Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һағынһағыҙ, хат яҙығыҙ!
Һағынһағыҙ, хат яҙығыҙ! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан редакция почтаһына бик күп хат килә. Һәр ҡайһыһы һуғыш шаңдауы менән һуғарылған, һәр береһенән һағышлы хәтер заңы яңғырай... Шуныһы ҡыуаныслы: хат авторҙары араһында йәш быуын вәкилдәре бихисап. Үҫмерҙәрҙең өләсәй-олатайҙары хаҡында әҫәрләнеп һөйләүҙәре, уларҙың батырлыҡтары тураһында ишетеп белгәндәрен тасуирлауҙары, йәштәрҙең тарихҡа битараф ҡалмауҙары ҡыуаныслы. Ғөмүмән, һәр хат — үҙе бер тарих, үҙе бер яҙмыш. Бөгөн хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла ошондай “сәләм” хаттарының бер нисәүһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.

“Мөхәмәҙи олатайым менән Сабира өләсәйем 12 балаға ғүмер бүләк итә. Әммә уларҙың йәшлеген күрергә насип булмай атай-әсәйгә — һуғыш урлай. Олатайым ил өҫтөнә төшкән ауыр ҡайғыларҙы кисереп өлгөрмәй, ул 1936 йылда вафат була. Ә бына өләсәйем һуғыш башланыу менән һигеҙ улын һәм дүрт кейәүен яуға оҙата. Ҡыҙҙары бәхетлерәк булған, күрәһең, дүрт кейәүе лә һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ә бына һигеҙ улының бишәүһе тыныслыҡ өсөн башын һала”, — тип яҙа Шишмә районының Үрге Хәжәт ауылында йәшәгән Мөнирә Садиҡова. Мөнирә Усман ҡыҙының атаһы ла яу яланында ятып ҡалған ана шул “бишәү” исемлегендә. Хат авторының атайһыҙ үткән бала саҡ йылдары хаҡында яҙғандарын тыныс ҡына уҡып булмай. “Өләсәйемдең сабырлығына әле булһа һоҡланам. Ҡөрьәнде ҡулынан төшөрмәне ул. Ҡәһәрле һуғыштың тамамланыуын, балаларының иҫән ҡайтыуын Хоҙайҙан һорап йәшәне. Хәҙер тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ. Иң мөһиме — донъябыҙ тыныс, тамаҡ һыйлы, өҫ бөтөн. Шулай ҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлашҡан һайын йөрәк өҙөлә...” — тип яҙа Мөнирә инәй.
Киләһе хатты Бүздәк районының Ҡаран ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәһирә Хәйруллина яҙып ебәргән. “Беҙ — ҡырҡ беренсе йыл балалары, — тип башлана хат юлдары. — Ҡорал тоторҙай ир-егетте фронтҡа оҙатҡас, колхоз эше тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙың, балаларҙың, өлкәндәрҙең иңенә йөкмәтелде. Атайым менән ағайым һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо китеүҙәренән әйләнеп ҡайтырға насип булманы уларға. Беҙ әсәй менән дүрт ҡыҙ бала үҫтек. Ашлыҡ ташыуҙар, утауға йөрөүҙәр әле лә иҫтә. Әммә бер ваҡытта ла һыҡранманыҡ — бар теләгебеҙ Еңеүҙе яҡынайтыу ине”. Фәһирә Нәбиулла ҡыҙы тылдағы тормоштоң бар михнәтен кисереп, ауырлыҡтарын татып нығына. Яҙмыш тигәнең уны бер ни тиклем ваҡытҡа тыуған яҡтарынан да айырып ала — Тажикстанда йәшәп ҡайта. Бөгөн инәй ауылда ҡыҙы менән тора. “Башҡортостан” гәзите аша туғандарына, ауылдаштарына, күргән-белгәндәренә сәләм күндереп ҡалған ул.
Өфө ҡалаһынан Фәһим Әхмәтовтың да хат юлдарынан дәһшәтле һуғыш шаңдауы ишетелеп ҡалғандай. Ағайҙың бала сағы һуғыш башланып торған мәлгә тура килә. Дүрт йәшендә әсәйһеҙ ҡалған Фәһимгә яҙмыш бер-бер артлы һынауҙар яуҙыра — атаһы фронтҡа китә, балалар үгәй әсә тәрбиәһендә ҡала. Фәһим ағайҙың ҡанлы йылдарҙы күҙ йәштәрһеҙ иҫләй алмауы аңлашыла — тормош ауырлыҡтарына өҫтәп, үгәй әсәй йәберләүҙәрен дә татырға тура килә уға. “1943 йылда бик ауыр булды. Иген үҫмәне. Әрем үләне араһынан башаҡ йыя башланыҡ. Әммә уныһына ла рөхсәт бирмәнеләр. Серек картуф ашап үҫтек. Һеңлем ошо йылда аслыҡтан үлеп ҡалды”, — тип яҙа хат авторы.
Ә бына баш ҡалабыҙҙа йәшәгән Һәҙиә Ишемғолованың хаты һуғыш йылдарында көндә­шенең өс балаһын ҡарап үҫтергән ауылдашы Бибикәй инәй хаҡында. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тигәндәре шулдыр, ахыры. Кемдер ғүмере буйы әсәй янында йәшәп тә бер йылы һүҙ ишетмәй, ә икенселәр сит-ят әҙәмдәрҙең йән киҫәгенә әүерелә. “Бер ваҡыт Сәғирәләргә (инәйҙең үгәй ҡыҙы менән беҙ әхирәттәр булдыҡ) уйнарға барҙым, шунда инәй беҙҙе сәй эсергә саҡырҙы. Һуғылған балаҫ йәйелгән урындыҡ, ашъяулыҡ ябылған өҫтәл, ҡаҙ йомортҡаһы ҙурлыҡ аҡ май, көлдә бешерелгән сөсө икмәк телемдәре... Үҙҙәре ас-яланғас булһалар ҙа, ниндәй йомартлыҡ! Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа инәй кешеләргә йөн иләп, кейеҙ баҫышып, мал һуйғанда эсәк таҙар­тышып, яҙын, көҙөн һарыҡ ҡырҡышып тәрбиәләне ошо балаларҙы”, — тип яҙған хат авторы.
Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһынан Зиннәтулла Әлекбаев тәүге уҡытыусыһы тураһында бәйән итә. “Тормошта уҡытыусыларым күп булды, әммә тәүгеһе ҡәҙерлерәк, — тигән ул. — Беҙ уны Илембәт ағай тип кенә йөрөттөк. Башта ул беҙҙе партала дөрөҫ ултырырға өйрәтте, тәртип һаҡларға кәрәклеген әйтте. Унан хәреф өйрәнергә тотондоҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тәүге көндәрҙә мәктәп тормошона яраҡлашып китеүе ауыр булды. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ уҡырға төшкәс, баш ҡаңғыра, өйгә ҡайтһаң — эш, өҫтәмә шөғөлләнергә ваҡыт ҡалмай. Хәрефтәрҙе яҙа башлағас, тағы бер бәлә — ҡулдар балта, һәнәк тотоп ҡатып бөткән, тың­лашмай. Илембәт ағай талапсан булды. Рәхмәт уға. Бер нигә ҡарамай беҙҙе кеше итергә тырышты”. Зиннәтулла ағай тормош юлы, уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында артыҡ тәфсирләп яҙмаған, башлыса уҡытыусыһы хаҡындағы хәтирәләргә, класташтарына күберәк урын бүлгән. Шулай ҙа хат аҙағындараҡ уның уҡытыусы һөнәрен үҙләштереүе, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләүе хаҡында уҡығас, Илембәт ағайҙың уҡыусыһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Заманында ҡәләм дә тоторға эшкинмәгән малай ниндәй үрҙәрҙе яулаған бит!
“Һуғыштан һуң Еребеҙ ҡаты яраларҙан арынырға, ҡот осҡос шартлау тауыштарын, күргән мәхшәрҙе оноторға теләгәндәй ойоп ҡалған. Кеше күңелдәре лә был ҡәһәрле ҡан ҡойошто иҫенә төшөрмәҫкә теләп, әллә ҡайҙарға ҡасыр ине лә бит, үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай шул. Һәр ҡайһыбыҙ күңел яраларын үҙенсә баҫырға тырыша... — тип башлана Әбйәлил районынан Гүзәл Үтәбаеваның хат юлдары. — Олатайым Ишкилде Юнысов 1908 йылда Рәхмәт ауылында тыуа. Ҡыйралыштар ваҡытында бер һуғышта атаһы Юныс һәләк була, Ишкилде олатайым тағы ла өс туғаны менән етем ҡала. Илдә аслыҡ, төрлө сыуалыштар хөкөм һөргән мәл. Атаһының Верхнеурал ҡалаһындағы бер танышы туғыҙ йәшлек Ишкилдене үҙенә тәрбиәгә ала. Ауылға ҡайтҡас, олатайым ул кешене “урыҫ атайым” тип йөрөтә торған булған.
Олатайым 121-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Пулеметсы була. Взводта яугирҙәр араһында мосолмандар күп була. Олатайымдың “урыҫ атаһында” урыҫсаға өйрәнеүе ярап ҡала, уны командир итеп тәғәйенләйҙәр. Бойороҡтарҙы тиҙ аңларға, үтәргә кәрәк. Етеҙлек талап ителгәндә, уйлап торорға ваҡыт юҡ, һәр секунд ҡәҙерле. Курск дуғаһында аяуһыҙ алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда ҡаты яралана. Госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң, ауылына ҡайтаралар. Һуғыштан ҡайтҡас та, “Бөтә нәмә — фронтҡа” тигән девиз аҫтында ауылдаштары менән бер рәткә баҫа. Колхозда бригадир була”. Олатаһын онотмай, уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе йөрәк түрендә һаҡлаған хат авторына “афарин” тип әйтәһе генә ҡала!

РЕДАКЦИЯНАН. “Һағынһағыҙ, хат яҙығыҙ!” — тип шаярта беҙҙең бер авторыбыҙ, гәзиткә мәҡәләләр алып килгән һайын. Хөрмәтле гәзит уҡыусыла­рыбыҙ, һеҙҙән килгән һәр хәбәр беҙҙең өсөн бик мөһим. Бәйләнештә ҡалайыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә