Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә республикабыҙҙа төрлө саралар ойошторола, бөгөн дә бихисап тантана бара. Был уңайҙан ҡала-райондарҙа ниҙәр эшләнде? Шаран районының Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән ҒИБӘТОВА ошо хаҡта һөйләй.– Бөйөк Ватаны һуғышында Дүртөйлө ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан 210 кеше ҡатнашҡан, күптәре яу яланында башын һалған. Шулар араһында Йәрәмкә ауылынан Дан орденының тулы кавалеры Сәлих Сабитов – ғорурлығыбыҙ. Сәлих Ғиздәт улы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа үҙе теләп киткән, күп батырлыҡтар күрһәткән. Старшина Сабитов – тыныс тормошта Энгельс исемендәге колхозда эшләгән, төрлө вазифалар биләгән, ғүмере буйы ауылының киләсәге өсөн янған ир-уҙаман.
Сәлих Сабитов исемендәге аллея булдырҙыҡ, мәктәп алдында уға һәйкәл дә ҡуйылды. 2012 йылда ауылдашыбыҙҙың 100 йыллығын ҙурлап билдәләнек. Уҡыусылар батырҙың ҡәберен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды.
Һуғыш ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен етерлек әйтәбеҙме, хөрмәт-ҡәҙерҙе тейешенсә күрһәтәбеҙме? Ошо һорау миңә генә түгел, бүтәндәргә лә тынғылыҡ бирмәне. Күптәнге хыялды тормошҡа ашырҙыҡ. Ихтирам йөҙөнән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышлап мемориаль таҡтаташ урынлаштырҙыҡ. Ул Йәрәмкә ауылындағы иң күркәм урында – социаль-мәҙәни үҙәк алдында – балҡып тора. Эргәһендә генә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап аллея ла булыр. Хәҙер бөтә нәмә аҡса менән иҫәпләнгәндә, был тәңгәлдә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барлығы ҡыуандыра. Мәҫәлән, фермер Фәйзуллин сығымдарҙың ҙур өлөшөн ҡапланы, шулай уҡ халыҡ был эшкә дәррәү ҡушылды.
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.