендә Украиналағы “Дебальцев” станцияһы янында ысынында нимә булған һуң? Ниңә данлы командирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән?Дивизия ветерандарының, республика йәмәғәтселеге һәм етәкселегенең мөрәжәғәттәре Мәскәүҙә Сталин заманында ла, әле Путин осоронда ла иғтибарға алынмай. Ә бит ваҡытында был тәҡдимде Семен Михайлович Буденный үҙе хуплап сыҡҡан.
Фильм буйынса эш өс йыл дауам иткән. Уны төшөргән төркөм Шайморатовтың һуңғы алышы булған ергә барып, урындағы халыҡтан мәғлүмәт йыйған, тарихсылар һәм журналистар менән осрашҡан, архив документтары менән эшләгән. Ҡоҙаяровтың тырышлығы һөҙөмтәһендә барлыҡ материал йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған, немец тарихсылары менән бәйләнешкә инеп, вермахт документтарынан файҙаланыуға рөхсәт алынған. Генерал һәм уның яугирҙәренең һуңғы көндәренә ҡағылышлы мәғлүмәт бөртөкләп йыйылған.
Фильм күп яҡлы. Һирәк осрай торған фотоларға, хаттарға һылтанма яһап, батырҙың тормошондағы һәр осор мөмкин тиклем тәфсирләп һүрәтләнә. Уның хәрби разведка буйынса Ҡытайға командировкалары, ундағы эш һөҙөмтәһенә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Генштабындағы Разведка идаралығы етәкселегенең биргән рәсми баһалары хаҡында беренсе тапҡыр телгә алына. Шайморатовтың ҡыйыулығы һәм булдыҡлылығы тәүге Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.
Ошондай уҡ икенсе орден Миңлеғәле Шайморатовҡа, генерал Довлатовтың корпусы составына ингән беренсе Махсус кавалерия полкы командиры булған осорҙа, 1941 йылдың ҡышында Волоколамск янындағы һуғыш өсөн тапшырыла.
1941 йылдың декабрь айы аҙағында Шайморатов Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын төҙөү менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендә дивизия Брянск һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа ҡаһармандарса алыша. 1942 йылдың февралендә хәрби бурысты уңышлы үтәгән өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия дивизияһы итеп үҙгәртелә, ошо уҡ йылдың ноябрендә Шайморатовҡа генерал-майор исеме бирелә.
Артабан Шайморатов һәм уның дивизияһы яугирҙәре өсөн ваҡиғалар әүҙемләшә башлай. 1943 йылдың 2 февралендә Сталинград һуғышы тамамлана. Паулюс әсирлеккә төшә. Совет командованиеһы дошманды тулыһынса тар-мар итергә ынтыла. Был уңыш немецтарҙың Көнсығыш фронтын бер нисә аҙна эсендә ҡыйратыуҙы күҙ уңында тотҡан ғәйәт ҙур алыштың башына әүерелергә тейеш була. Барлыҡ хәл-шарттар ҙа эштең уңышлы тамамланасағына ишаралай. Сталинград һуғышы осоронда уҡ Воронеж янында яһалған һөжүм һөҙөмтәһендә 300 километрлыҡ дошман фронты өҙөлә. Совет танктары бынан файҙаланып, Днепрға табан юллана, йылға аша Ҡара диңгеҙгә сығырға ынтыла. Шул саҡта фашист ғәскәрҙәренең көньяҡтағы төркөмө ҡыҙған табаға эләгәсәк. Бер үк ваҡытта “Үҙәк” армиялар төркөмө лә ҡулсаға алынып ҡыйратыласаҡ. Ул осорҙа һуғыш, бәлки, 1943 йыл аҙағында уҡ тамамланыр ине.
Гитлер фельдмаршал Манштейнды “Көньяҡ” армия төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләй, уға ирекле эш итеү мөмкинлеген бирә. Манштейн беҙҙекеләрҙең тыл ғәскәрҙәренең алғы һыҙыҡтағыларынан алыҫ булыуын оҫта файҙалана. Һөжүм менән мауығып, беҙҙекеләр дошман тылына ныҡлы үтеп инә, флангтар һуҙыла, яғыулыҡҡа һәм һуғыш кәрәк-ярағына ҡытлыҡ башлана. Өҫтәүенә уларға немецтарҙың яҡшы ҡоралланған һигеҙ дивизияһы ҡаршы тора.
Совет ғәскәрҙәре немецтарҙың логистик үҙәге – ҙур тимер юл станцияһы “Дебальцев”ты яулауҙы маҡсат итеп ҡуя. Тик станцияға тәрән көрттө ярып кавалерия ғына сыға алыр ине. Һуғышта был ғәскәр төрөнөң файҙаһыҙлығы тураһындағы фекерҙәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Шул осорҙа Ватутин етәкселегендә алғы сафтарҙың Волновахинға һәм Сталинға сығыуын күҙаллаған “Һикереш” (“Скачок”) операцияһы башлана. 10 февралдә Шайморатов етәкселек иткән 16-сы кавалерия дивизияһы ингән Борисовтың 6-сы кавалерия корпусы танктар һәм артиллерия ярҙамында дошман тылына бәреп инә. Манштейн, ғәскәр тәьминәтенә хәүеф янағанға күрә, фронттан өҫтәмә рәүештә ике танк дивизияһын күсерә, совет ғәскәрҙәрен ҡыйратыу йәһәтенән бөтөн сараларҙы күрә.
Борисовтың уйланылмаған ҡарары һөҙөмтәһендә 23 февралдә корпустың барлыҡ личный составы тулыһынса тиерлек ҡыйратыла. Совет етәкселеге өсөн был көтөлмәгән хәл була. Ике генерал – Дудко менән Шайморатов һәләк була, Борисовты ла яу яланында башын һалған тип иҫәпләйҙәр, ләкин, асыҡланыуынса, ул немецтарға әсирлеккә төшкән булып сыға. Ҡамауҙан сыҡҡан яугирҙәр араһында тапмағанға күрә, махсус бүлек уларҙың хыянатсы булыу ихтималлығын күҙ уңынан ысҡындырмай.
Фажиғәнең сәбәбен ҡайҙан эҙләргә һуң? Мөһим операцияның уңышһыҙлыҡҡа осрауы, кешеләрҙең һәләк булыуы өсөн кем яуаплы? Иҫән ҡалғандарҙан һорау алыу бер һөҙөмтә лә бирмәй. Өҫтәүенә штаб документтары ла табылмай. Эште ябалар, барыһын да һуғышҡа һылтайҙар. Ләкин билдәһеҙлек бик күп фараздарға һәм бәхәстәргә килтерә. Шул осорҙағы ваҡиғаларға бәйле имеш-мимеш әле булһа тынмай. Немецтарҙың документтары хәлгә асыҡлыҡ индерер ине лә бит, уларҙың күбеһе Потсдамды союздаштарҙың авиацияһы бомбаға тотҡанда юҡ ителгән.
Фильмды төшөргән төркөм фажиғәнең бөтә фараздарын ентекле тикшергән, ҡайһы бер тарихсыларҙың Шайморатовтың һәләк булыуына ҡағылышлы мәғлүмәтте күрәләтә боҙоп күрһәтеүен асыҡлаған. Фильм авторҙарының фекеренсә, барыһына ла Шайморатовтың фашистарға хеҙмәт иткән Дон казактары ҡулынан һәләк булғанын етәкселектең танырға теләмәүе сәбәпсе. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Оборона министрлығы архивы документтарына таянған украин тарихсыһы Маслов тап ошо фекерҙе яҡлай.
Хәлгә шаһит булған кешеләр әйтеүенсә, ҡаты яраланған Шайморатовты язалап үлтерәләр: ҡулын киҫәләр, штык менән күҙенә сәнсәләр, арҡаһына һәм түшенә уйып йондоҙ, яурындарына погон яһайҙар, күкрәгенә әллә нисәмә хәнйәр ҡаҙайҙар.
Генералдың яу яланында һәләк булмауы уны илебеҙҙең юғары хәрби наградаһы – Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итеү вәкәләте бирелгән кешеләр өсөн бик мөһимме икән ни? Уның ҡарауы, Рәсәй Федерацияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, ләкин ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ошо хеҙмәттәре хаҡһыҙ онотолған йөҙҙән ашыу кешене “Рәсәй Геройы” тигән исемгә лайыҡ тип иҫәпләне бит. Һәләк булғандан һуң бүләкләнгәндәр араһында осоусылар В. Носов менән Ф. Дорофеев, реактив артиллерия машиналары батареяһы командиры И. Флеров һәм башҡа бик күптәр бар. Был исемлек командир Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың да данлы исеме менән тулыландырылырға тейешлегенә иманым камил.
Ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең “Еңеү” ойоштороу комитеты ултырышында Совет халҡының нацизмды еңеүе сығанаҡтары хаҡында күп һүҙ алып барҙы. Был Еңеү “ҡорал көсө менән генә түгел, ә төрлө милләт кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт берҙәмлеге менән яуланды”. Рәсәй етәксеһе киң йәмәғәтселек хәбәрҙар булмаған Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында материал эҙләү йәһәтенән әүҙем эш алып барырға, яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын халыҡҡа еткерергә, фильмдар төшөрөргә, сағыу акциялар ойошторорға саҡырҙы. Радик Ҡоҙаяровтың документаль тикшеренеүе – Президент күрһәтмәһен үтәүҙең бер сағылышы ул. Изге ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла ниндәй һылтанмалар кәрәк һуң?
Вячеслав ПЕТРОВ,
философия фәндәре кандидаты.
(“Час пик” гәзите, 2015 йыл,
18 – 25 март, № 11).