Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егет яуҙа һынала
Ир-егет яуҙа һынала Мирослава Каштовска иҫләүенсә, “Татра” опе­рацияһы ваҡытында атаһы ике аҙна самаһы Д. Мурзин янына бара алмаған. Етмәһә, көн һа­йын епшек ҡар яуған. Немецтар ул яраланып ят­ҡан ерҙә лә булған, тик овчаркалары яман өрһә лә, таба алмағандар. Мурзин бункерҙа ҡасып ҡа­ла, асыға, аяғы шешеп эренләй. Шеште ул компас быялаһы менән тишеп, урмансы ҡалдырып киткән сусҡа майын һөртөп дауалай. Карателдәр киткәс, яралыны өйгә алып ҡайтып дауалайҙар, һуңынан уны Иван Степанов партизандары эҙләп таба.
“Эмиль Мирон Острава ҡалаһынан килгән конфидент була, Я. Ткачтан башҡа бик күптәрҙе һата ул. Атайымды 18 ғинуарҙа ҡулға алдылар, шул китеүҙән башҡа әйләнеп ҡайтманы. Әсәйемде лә төрмәгә ултырттылар, унда унан башҡа тағы ла 60 ғаилә ултырған, бик аҙҙары ғына иҫән сыҡты. Һуңынан атайымды гестапоның ҡот осҡос язалап үлтереүен ишеттек. Һуғыштан һуң әсәйем өс бала өҫтөнә атайымдың ағаһы Франтишек Ткачтың да етем ҡалған биш балаһын ҡарап үҫтерҙе. Ғәҙеллек барыбер өҫкә сыҡты — 1947 йылдың 18 апрелендә Э. Миронға суд булды, уны аҫырға хөкөм иттеләр”, — тип иҫләй ханым.
Алға китеп шуны әйтәйек: Мирослава Каштовска һуғыштан һуң Д. Мурзин менән осраша. Ҡосаҡлашып күрешәләр, илашалар. Улар икеһе лә бер йылда вафат була: Мирослава — 81-се, Даян Мурзин 91-се йәшендә...

Прлов фажиғәһе

1945 йылдың апрелендә Ян Жижка бригада­һын юҡ итеү буйынса каратель операцияһы башлана. Отрядтың бер төркөмө мурзинсылар туп­ланған Визовице ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт итә. Бригаданың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡала. Карателдәр тауҙарҙа һәр ҡыуаҡ, һәр таш, йылға, күпер буйҙарын махсус өйрәтелгән овчаркалар ярҙамында тикшереп сыға, ауыл-ҡасабаларҙа сиркәү подвалдары, крәҫтиән өйҙәрен дә ҡал­дырмайҙар, шиклеләрҙе ҡулға алалар, язалайҙар, аҫалар, аталар. Упорски тауы итәгендә урын­лашҡан ауылдар янында партизандар менән глинковсылар араһында ҡаты һуғыштар була, унда күптәр яралана, һәләк була. Бригадаға 500 партизандан торған Егоров отряды ҡушылғас ҡына, эштәр көйләнә башлай, маҡсат бер – Совет Армияһы килгәнгә тиклем немецтарҙың көсөн ҡаҡшатыу, Европаға юл асыу.
1945 йылдың 19 апрелендә карателдәр 180 кешенән торған өс отряд менән, “Партизандарға ярҙам итәһегеҙ” тигән ғәйеп тағып, Плоштино ауылын уратып ала һәм үртәй. Карателдәрҙең килергә йыйыныуын Ян Жижка партизандары — Франтишек Куделя, Володя, гестапола эшләгән партизанка Марта, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, халыҡты алдан иҫкәрткән булһа ла, кешеләрҙең оҙаҡ ҡуҙғалыуы арҡаһында (кейем-һалымын, аҙыҡ-түлеген йыйнап, бала-сағаһын кейендереп, мал-тыуарын бикләгәнсе байтаҡ ваҡыт уҙа) хәл ҡырҡыулаша.
Ә Плоштино халҡының партизандарға ярҙам итеүен гестапоға һатлыҡ йән Олджих Батя еткерә. Был сценарий Прловта ла ҡабатлана: 1945 йыл­дың 23 апрелендә гестапоның яҡшы ҡоралланған 600 һалдаты ҡасабаны тирә-яҡтан уратып ала ла, өй һайын йөрөп, халыҡты талай. Кешеләрҙең ҡиммәтле әйберҙәрен, аҙыҡ-түлеген тартып алалар, мал-тыуарын ҡыуып алып китәләр. Хатта сливовицыға (сливанан эшләнгән араҡы) тиклем тартып алына. Шунан һуң иҫерек карателдәр автомат төйҙәһе менән кешеләрҙе туҡмай-туҡмай өйҙәренән ҡыуып сығарып, ауыл уртаһына теҙә һәм ҡурҡытыу өсөн: “Зыяратығыҙ ҡайҙа, үҙегеҙгә ҡәбер ҡаҙығыҙ”, “Ә партизандарығыҙ ҡайҙа, ни өсөн ярҙам итмәй?” — тип мыҫҡыл итә, сисендереп, ҡулдарын артҡа бәйләп, типкеләп туҡмай, шунан атып үлтерәләр. Ҡанһыҙ гестапо һалдат­тары араһында күптән түгел генә ауылда Ян Жижка партизаны булып йөрөгән 19 йәшлек Алоис Ошкеру ҙа була, быға халыҡтың иҫе китә! Һатлыҡ йән гестапо конфиденты униформаһында үтә лә батыр йөрөй һәм күңеле булғансы халыҡтан үс ала.
Шуға ҡарамаҫтан, “фронт яҡын, Совет Армия­һы бына-бына килеп етәсәк, бәлки, беҙҙе үлтер­мәҫтәр әле” тип, башта кешеләр ҙур бәлә киле­ренә ышанмай. Ләкин карателдәр майҙанда һәр кешене ҡаты язалай башлағас, яҡшыға өмөт итмәйҙәр. Дошмандар айырыуса партизандарға икмәк бешергән, кер йыуған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауыр язаға тарттыра, уларҙы ҡанға батҡансы туҡмағандан һуң атып үлтерәләр — майҙанда йәмғеһе 19 кешенең үле кәүҙәһе ятып ҡала.
Ҡалғандарын Поздехов ҡасабаһына ҡыуып алып китәләр. Немецтар, ғәҙәттә, башта үҙҙә­ренең ҡулына эләккән партизандарҙы халыҡ алдында язалаған, ә ҡалғандарын башҡаларға һабаҡ булһын өсөн ауыл-ҡалалар буйлап йөрөтөп үлтергән. Прловта дошмандар 15 кешене ҡал­дыра, уларҙы Мария Рускова тигән ҡатындың өйөнә бикләп яндыралар. Братшейов ауылында партизандарға ярҙам иткән өс кеше аҫыла. Улар араһында Томаш Ондрашков исемле бер кеше лә була, ул ниндәйҙер ғиллә менән ҡасып ҡотола, тик Всетин ҡалаһы дауаханаһына килгәс, гестапо һатлыҡтары үҙен атып китә.

Батыр ҡыҙҙар

Алда әйтелгәнсә, партизандар араһында ир­ҙәр менән бер рәттән тейен кеүек етеҙ, һиҙгер, батыр ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һуғышҡан һәм ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Ян Жижка бригадаһындағы ҡатын-ҡыҙ партизандарҙың иң-иңдәре — Злин гестапоһынан Мурзинға мәғлүмәт еткереп торған Марта, радистка Лида, Надя Ермакова, Эмилия Чешкова. Әйткәндәй, Надя һуғыштан һун Даян Мурзинға кейәүгә сыға.
Марта, Эмилия Чешкова гестапола эшләйҙәр. Бер ваҡыт немецтар кис кино ҡарап, һыра эсеп ултырған саҡта улар хатта иҫерек дошмандан ҡурҡып та тормай партизандар янына китә һәм, уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип иҫкәртә. Оҙаҡламай партизандар йортто уратып ала, ҡыҙҙар кинозалға инеп, немецтарҙан автоматтарын һалыуын талап итә. Тегеләр ышанмай, үҙебеҙҙекеләр шаярталыр, тип уйлай. Был юлы Ян Жижка партизандары немецтарҙы үлтермәй, ә Всетин ҡалаһына тиклем артҡа ҡарамайынса йүгерергә ҡуша. Кем артына әйләнеп ҡарай — пуля! Быны ишеткән фашистар Всетинға барып еткәнсе йүгерә. Билдәле ки, бындай хәлгә төшкән ҡурҡаҡ офицерҙар ҡулға алына, күптәре төрмәгә ябыла.
Ян Жижка партизандар бригадаһындағы тағы ла бер батыр ҡыҙ — Павла Седлачкова “һыуҙа батмай, утта янмай” торған һатлыҡ йән Франт Дворжакты атып үлтерә. Ушияк һәләк булғандан һуң уны бер нисек тә ҡулға төшөрә алмай яфаланалар — әлеге заданиены ҡурҡыу белмәҫ Павла үтәй. Бының өсөн батыр ҡыҙҙы немецтар Маутхаузен төрмәһенә ебәрә – ул шунда һәләк була.
Ян Жижка бригадаһында ҡыйыулығы, ҡурҡыу белмәүе менән айырылып торған тағы ла бер ҡыҙ — Ольга Франтишкова. Ул 16-сы танк армияһы генералы Мюллерҙы тотоуҙа ҙур батырлыҡ күрһә­тә. Фашистарға аяуһыҙлығы менән даны тарал­ған ҡыҙҙың исемен ишетеү менән гестаповсылар дер ҡалтырар булған. Кем һуң ул Ольга? Карпат аръяғында тыуып үҫкән һары сәсле, зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙ, милләте буйынса русыня, хәлле ғаи­ләлә тәрбиәләнгән. Атаһы ресторандар тот­ҡан. Ҡыҙыҡай мәктәптә яҡшы уҡыған, урыҫ, украин, чех, венгр, словак телдәрендә иркен һөйләшкән. Немец фашистарына ҡаршы нәфрәт тойғоһо уны 1944 йылда Ян Жижка партизандар бригадаһы­ның И. Степанов отрядына алып килә. Үтә сибәр­леге арҡаһында Ольганы берәү ҙә партизан тип уйламай, ҡыҙ Ушияк, Мурзин менән тығыҙ аралаша, улар бергәләп немецтарҙан үс алыу өсөн төрлө пландар ҡора, кәңәшләшә.

Чехтар Мурзинды онотмай

Чехословакияның иң матур һәм тарихи ҡала­ларының береһе Злинды фашистарҙан азат итеүҙә Ян Жижка партизандар бригадаһы ла ҡатнаша. Даян Мурзин үҙенең партизандары менән беренселәрҙән булып үҙәк урамдан марш­та уҙа. Тирә-яҡтан уларҙың өҫтөнә сәскәләр яуа. Һуғыш тамамланғас, әлеге майҙан “ҡара генерал” хөрмәтенә уның исеме менән атала башлай. Ләкин социализм тарҡалғандан бирле урам элек­ке исеме менән – “Длоуһа улице” (Оҙон урам) – йөрөтөлә. Хәҙер инде капитализмға йөҙ борған Чехияның, Словакияның күп ҡалалары үҙҙәрен азат иткән совет яугирҙәрен онотто, капиталис­тар­са аҡса экономиялау маҡсатында урамдарға исем бирмәйҙәр, өйҙәргә номер ғына һуғыла. Шу­лай ҙа илдең ҙур ҡалаларында беҙҙең һуғыш­сы­ларҙың фамилиялары һаҡланған урамдар әле лә бар. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, Брнолағы мар­шал Малиновский майҙаны. Унда совет һал­да­ты­на ҡуйылған һәйкәл дә тора. 2011 йылда мин кил­гән­дә һәйкәл ташландыҡ хәлдә ине, әле Бөйөк Енеү­ҙең 70 йыллығына уны матурлап ҡуйҙылар, май­ҙан ҡабаттан халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнде. Брнолағы туғандар ҡәберлеге лә сәскәләргә күмелгән.

Йомғаҡлау һүҙе

Мәҡәләм башында Н. Асанбайҙың Даян Мур­зинға ҡағылышлы проблемалы һорауҙарын иҫкә төшөргәйнем, аҙағын да уның һүҙҙәре менән тамамлағым килә. “Беҙ Даян Мурзиндың ҡәҙерен белдекме? Ғөмүмән, һуғыштан һуң үткән 50 йыл (хәҙер инде 70 йыл. — М.Г.) осорҙа респуб­ли­кабыҙҙа баһадир партизанға ҡарата ниндәй хөрмәт күрһәтелде? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһар­маныбыҙҙың ҡәҙерен белеп еткермәнек. Урыҫтар, “нет пророка в Отечестве”, ти. Мин уны бер аҙ үҙгәртеберәк, пәйғәмбәре булмаған илдә кешегә ни һан тиер инем...”
Башҡортостан егете хәләл көсө менән йәшәне. Эйе, Г. Гофман “Ҡара генерал” китабын яҙҙы, Д. Мур­зинға “РСФСР-ҙын атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр, кинофильмдар төшөрөлдө. Тик улар барыһы ла сит ил кешелә­ренең ижад емештәре бит.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының фекерен дауам итеп, былай тиер инем: бөгөнгө ҡатмарлы заман­да Чехияла, Словакияла “ҡара генерал” етәкселек иткән Ян Жижка партизандар бригадаһын әле лә онотмайҙар, музейҙар эшләй, Карловы Вары ҡалаһында элекке партизандарҙың “Литобратрсылар” ветерандар клубы бар, Чехия-Словакия сигендә монументаль һәйкәл ҡуйылған, Халыҡ Геройы тип ололайҙар. Улай ғына ла түгел, тотош Европала Даян Мурзиндың шәхесен беләләр, кинофильмдар төшөрәләр, китаптар яҙалар, диссертациялар яҡлайҙар һ.б.
Эйе, былар барыһы ла сит илдәрҙә эшләнә, ә беҙҙә, исмаһам, һәйкәле ҡасан ҡуйылыр икән?


(Аҙағы. Башы 85 – 87-се һандарҙа).


Район: Чехия.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22