“Ике ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр” тигәндәре дөрөҫтөр инде. Беҙҙе хужалыҡтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ромел Шамратов МТМ бинаһы ҡаршыһында асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Һөйөнмәҫлек түгел шул: ошо көндәрҙә илештәр өсөн иң ҡыҙыу осор – яҙғы баҫыу эштәре – башланып тора. «Илеш-Агро» йәмғиәтенең «Игенсе» бүлексәһе һабанға беренселәрҙән булып төштө. Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре ерҙе тырматыу һәм өҫтәмә туҡландырыу менән мәшғүл. Вәдит Сәрүәров «ГАЗ-53» машинаһында ашлама ташый, «Туман-1» трактор-агрегаты менән йөрөп, Илфир Шәйҙуллин баҫыуҙың бер башынан икенсеһенә уны тарата, ә алдынғы механизатор Фларит Ғәзетдинов тырмата.
Дөйөм алғанда, хужалыҡтың 3275 гектар һөрөнтө ере бар, шуның 833 гектарында бойҙай сәсергә йыйыналар. Шулай уҡ рапс, кукуруз һәм башҡа культуралар ҙа буласаҡ.
– Хужалыҡта әле 75 эшсе иҫәпләнә, йәйгеһен уларҙың һаны 110-дан ашып китә. Өҫтәмә туҡландырыу, тырматыу бөткәс, ер өлгөрөү менән сәсеүгә төшәбеҙ. Әле беҙҙә 290 тонна бойҙай, 320 тонна арпа орлоғо бар. Әйткәндәй, быйыл ужым яҡшы ҡышланы, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ромел Мулғәлим улы.
Яҙғы кампания тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн баш инженер Альберт Кашапов бөтәһен дә алдан хәстәрләгән. Мартта уҡ техникаға тикшереү үткәрелгән. Әйткәндәй, заман талаптарына яуап биргән «Джон Дир» сәсеү комплексы хужалыҡта икәү. Унда эшләгән Мөҙәрис Хәбибов, Шәмсиәхмәт Сәғәбиев, Рүзил Әзһәров, Руслан Ғәлимов оҙаҡ йылдар районда алдынғылар иҫәбендә.
Хужалыҡтың уңышы эшсәндәрҙең хеҙмәт хаҡында мотлаҡ сағыла. Дәртләндереү сараларының береһенә иғтибар итәйек: былтыр бер гектар ер эшкәртеүгә 13 һум билдәләнгән булһа, быйыл хаҡ икеләтә – 26 һумғаса – арттырылған. Әгәр планды арттырып үтәһәләр, 52 һумға ла етә. Иң мөһиме – хеҙмәт өсөн ваҡытында түләнә.
Көрсөк тигән һүҙҙең әҫәре лә күренмәй хужалыҡта. Етәкселәрҙең дә, механизаторҙарҙың да кәйефе көр, эшкә дәрте ташып тора. Көндәр матурланыу менән райондың башҡа хужалыҡтары ла һабанға дәррәү ҡушылды.