Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Илде яраттыҡ, Сталинға ышандыҡ...”
“Илде яраттыҡ, Сталинға ышандыҡ...” Ҡайҙа ғына ташламаған да ниндәй генә бурыстар йөкмәтмәгән һуғыш әҙәм балаһына. Ун һигеҙен саҡ тултырған Хәсәндең дә яҙмышын ҡырҡа бороп, башҡа тиҫтерҙәре артынан тыуған еренән айыра. Бер туған ағаһы Йомағужа Тверь өлкәһендә башын һала. Атаһы Барлыбай Ҡотлоғәлләм улы ла Беренсе донъя һуғышында ҡаты яраланып, контузия алып ҡайтҡан була. Әйткәндәй, башына йәҙрә ярсығы тейгәс, Петроградта госпиталдә ята. Шунда император Николай II ҡыҙы яралыларҙың хәлен белергә килә. Барлыбай эргәһенә туҡтап, башынан һыйпай. Аҙаҡ иһә башҡалар былай тип шаярта: “Батша ҡыҙы ҡағылғас, терелеп китеп, бай йәшәрһең”, — тиҙәр. Аллаға шөкөр, һауыға Мәжитов. Ҡайтҡас, Мөслимә исемле һылыуға өйләнеп, туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Коллективлаштырыу башланғас, үҙен колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Заманына күрә белемле кеше була ул: биш йыл урыҫ-башҡорт училищеһында уҡый.
Мәжитовтарҙың дүртенсе балаһы Хәсәнде һуғыш Көньяҡ-көнбайыш фронтына ташлай.
– Мине, урта белемле булғас, шунда уҡ 195-се уҡсылар дивизияһының уҡытыу батальонына алдылар. Ул заманда һәр дивизия кесе командирҙар әҙерләй торғайны, – тип хәтерләй ветеран. – Мин минометсылар ротаһына эләктем. Өс ай өйрәт­теләр. 1942 йылда беҙҙең ғәскәр Харьков янында бик ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Дивизия Рязань өлкәһенең Ряженск ҡалаһында алышҡа әҙерләнә ине. Өлгөрмәнек, беҙҙе июнь башында Воронеж яғына ебәрҙеләр. Ошо фронтта нимес оборонаны өҙгән ине. Бик ҡаты һуғыш булды. Барыбыҙ ҙа – ун һигеҙен саҡ тултырған үҫмерҙәр. Шулай ҙа беҙ әхлаҡи, рухи яҡтан ныҡ әҙерләнгәйнек. Уныһы фронтта бик мөһим. Илде яраттыҡ, Сталинға ышан­дыҡ, алышҡа инергә атлығып торҙоҡ...
Хәҙер ҡайһы бер ҡара-һоро уйлылар тарихты нисек кенә борғоларға, үҙгәртергә тырышмаһын, ошо ваҡиғаларҙың эсендә, йәҙрә, пуля ямғыры аҫтында йөрөгән кешеләрҙең әйткәне барыһынан да өҫтөн. Ҡоро һүҙҙәр түгел был. Ошо заман ке­ше­ләренең – һалдат булһынмы, тылда тир түк­һенме – күңел торошон, булмышын, рух ныҡлығын тиҫтәләрсә йыл аша килтереп еткерә. Бер-бере­геҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙгә ышанығыҙ, илебеҙ­ҙе һаҡларға әҙер тороғоҙ тигән ауаз-аманат булып яңғырай ул һүҙҙәр.
– Бер нәмәне матурлап яҙығыҙ әле, — тине аҙға ғына уйға ҡалған Хәсән Барлыбай улы. Ветеран хәҙер шәхси берәй үтенесен әйтәлер, тип уйланым. Баҡһаң... — Ул – 1942 йылдың 28 июлендәге Сталиндың 227-се бойороғо. “Ни шагу назад!”, йәғни “Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!” тип атаныҡ беҙ уны. Сталин биргән фарман исеме түгел, ә һалдаттар шулай йөрөттө уны. Ну, бик ҡаты, ғәҙел бойороҡ ине. Шунһыҙ булманы. Етәр инде “отсыхать”, етәр инде ниместән ҡурҡырға, һуғышырға кәрәк! Ошоноң иртәгәһенә беҙгә — уҡып бөтмәгән курсанттарға — сержант званиеһы бирҙеләр. Мин өлкән сержант булдым, взвод командирының ярҙамсыһы итеп ошо уҡ дивизияның 564-се полкына тәғәйенләнеләр.
Беренсе тапҡыр алышҡа ингән көн хәтеренә ныҡ уйылған Мәжитовтың.
– 8 июль ине. Нимес һуғышып өйрәнгән. Ҡаты алыш бара. Әҙерәк кәрәкте бирә инде, беренсе һуғышта ни, — тип хәтер төйөнөн сисә Хәсән Барлыбай улы. — Шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Аттыҡ. Тейҙергәс, күңел күтәрелеп китте. Әгәр ҙә нимес­тәрҙең позицияһына эләгә икән, әй ҡыуанабыҙ. Малайлыҡтан сыҡмағанбыҙ бит әле. Беҙҙең расчетта биш кеше. Мин — ҡороусы. Тоҫҡаусы Мораҡ­тан Георгий Комардин тигән егет ине. Әхлаҡи, рухи яҡтан беҙҙең өҫтөнлөк ҙур. Ошо Еңеүгә алып килгәндер ҙә...
Воронеж фронтында ғәскәрҙәр аяуһыҙ һуғыша. Фашист иһә Волгаға – Сталинградҡа ынтыла. Шуға ла Ҡыҙыл Армия ғәскәрен өс фронтҡа – Дон, Көньяҡ-көнбайыш, Сталинград – бүләләр. Һәр ҡарыш ер өсөн меңдәрсә ғүмер ҡыйыла. Тәжрибәле офицер ғына түгел, кесе командирҙар ҙа етешмәй. Фронттарҙа Мәжитов, башҡа уның һымаҡ дары “еҫкәгәндәр”ҙән торған кесе лейтенанттар әҙерләү полктары ойошторола. Һалдаттар телендә “стационар” тип йөрөтөлгән тылдағы курстарҙан айырмалы рәүештә, был полк­тар алыштарҙа туранан-тура ҡатнаша, хәрби етәксе белемен окоптарҙа нығыта.
– Кәрәкһә, алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр. Окоп шарттарында урта хәрби белем алдыҡ. 1943 йылдың 1 мартында Көньяҡ-көнбайыш фронт командующийы бойороғо менән кесе лейтенант званиеһы бирҙеләр, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Хәсән бабай. – Шулай итеп, мин Сталинград йүнәлешендә дүрт ай булдым...
Сентябрҙә Мәжитов яралана – алыҫтараҡ шартлаған снаряд ярсығы елкә менән муйын тәңгәленә эләгә. “Еңел яра” тип ҡарайҙарҙыр инде, бәйләгәс, артабан да миномет взводына етәкселекте, һуғышыуын дауам итә кесе лейтенант. Ләкин яра үҙенекен ала: ныҡ шешеп китә...
– Үҙемдең дивизияға ҡайтырға тейеш инем. Муйын, елкә ҡурҡыныс булып шеште. Ҡайтары­уымды һорағас, штабта: “Һиңә взвод менән командовать итергә түгел, госпиталгә тиҙерәк барырға кәрәк”, – тинеләр. Үткенсе эвакопоезға ултыртып, тәүҙә Дондағы Ростовҡа ебәрҙеләр, һуңынан Пенза госпиталенә оҙаттылар...
Ай ярым дауаланғандан һуң, Мәжитовты Оборона министрлығының резервтағы Һарытау 5-се офицерҙар полкына ебәрәләр. Беҙҙең армияның ҡеүәтләнә башлауын йәш офицерҙар шунан да белә – резерв тоторлоҡ мөмкинлек бар. Күп тә тормай, Мәжитовты Орел хәрби округы штабына саҡыралар. “Мине һуғышҡа – алғы һыҙыҡҡа ебә­ре­геҙ”, – ти кесе лейтенант. Алышырға өлгөрөр­һөң, тәүҙә запастағы 9-сы мотоуҡсылар диви­зия­һына бар, тиҙәр уға. Үҙең йәштәрҙән торған ротаны өйрәтерһең дә шуның менән бергә китерһең, тип тә өҫтәйҙәр.
– Тырышып хеҙмәт иткән булам. Полит­күнек­мәләр ҙә үткәрәм. Артығыраҡ тырышҡанмындыр инде, мине 72-се уҡсылар полкы штабында ҡалдырҙылар, – тип хәтерләй ветеран. – Ротамды алып киттеләр, шуныһы ҡыҙғаныс...
1944 йылдың яҙында Мәжитовты дивизия штабына саҡыралар. “Беҙ һине 3-сө бүлек начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйбеҙ”, – тиҙәр яңы ғына лейтенант званиеһы бирелгән офицерға.
– Миңә алғы һыҙыҡ эләкмәне. Үҙем күпме һораһам да, ебәрмәнеләр, – тип ҡарашын алыҫҡа төбәй уҙаман. — Беҙҙең Старцев фамилиялы писарь бар ине. Унан ни өсөн нәҡ мине начальник ярҙамсыһы итеүҙәрен һораным. “Кесе лейтенант, лейтенанттарҙың шәхси “дело”лары менән танышҡанда һинекенә туҡталды начальник. Һуңынан, бына был башҡорт минең ярҙамсым буласаҡ, тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе”, – тине писарь...
Дивизия штабының 3-сө бүлеге наградлау эше менән шөғөлләнә. Лейтенант Мәжитовҡа ла яуап­лы бурыс йөкмәтелә.
– Орден-миҙалдарҙы Орел ҡалаһындағы округ штабынан ала инек, исемлеккә ҡарап. Беҙ Брян­скиҙабыҙ. Орелға Мәскәү аша бара торғайныҡ. Миндә тимер сумаҙан, эргәлә тағы ҡораллы яр­ҙамсым булды, – тип хәтерен яңырта Хәсән Барлыбай улы. – Еңеү көнөн дә Мәскәүҙә ҡаршыларға тура килде. 8 майҙа Ҡазан вокзалынан китергә тейеш инек. Бөтә Мәскәү халҡы “Еңеү!” тип урамға сыҡты, үтеп булмай. “Офицер” тип тота ла күккә сөйәләр. Кискә табан салютты күрҙем, әлеге ке­үеген түгел – ысынын. Шулай Еңеү көнөн ҡаршыланым...
Дивизия штабына ҡайтҡас, Мәжитовты тағы һөйөнөслө хәбәр көтөп торған: Тамбовтағы пехота офицерҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрәләр икән. Унан алда... Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтаралар!
– Эйек ярына һыймай ташҡан. Атайыма телеграмма һуҡҡайным. Ул ярҙа детдом директоры Гриченко менән көтөп тора. Ауыл халҡы ҡыуанып ҡаршы алды. Һәр өй буйлап йөрөттөләр. Һора­шалар, мин күргәнде, белгәнде һөйләйем. Байтаҡ кеше үлгән, көтөгөҙ, ҡайтырҙар, тип тыныслан­дырған булам, – ти ветеран.
Хәсән Мәжитов Тамбовта бер генә йыл уҡып өлгөрә. Сталиндың уҡытыусыларҙы демобилизациялау тураһындағы бойороғо сыға.
– Ҡайтҡы килмәй – хәрби офицер булыу теләге көслө ине, – тип хәтерләй яугир-лейтенант хәҙер. — Тик ҡарышып булмай. Һине уҡыусыларың көтә, тинеләр ҙә, шуның менән вәссәләм.
Ошо турала уйлайым да аптырайым. Һуғыш саҡ тамамланған, емереклек, ашау, кейем етешмәй. Офицерҙар – хәрбиҙәр илгә кәрәк саҡ. Ләкин ил етәкселеге иң алға киләсәкте – балалар яҙмышын ҡуя: ҡарауһыҙ ҡалған етемдәрҙе ин­тернат­тарға йыя, мәктәптәргә тәү сиратта ирҙәрҙе ҡайтара – малайҙарға ир тәрбиәһе кәрәклеген аңлап эш итә, яңынан-яңы һөнәрселек училищелары, ФЗО, ФЗУ-лар аса...
Халыҡ тырышты ул саҡта. Уфтанманы, зарланманы. Бөгөн баҡсаларҙы ҡый баҫып ултыра, ул заманда бәрәңгеһен дә үҫтерҙеләр, колхозға ла сығып киттеләр, – ти ветеран. – Минең әсәй менән иң оло апайым Гөлсөм иртән һыйыр һауа ла ошо уҡ һыйырҙы егеп, ер һөрөргә сығып китә...
Ел ҡыуып оҙаҡ йөрөмәй фронтовик, өйләнеп, тормош көтөү яғын ҡарай. Хәҙер көлөп былай тип һөйләй:
– Әлфиәне, тағы бер нисә ҡыҙҙы – яңы ғына уҡып бөткән йәш уҡытыусыларҙы – йүнәлтмә буйынса ебәргәйнеләр. Үҙем барып алдым. Иң матуры минеке була, тинем дә, буласаҡ кәләште алдым да ҡайттым. Шулай итеп, “служебный положение”нан файҙаландым...
Улар сәсте сәскә бәйләй. Бөгөн икеһе лә шатланып бөтә алмай: матур ғүмер кисереп, ете бала үҫтергәндәр, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре етерлек. Икеһенең дә хеҙмәт юлы ғорурланып һөйләрлек – хәреф тә танымаған балаларҙы белем һуҡмағынан оло тормош юлына сығарған­дар.
Хәсән Барлыбай улы уҡытыусы, мәктәп директоры булып та эшләгән. 17 йыл буйы район хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләгән. Хеҙмәте ике Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, бик күп миҙал менән баһаланған, Башҡорт­остандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусы­һы, мәғариф отличнигы.
Башы яралы Барлыбай Ҡотлоғәлләм улының маңлайына император ҡыҙы ҡағылғас (ҡайһыһы икәнен белмәгән Беренсе донъя һуғышын үткән яугир. Хәйер, уныһы мөһим түгел), нәҫеленә ырыҫ, байлыҡ юраған яралылар. Ҡатыны Әлфиәнең атаһы Бәҙретдин Бәҙғетдин улы Бөйөк Ватан һуғышында тубыҡтан аяғын ҡалдырғас, балалар бәхетенә ғүмереңде һаҡлаған Аллаһы Тәғәлә, тип йыуатҡандар. Хәсәндең Йомағужа ағаһы ла, беҙҙең олатай-ҡартатай, бабайҙарыбыҙ ҙа юҡҡа башын һалмаған. Киләсәк өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән. Әйтерһең, улар беҙ азат йәшәһен өсөн генә тыуған, үҫкән, күкрәктәрен ҡалҡан итеп дошманға ҡаршы барған...









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872