Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәзиздәребеҙҙе һағынабыҙ
Әсәйем Хәбирә Шәкүрова — Ауырғазы районының Сәлих ауылы ҡыҙы. Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтын тамамлағас, уны Айыусы ауылына физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. 1939 йылда ул үҙ райо­нына ҡайтып, Төрөмбәт мәктәбенә урынлаша. Ошонда эшләгән саҡта ҡәһәрле һуғыш башлана.

Өлкән йәштәге мәктәп директоры Мө­хәр­рәм ағай Ильясовты хеҙмәт армия­һына алғас, уның урынына Хәбирәне директор итеп ҡуялар. Күп тә үтмәй, атаһын да хеҙмәт армияһына саҡыралар. Өйҙә унан башҡа дүрт кесе туғаны ҡала: Камила, Фатима, Райхана, Йәүҙәт. Уларға ла ярҙам кәрәк. Атаһына, 1914 йылғы герман һуғышы яугиренә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була.
Йәйен уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа колхозда эшләй. Бөтөн игенде фронт өсөн йыйып алып торалар. 1944 йылда, бер аяғын юғалтып, фронттан Самат Назаров ҡайтып төшә. Уны мәктәп директоры итеп ҡуялар. Ә Хәбирә Миңлеғәзим ҡыҙын ошо райондың Мораҙым мәктәбенә директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Унда ла математиканан уҡыта. Уның бер уҡыусыһы Фәнүзә Нәҙершина фольклорсы-ғалимә булып танылды, ғилми китаптары ба­ҫылды.
Ошо уҡ йылда эвакуацияға ебәрел­гәндәргә лә бик күп ярҙам күрһәтелә. Мораҙымға — Ленинградтан Эльза Лауштейн, Төрөмбәткә Гохштейн тигән ҡатын килә.
— Еңеү өсөн тип тырыштыҡ. Кем иң беренсе Еңеү хәбәрен алып килер икән, тип көтәбеҙ. Дәрестә инек. Ауыл Советына райондан вәкил килеп, был шатлыҡлы хәбәрҙе беҙгә лә еткерҙе. Ышанып та булмай. Скрипка, гармун, мандолиналарҙы алдыҡ та клубҡа киттек. Бөтөн ауыл халҡы йыйылды. Мин үҙем мандолинала уйнай инем. Шунда эй бейештек, ҙур байрам булды. Шатлыҡтың да иң ҙуры! Был ҡыуаныс миллиондарса ҡорбан аша килде бит. Беҙҙең быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ, — тип хәтерләй ине әсәйем.
Ул 1946 йылға тиклем ошо мәктәптә эшләне, хеҙмәтен “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнеләр.
Яҙмыш уны Бөйөк Ватан һуғышы яугире Зәйнулла Шәкүров менән осраштыра. Улар бер йылдан һуң ғаилә ҡора. Атайым яу юлдарын артиллерия батальоны командиры булып үткән. Ул Кавказды, Краснодар крайын азат итеүҙә, Ростов өлкәһе, Новочеркасск һәм Тамань ярымутрауы, аҙағыраҡ Ленинград, Балтик буйы өсөн һуғышта ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Бөйөк Еңеүҙе Латвия ерендә ҡаршы алған. “Багратион” операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Шулай уҡ “Германияны еңгән өсөн”, “Кавказды обо­ро­налаған өсөн” миҙалдары бар. Һуңғараҡ I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены бирелгән.
Әсәйем менән атайымдың артабанғы тормошо Әлшәй районына бәйле. Раевка ҡасабаһында йәшәгәндә әсәйем 1-се башҡорт мәктәбендә уҡыта. Бында ла яҡшы эшләгәне өсөн 1949 йылда уға “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы бирелә.
Атайым “Победа” колхозына зоотехник итеп тәғәйенләнгәс, улар Ҡармыш ауылына күсә, ҡалған ғүмерҙәре ошонда үтә. Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡармыш һәм Сурай ауылдары балаларына математика серҙәрен асты, күп йылдар директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булды, йәмәғәт эштәренән айырылманы. Улар ауылдың хөрмәтле кешеләре ине. Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иттеләр, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, намыҫ менән матур йәшәнеләр.
Әсәйем бар ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаны. Һәр баланың күңел ҡапҡаһын аса, фәненә ҡарата һөйөү уята белде. Хоҙай уға ҡарата бик йомарт булған. Төҫ-баш, буй-һынды ғына түгел, эске донъяһын да йәлләмәгән. Ауыл халҡы уның тураһында, Хәбирә апай зауыҡ менән кейенә, уға һоҡланып ҡарай инек, ти. Ә күлдәктәрҙе матур итеп үҙе тегеп кейҙе. Туғандарына ла, таныштарына ла, беҙгә лә, балаларға хатта пальтолар текте. Уның күҙ алдынан быуатҡа яҡын тарих үткән. Тормоштоң төрлөһө булған: шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Уның дөйөм эш стажы — 41 йыл да 7 ай.
Атай-әсәйем биш балаға ғүмер бирҙе. Рим улдары йәшләй генә вафат булды. Рима — табибә, Өфөлә йәшәй, Риф – иҡтисадсы, кеселәре – игеҙәктәр Лилиә менән мин әсәйҙең эшен дауам итәбеҙ.
Әсәйем 2006 йылда 89 йәшендә вафат булды, ә атайымдың һуғыш яраларынан донъянан киткәненә — 30 йыл. Уларҙы һағынып иҫкә алабыҙ.

Люциә АҘНАҒОЛОВА,
Башҡортостандың
мәғариф отличнигы,
педагогия хеҙмәте ветераны.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22