Кешелек күҙлек кейеүҙе күптән инде тәбиғи күренеш тип ҡабул иткән. Ҡасандыр был яңылыҡ күреү һәләтен ҡайтарыу йәһәтенән ҙур алға китеш һаналһа, хәҙер иһә табиптар, күҙлекте даими кейеү һөҙөмтәһендә күҙ тағы ла насарыраҡ күрә башлай, өҫтәүенә уның селтәрле шекәрәһенә яҡтылыҡтың тәьҫире арҡаһында бүтән офтальмология сирҙәре лә тыуыуы ихтимал, ти.Асылда иһә күреү һәләтендәге байтаҡ етешһеҙлекте яйға һалырға, дауаларға мөмкин. Айырыуса киң таралған сирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләрҙе индерергә кәрәк:
күрәшлек – төп фокустың күҙҙәге селтәрле шекәрәнән алға күсеүе һөҙөмтәһендә алыҫтан насар күреү;
үтәғарашлыҡ – төп фокустың күҙҙәге селтәрле шекәрәнән артҡа күсеүе сәбәпле яҡындан насар күреү. Өлкән йәштәгеләрҙә был сир пресбиопия тип атала;
астигматизм – күҙ яҫмағының йәки мөгөҙсә шекәрәһенең формаһы боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуған сир.
Күптән түгел генә был етешһеҙлектәргә ҡаршы берҙән-бер алым – күҙлек – ярҙамында көрәшәләр ине. Күреү һәләтен кире ҡайтарыу хаҡында һүҙ ҙә булманы. Лазер технологиялары, офтальмологияла уларҙы ҡулланыу ҙур мөмкинлектәр асты.
Күҙҙәге етешһеҙлекте лазер ярҙамында төҙәтеүБөгөн лазер коррекцияһы бөтөн донъя офтальмологтары тарафынан әүҙем ҡулланыла. Лазер нуры мөгөҙсә шекәрәһе формаһын үҙгәртеп, төп фокусты селтәрле шекәрәгә ҡайтара.
Шул уҡ ваҡытта был алымды ҡулланыуҙы тыйған күрһәтмәләр ҙә бар. Күҙ алмаһында дистрофия процесы барған йәки күреү һәләтендә тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелгән, глаукоманан (ҡараһыуҙан) һәм катарактанан (ҡара ҡылауҙан) яфаланған кешеләргә лазер коррекцияһын үткәрергә ярамай. Шулай ҙа борсолорға урын юҡ: күреү һәләтен тергеҙеү йәһәтенән бүтән алдынғы алымдар ҙа байтаҡ.
Төнгө линзалар технологияһы
Ортокератология – заманса алымдарҙың береһе. Уның асылы төндә ОК-линзаларын кейеүҙән ғибәрәт. Газды үткәрмәгән был ҡаты линзалар гидравлик көс йоғонтоһонда күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһендә күҙәнәктәрҙең тигеҙ бүленешенә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә үҙәккә яҡындағы күҙәнәктәр бәләкәсәйә, йоҡара, ә ситтә урынлашҡаны, киреһенсә, ҙурая. Иртәгәһенә сирле кешегә күҙлек йәки линза кейеүҙең кәрәге юҡ – күҙҙәр яҡшы күрә. Төнгө ОК-линзалар – күҙлекте һәм операцияны алмаштырыусы һөҙөмтәле сара.
Перифокаль күҙлек линзаһыКүреү һәләтен тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән заманса алымдарҙың береһе –“Perifocal” күҙлек системаһы – периферик рефракцияға йоғонто яһау юлы менән күрәшлекте лә, үтәғарашлыҡты ла дауалауҙа уңышлы ҡулланыла. “Perifocal” линзаһы күҙҙең үҙәк һәм периферик рефракцияһындағы етешһеҙлектәрҙе һайлап алып төҙәтеү йәһәтенән үҙенсәлекле.
Бындай линзалы күҙлекте даими, шулай уҡ ваҡытлыса ҡулланырға мөмкин. Ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн уны көнөнә кәмендә 45-60 минут кейергә кәңәш ителә. Беҙ күнеккән ябай күҙлектән айырмалы, бындай линзалылар күҙгә, уның селтәрле шекәрәһенә зыян килтермәй.
Күреү һәләтен ҡайтарыу буйынса заманса технологиялар әүҙем үҫә. Һәр аныҡ осраҡта ҡулай алымды һайларға тәжрибәле табип-офтальмолог ярҙам итәсәк. Һеҙҙе түбәндәге адрес буйынса көтәбеҙ: “ДуплексМед” күҙ үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Артем урамы, 103А. Телефон: (3433) 23-98-98. Сайтыбыҙ: www.duplexmed.ru
Күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм тәҡдим ителгән саралар:
катарактаны (ҡара ҡылауҙы) йөйһөҙ бөтөрөү;
күҙҙе лазер ярҙамында эксимер коррекциялау;
төнгө линзалар;
диабеттан, тромбоздан, глаукоманан (ҡараһыуҙан), ҡабатланған катарактанан яфаланғанда күҙҙең селтәрле шекәрәһен лазер ярҙамында дауалау;
күҙҙең селтәрле шекәрәһе зыян күргән осраҡта луцентисты интравитреаль индереү;
балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙ ауырыуҙарын дауалау;
перифокаль күҙлек линзалары.