Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Көрсөк” һүҙе уларға таныш түгел
“Көрсөк” һүҙе уларға таныш түгел “Ике ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр” тигәндәре дөрөҫтөр инде. Беҙҙе хужалыҡтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ромел Шамратов МТМ бинаһы ҡаршыһында асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Һөйөнмәҫлек түгел шул: ошо көндәрҙә илештәр өсөн иң ҡыҙыу осор – яҙғы баҫыу эштәре – башланып тора. «Илеш-Агро» йәмғиәтенең «Игенсе» бүлексәһе һабанға беренселәрҙән булып төштө.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре ерҙе тырматыу һәм өҫтәмә туҡландырыу менән мәшғүл. Вәдит Сәрүәров «ГАЗ-53» машинаһында ашлама ташый, «Туман-1» трактор-агрегаты менән йөрөп, Илфир Шәйҙуллин баҫыуҙың бер башынан икенсеһенә уны тарата, ә алдынғы механизатор Фларит Ғәзетдинов тырмата.
Дөйөм алғанда, хужалыҡтың 3275 гектар һөрөнтө ере бар, шу­ның 833 гектарында бойҙай сәсергә йыйыналар. Шулай уҡ рапс, кукуруз һәм башҡа культуралар ҙа буласаҡ.
– Хужалыҡта әле 75 эшсе иҫәп­ләнә, йәйгеһен уларҙың һаны 110-дан ашып китә. Өҫтәмә туҡ­лан­дырыу, тырматыу бөткәс, ер өлгөрөү менән сәсеүгә төшәбеҙ. Әле беҙҙә 290 тонна бойҙай, 320 тонна арпа орлоғо бар. Әйткәндәй, быйыл ужым яҡшы ҡышланы, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ромел Мулғәлим улы.
Яҙғы кампания тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн баш инженер Альберт Кашапов бөтәһен дә алдан хәстәрләгән. Мартта уҡ техникаға тикшереү үткәрелгән. Әйткәндәй, заман талаптарына яуап биргән «Джон Дир» сәсеү комплексы хужалыҡта икәү. Унда эшләгән Мөҙәрис Хәбибов, Шәмсиәхмәт Сәғәбиев, Рүзил Әзһәров, Руслан Ғәлимов оҙаҡ йылдар районда алдынғылар иҫәбендә.
Хужалыҡтың уңышы эшсәндәрҙең хеҙмәт хаҡында мотлаҡ сағыла. Дәрт­ләндереү сараларының береһенә иғтибар итәйек: былтыр бер гектар ер эшкәртеүгә 13 һум билдәләнгән булһа, быйыл хаҡ икеләтә – 26 һумғаса – арттырылған. Әгәр планды арттырып үтәһәләр, 52 һумға ла етә. Иң мөһиме – хеҙмәт өсөн ваҡытында түләнә.
Көрсөк тигән һүҙҙең әҫәре лә күренмәй хужалыҡта. Етәкселәрҙең дә, механиза­торҙарҙың да кәйефе көр, эшкә дәрте ташып тора. Көндәр матурланыу менән райондың башҡа хужалыҡтары ла һабанға дәррәү ҡушылды.





Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә