Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙлекме, әллә башҡа сарамы?
Күҙлекме, әллә башҡа сарамы? Кешелек күҙлек кейеүҙе күптән инде тәбиғи күренеш тип ҡабул иткән. Ҡасандыр был яңылыҡ күреү һәләтен ҡайтарыу йәһәтенән ҙур алға китеш һаналһа, хәҙер иһә табиптар, күҙлекте даими кейеү һөҙөмтәһендә күҙ тағы ла насарыраҡ күрә башлай, өҫтәүенә уның селтәрле шекәрәһенә яҡтылыҡтың тәьҫире арҡаһында бүтән офтальмология сирҙәре лә тыуыуы ихтимал, ти.

Асылда иһә күреү һәләтендәге байтаҡ етешһеҙлекте яйға һалырға, дауаларға мөмкин. Айырыуса киң таралған сирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләрҙе индерергә кәрәк:
күрәшлек – төп фокустың күҙҙәге сел­тәр­ле шекәрәнән алға күсеүе һөҙөмтәһен­дә алыҫтан насар күреү;
үтәғарашлыҡ – төп фокустың күҙҙәге селтәрле шекәрәнән артҡа күсеүе сәбәпле яҡындан насар күреү. Өлкән йәштәгеләрҙә был сир пресбиопия тип атала;
астигматизм – күҙ яҫмағының йәки мө­гөҙ­сә шекәрәһенең формаһы боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуған сир.
Күптән түгел генә был етешһеҙлектәргә ҡаршы берҙән-бер алым – күҙлек – ярҙа­мында көрәшәләр ине. Күреү һәләтен кире ҡайтарыу хаҡында һүҙ ҙә булманы. Лазер технологиялары, офтальмологияла улар­ҙы ҡулланыу ҙур мөмкинлектәр асты.

Күҙҙәге етешһеҙлекте лазер ярҙамында төҙәтеү

Бөгөн лазер коррекцияһы бөтөн донъя офтальмологтары тарафынан әүҙем ҡул­ла­ныла. Лазер нуры мөгөҙсә шекәрәһе формаһын үҙгәртеп, төп фокусты селтәр­ле шекәрәгә ҡайтара.
Шул уҡ ваҡытта был алымды ҡулла­ныу­ҙы тыйған күрһәтмәләр ҙә бар. Күҙ ал­ма­һында дистрофия процесы барған йәки күреү һәләтендә тотороҡһоҙлоҡ күҙәтел­гән, глаукоманан (ҡараһыуҙан) һәм катарактанан (ҡара ҡылауҙан) яфаланған кешеләргә лазер коррекцияһын үткәрергә ярамай. Шулай ҙа борсолорға урын юҡ: күреү һәләтен тергеҙеү йәһәтенән бүтән алдынғы алымдар ҙа байтаҡ.
Төнгө линзалар технологияһы

Ортокератология – заманса алым­дар­ҙың береһе. Уның асылы төндә ОК-линзаларын кейеүҙән ғибәрәт. Газды үткәрмәгән был ҡаты линзалар гидравлик көс йоғон­то­һонда күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһендә күҙәнәктәрҙең тигеҙ бүленешенә булыш­лыҡ итә. Һөҙөмтәлә үҙәккә яҡындағы күҙәнәктәр бәләкәсәйә, йоҡара, ә ситтә урынлашҡаны, киреһенсә, ҙурая. Иртә­гәһенә сирле кешегә күҙлек йәки линза кейеүҙең кәрәге юҡ – күҙҙәр яҡшы күрә. Төнгө ОК-линзалар – күҙлекте һәм операцияны алмаштырыусы һөҙөмтәле сара.

Перифокаль күҙлек линзаһы

Күреү һәләтен тергеҙеү өсөн тәғәйен­лән­гән заманса алымдарҙың береһе –“Perifocal” күҙлек системаһы – периферик рефракцияға йоғонто яһау юлы менән күрәшлекте лә, үтәғарашлыҡты ла дауа­лау­ҙа уңышлы ҡулланыла. “Perifocal” линзаһы күҙҙең үҙәк һәм периферик реф­ракцияһындағы етешһеҙлектәрҙе һайлап алып төҙәтеү йәһәтенән үҙенсәлекле.
Бындай линзалы күҙлекте даими, шулай уҡ ваҡытлыса ҡулланырға мөмкин. Ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн уны көнөнә кәмендә 45-60 минут кейергә кәңәш ителә. Беҙ күнеккән ябай күҙлектән айырмалы, бындай линзалылар күҙгә, уның селтәрле шекәрәһенә зыян килтермәй.
Күреү һәләтен ҡайтарыу буйынса заманса технологиялар әүҙем үҫә. Һәр аныҡ осраҡта ҡулай алымды һайларға тәжри­бәле табип-офтальмолог ярҙам итәсәк. Һеҙҙе түбәндәге адрес буйынса көтәбеҙ: “ДуплексМед” күҙ үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һы, Артем урамы, 103А. Телефон: (3433) 23-98-98. Сайтыбыҙ: www.duplexmed.ru
Күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм тәҡдим ителгән саралар:
катарактаны (ҡара ҡылауҙы) йөйһөҙ бөтөрөү;
күҙҙе лазер ярҙамында эксимер коррекциялау;
төнгө линзалар;
диабеттан, тромбоздан, глаукоманан (ҡараһыуҙан), ҡабатланған катарактанан яфаланғанда күҙҙең селтәрле шекәрәһен лазер ярҙамында дауалау;
күҙҙең селтәрле шекәрәһе зыян күргән осраҡта луцентисты интравитреаль индереү;
балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙ ауырыуҙарын дауалау;
перифокаль күҙлек линзалары.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә