Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, илебеҙгә Еңеү яулаған ауылдаштарыбыҙ, тыл батырҙары тураһында бәйән итеү күптәнге хыялым ине. Беҙҙең Сәфәр ауылынан ғына ла барлығы 232 кеше һуғышҡа алына.
Шул яугирҙәрҙең өсөһө – ҡатын-ҡыҙ: Сәлимә Латипова, медицина хеҙмәте лейтенанты Елизавета Ионова, Зифа Йәнбәкова. Һыу һөлөгөндәй, әзмәүерҙәй 141 егетебеҙ яу ҡырында ятып ҡалды. Иң бәләкәй Ҡаралар аймағынан ғына ла 19 ир-егет һуғышҡа китә, уларҙың дүртәүһе генә әйләнеп ҡайта. Бер урамға ауылдашыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндең исеме бирелде. Һәр яугир ауыл халҡының, яҡындарының күңелендә һаман да азатлыҡ өсөн көрәшсе булып йәшәй. Уларҙың исем-шәрифе яҙылған ауыл уртаһындағы стела-һәйкәл нәҡ ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.
Үрге остан Кәримовтар ғаиләһенән, бер туғандар Солтанғәле менән Әҙһәм, аталы-уллы Шакирйән, Сабур Мотаһаровтар, Әхмәтвәли менән Әхмәтхан Кәримовтар, Фәхрислам менән Динислам Ихсановтар, Вәли менән Шәкүр Ишмөхәмәтовтар, бер туғандар Шәйхислам менән Һиҙиәт Ихсановтар, Ғизитдин менән Ғәләүетдин Ҡасимовтар, Ғәҙелша менән Нәҙерша Латиповтар, Ғәләүетдин менән Мөхәмәтдин Лоҡмановтар, Әхмәтйән менән Ғәзизйән Хәлимовтар һ.б. һәләк була. Ауылдың сәсәниәһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәкимйән Мөхитдиновтың әсәһе Нәфисә әбей бер көндә ике “ҡара ҡағыҙ” ала. Ире Ғәйфулла ағай менән улы Жәүҙәттең үлем хәбәрен бар булмышы менән кисергән, тол ҡалған ете балалы әсәнең һаулығы ҡапыл ҡаҡшай, ауыр уйҙарын күтәрә алмай яңылыша башлай. Ағай-энеләренең ярҙамы һәм үҙе яҙған йырҙары һаҡлай уны. Ғәйфулла ағайҙың бер туған ҡустыһы Әхтәмйән дә һәләк була. Өс бер туған Әхмәтйән, Мөхәмәт, Йыһангир Хисмәтовтар ҙа Тыуған илдең азатлығы өсөн яу ҡырында башын һала.
Беҙҙең ғаиләнән әсәйемдең ире, кавалерист Кәлимулла Нуретдинов менән бер туған ҡустыһы Әнүәр Кәбиров икеһе бер айҙа һәләк була. Гөлсәсәк өләсәйем бер бөртөк улының һәләк булыуын ауыр кисерә, күп тә үтмәй ҡара ҡайғынан үҙе лә мәрхүмә була.
Күпме атайһыҙ, таянысһыҙ ҡалған балалар, ирһеҙ ҡалған тол ҡатындар... Нисәмә йыл өйҙәрҙә яңы тыуған сабыйҙарҙың илау тауышы ишетелмәүе – үҙе үк һуғыш афәте бит ул.
Ҡул араһына инер-инмәҫтән үгеҙ, һыйыр егеп колхоз эшендә интеккән сабыйҙар, йән өшөткөс бурандарҙа сарыҡтарына аяҡтары ҡуша туңып, бүреләр ҡамауында ҡалған үҫмерҙәр, план тултырам тип билдән ҡарға батып “күриндә” йөрөгән, һөйәктәре лә нығынып бөтмәгән 13-18 йәшлек ҡыҙҙар-малайҙар ФЗО-ға ебәрелеп, йәштәй эш башлаған, тыуған яҡтарын һағынған. Ауырлыҡтарға түҙмәй ҡасҡандарҙы төрмәгә япҡандар. Улар араһында күпме талант эйәһе һәләк булған...
Тормош ауырлығына бирешмәй Еңеүҙе тиҙерәк еткерәйек тип ауыҙҙарынан өҙөп, фронтҡа посылка әҙерләүҙәре, авиаэскадрилья төҙөү фондына аҡса йыйыу, илдең оборона ҡеүәтен арттырыу маҡсатында хәрби заемдар һатып алыу үҙе үк ҡаһарманлыҡ түгелме?!
Фронтҡа киткән ирҙәре урынына ҡалып ҡорос аттарҙы ауыҙлыҡлаған ҡатындар: Ғәйниямал Мөжәһитова, Мәхүпъямал апай, Гөләмзә Мәғәсүмова, Нурлығаян Ҡасимова, Миңъямал Искәндәрова, Ғәзимә Ғәбит ҡыҙы, Камилә Ғиззәт ҡыҙы, Минзифа Зекерйәнова, Нурҙиҙә Хажиәхмәтова, Сара Исхаҡова, Мәрйәм Сәғитова һ.б.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдә хеҙмәт армияһы барлыҡҡа килеүе һәр кемебеҙгә мәғлүм. Унда һаулығы самалы кешеләр алынған. Тамаҡтары йүнле аш күрмәгән уларҙың, ярым-яланғас йөрөгәндәр. Унда хеҙмәт иткәндәрҙең: “Фронтта, исмаһам, һалдаттарҙы кейендергәндәр, ашатҡандар. Беҙҙе ауыр-ауыр эшкә ҡуштылар. Аслыҡҡа, ауырлыҡҡа түҙмәй, үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа булды. Ә фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙыусылар ифрат күп ине. Тылда эш күп булғанлыҡтан, был һорауҙар кире ҡағыла торғайны”, – тиеүҙәре тураһында халыҡ араһында хәбәр күп йөрөй.
Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт армияһы – Бөйөк Ватан һуғышының бер тарихи бите ул. Сәфәр ауылынан унда булғандар байтаҡ. Ниғәмәт Хан улы Ханов тәүгеләрҙән булып колхозға аттарын, һыйырҙарын, ҡатын-ҡыҙҙар яғаларын биреп инә. Хеҙмәткә 1942 йылда алынып, 1948 йылда ғына ауылға ҡайта. Ғәйнетдин Фахретдин улы Динисламов күп һөнәр белә: токарь, балта оҫтаһы, ташсы, тимерсе, электрик. Хеҙмәт армияһынан 1947 йылдың февралендә генә ҡайта. Уның атаһы Фәхретдин бабай Сталинград эргәһендә окоп ҡаҙыу эшендә ҡатнаша, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелгән хәрби заводты төҙөшә. Сәләхетдин Ғәзизов, Мөхәмәтдин Фәтхетдинов хеҙмәт армияһының бар михнәттәрен татый.
Ғариф Мөхәмәтрәхимов һуғыш башланыу менән хеҙмәт армияһына алына, 1943 йылда ауырыу сәбәпле уны ҡайтарып ебәрәләр. Ҡайтып етә алмай, юлда мәрхүм була. Закир Әхмәтов 1894 йылда тыуған, Граждандар һуғышы йылдарында Зәки Вәлиди отрядында йөрөй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уны хеҙмәт армияһына алалар. Башта ул Белоретта, Йүрүҙәндә ағас ҡырҡа, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына әле ҡыйығы ла ябылмаған хәрби заводҡа эшкә ебәрәләр. Үтә лә һаулығы ҡаҡшаған ир-уҙаман 1946 йылда мәрхүм була.
Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндең атаһы Рәхимйән бабай ҙа хеҙмәт армияһында булып, Силәбелә танк заводында эшләй, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Һуғыш бөткәс, барыһы ла ең һыҙғанып, билдәрен биштән быуып бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡты күтәреү өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотоналар.
– Илебеҙ халҡы күргәнде беҙ ҙә күрҙек. Тимәк, маңлайҙарыбыҙға шундай яҙмыш яҙылған, – тине улар.
Ул замандарҙа һәр өйҙә, коллективта берҙәмлек, татыулыҡ, изгелек, бер-береңә ярҙам итеү сифаттары өҫтөнлөк итә.
Шулай ҙа төрлө хәлдәр була. Ошо һүҙҙәремде дәлилләп, Сәфәр ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Мейәс ҡалаһында йәшәгән Ғәззәбаныу Абдуллинаның хәтирәләрен һөйләйем.
Ғәззәбаныу апайға алты йәш тулыр-тулмаҫтан әсәһе Хөсникамал апай мәрхүмә була. Өлкән ағаһы Харрасҡа – 12, Хамматҡа – туғыҙ, Сания һеңлеһенә – өс, Мөхәммәт ҡустыһына ни бары бер генә йәш була. Биш бала ауырыу Зөһрә өләсәһе ҡарамағында ҡала. Һуғыш башланыу менән Ғәббәс ағайҙы фронтҡа оҙаталар. Хаттарын ул ғәрәп алфавиты менән яҙа. Һуңғы хатында: “Иртәгә һуғышҡа инәбеҙ, Ленинград эргәһендә торабыҙ”, –тип яҙа.
Өс айҙан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килеп төшә. Ғәззәбаныу апай күҙҙәренә йәш алып: “Атайымды эҙләп ҡайҙарға ғына яҙманым, олоғайғансы уны көттөк, тик өмөтөбөҙ аҡланманы”, – тине. Харрасҡа 13 йәш тулыуға Белорет ҡалаһына ФЗО-ға алалар. Сания менән Мөхәммәтте Туңғатарға балалар йортона оҙаталар. Күп тә үтмәй, Хамматты һөйәк туберкулезы менән Учалы дауаханаһына һалалар. Байтаҡ ята унда һәм бер көн уны сығаралар тигәс, Ғәззәбаныу апай йәйәүләп Сәфәрҙән Учалыға килә, ара – 14 саҡрым. Ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтырға сыҡҡан Хамматтың аяҡтары йөрөмәҫ була. Ғәззәбаныу апай кире ауылға йәйәүләп ҡайтып, ҡул арбаһы табып килтереп, ағаһын һөйрәтеп алып ҡайта.
Зөһрә өләсәй кендек әбейе булып йөрөй, кемдеңдер берәй ере тайһа, һынһа, тура уға киләләр. Ярҙам хаҡы бәрәңге, берәй киҫәк икмәк була. Был – Хаммат менән Ғәззәбаныу өлөшө. Әммә Зөһрә өләсәй күп тә үтмәй баҡыйлыҡҡа күсә. Ул үлгәс, туғыҙ йәшлек сабый тоҡсай аҫып Мансур, Ильинка ауылдарына барып хәйер һорап йөрөй. Тапҡан ризығын, ағайым ғына төҙәлеп китһен инде, тип уға ашата. Бер саҡ башаҡ йыйырға барғанында, аяғына боҙ һуғылып, һыу төбөнә китә. Бер бригадир (исемен хәтерләмәй) ҡотҡарып алып ҡайта. Бишмәтенә төрөп күтәреп ауыл Советына килтерә лә: “Был – ҡыҙылармеец балаһы, ярҙам итергә кәрәк”, – ти. Шул көндә уларға ике килограмм тары ярмаһы, шунса уҡ май яҙып бирәләр. Хаммат менән Ғәззәбаныу шатлыҡтарынан бер-береһен ҡосаҡлап, һыҡтап-һыҡтап илай.
Ҡыш етә, яғырлыҡ утын юҡ. Күрше әбейе Миңъямал Шәйшәрипова уларҙы аслыҡтан һаҡлап алып ҡала. Ҡыҙҙары йоҡлап киткәс кенә, бәрәңге тотоп, утын йөкмәп килеп етер була. Хаммат ағаһы мәрхүм булғас, икенсе күрше ҡатын гел генә ҡыҙҙы Ильинкаға пай икмәге (алтында эшләп киткән яугирҙәр ғаиләһенә бирелә) алырға ебәрә. Ильинка Сәфәрҙән 6-7 саҡрымда. Ҡосағына икмәк тотоп ҡайтҡан бала: “Әй, Хоҙайым, исмаһам, шул икмәктең бер генә киҫәген бирһәңсе”, – тип күҙ йәштәренә күмелеп теләй. Тик был ҡатын бер генә семтем дә икмәк бирмәй, бәрәңге ҡабығы йә әсе ҡатыҡ тоттороп сығарыр була.
Ғәззәбаныуҙы балалар йортона оҙаталар. Унда уҡый, белем ала, һуңынан матур итеп ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Иң мөһиме – ул юғалып ҡалмай.
Әйткәндәй, Сәфәр – геройҙар ауылы, тиҙәр, әле генә ике геройыбыҙҙың исемен әйтеп үттем. Өсөнсө геройыбыҙ ҡаһарман Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросовтың) әсәһе Мөслимә Хәйбулла ҡыҙы ла – Сәфәрҙеке. Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдиновтың әсәһе Хәҙисә лә – беҙҙең ауыл ҡыҙы.
Шулай уҡ Дан орденының тулы кавалеры Мәүлит Хилажев та – Сәфәр ауылы кейәүе. Уның ҡатыны Фәриҙә ханымдың әсәһе Фәйҙениса Хисаметдинова – Сәфәр ҡыҙы. Мәүлит ағай һуғышҡа ошо ауыл Советынан алына.
Шулай итеп, биш геройҙың исем-шәрифе, быуын тамыры ауылыбыҙға бәйле. Был – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ!