Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батыр рухы йәшәй хәтерҙә
Батыр рухы йәшәй хәтерҙә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә республикабыҙҙа төрлө саралар ойошторола, бөгөн дә бихисап тантана бара. Был уңайҙан ҡала-райондарҙа ниҙәр эшләнде? Шаран районының Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән ҒИБӘТОВА ошо хаҡта һөйләй.
– Бөйөк Ватаны һуғышында Дүртөйлө ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл­дар­ҙан 210 кеше ҡатнашҡан, күп­тә­ре яу яланында башын һалған. Шулар ара­һында Йәрәмкә ауылынан Дан ордены­ның тулы кавалеры Сәлих Сабитов – ғо­рур­лығыбыҙ. Сәлих Ғиздәт улы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа үҙе теләп киткән, күп батырлыҡтар күрһәткән. Старшина Сабитов – тыныс тормошта Энгельс исемен­дә­ге колхозда эшлә­гән, төрлө вазифалар биләгән, ғүмере буйы ауылының киләсәге өсөн янған ир-уҙаман.
Сәлих Сабитов исемендәге аллея бул­дыр­ҙыҡ, мәктәп алдында уға һәйкәл дә ҡу­йыл­ды. 2012 йылда ауыл­да­шыбыҙҙың 100 йыл­лығын ҙурлап билдәләнек. Уҡыу­сылар батырҙың ҡәберен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды.
Һуғыш ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен етерлек әйтәбеҙме, хөрмәт-ҡәҙерҙе тейе­шен­сә күрһәтәбеҙме? Ошо һорау миңә генә түгел, бүтәндәргә лә тынғылыҡ бирмәне. Күптәнге хыялды тормошҡа ашырҙыҡ. Ихтирам йөҙөнән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышлап мемориаль таҡ­таташ урынлаштырҙыҡ. Ул Йәрәмкә ауы­лындағы иң күркәм урында – социаль-мәҙәни үҙәк алдында – балҡып тора. Эргә­һендә генә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап аллея ла булыр. Хәҙер бөтә нәмә аҡса менән иҫәпләнгәндә, был тәң­гәлдә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барлығы ҡыуандыра. Мәҫәлән, фермер Фәйзуллин сығымдарҙың ҙур өлөшөн ҡапланы, шулай уҡ халыҡ был эшкә дәррәү ҡушылды.

Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.









Район: Шаран районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә